Миллионға бер аҙым...09.09.2016
Нефтекама ҡалаһында йәшәгән 29 йәшлек Марсель Әхмәтов банкка аҡса алырға килгәндә миллиондар тураһында хыялландымы икән?
Уға ни бары 2 мең һум кәрәк була. Ә кассир ҡыҙыҡай егеткә мең тапҡырға күберәк аҡса һанап бирә. Кассирҙың яңылышлығы арҡаһында Марсель ике миллионға байый!
Нәфсе менән көрәш ике сәғәт дауам итә. Егет банк тупһаһы алдында оҙаҡ тапана. Аҡсаны алып китергәме, әллә кире тапшырырғамы? Хатта балалар йортона алып барып бирергә тигән теләге лә була. Айыҡ аҡыл еңә. Тәүҙә шаһиттар саҡырып, Марсель кассирға уның хаталаныуы тураһында хәбәр итә. Банк хеҙмәткәрҙәре хаталары өсөн ғәфү итенеп егеткә һуңғараҡ бүләк тапшырасаҡтары тураһында белгертә. Был тиклем аҡсаны кире ҡайтарған өсөн уның хаҡы күпме һуң?
Адвокаттар иһә егет аҡсаны барыбер ҡайтарыр ине тип бара. Кассир яңылышҡан. Был осраҡта енәйәт эше ҡуҙғатылмаһа ла, хоҡуҡи эш асылырға тейеш була. Ә Һаҡлыҡ банкыһының Башҡортостандағы бүлексәһе етәксеһе Марат Мансуров клиентҡа ғәҙел аҙым яһауы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
– Марсель Әхмәтов аҡсаны тапшырмаған осраҡта ла, шул уҡ көндө хата билдәле булыр ине. Ҙур суммалар кемгә һәм ҡасан бирелгәне теркәлеп бара. Гражданлыҡ кодексына ярашлы, был осраҡ нигеҙһеҙ байығыу тип баһалана, – ти.