Яман шештән һаҡлан09.09.2016
Өфө баштағы һәм муйындағы яман шеште иртә диагностикалау буйынса IV Европа аҙналығында ҡатнаша. Теләге булған һәр кеше 15 – 16 сентябрҙә иртәнге сәғәт 9-ҙан төшкө 3-кә тиклем белгестәрҙән бушлай консультация алыу мөмкинлегенә эйә, тип хәбәр иттеләр “Бергәләп яман шешкә ҡаршы” фондынан. Табиптарға алдан яҙылыуҙың кәрәге юҡ. Белешмәләр өсөн телефон: 216-36-71. Үҙегеҙ менән паспорт алыуығыҙ һорала.

15 сентябрҙә тикшереүҙәр Муниципаль-ара онкология үҙәктәрендә (32-се, 43-сө, 13-сө, 50-се, 48-се поликлиникаларҙа), 16 сентябрҙә иһә Республика клиник онкология диспансеры поликлиникаһында (Октябрь проспекты, 73/1) уҙғарыла.
Акция шулай уҡ Владивосток, Волгоград, Краснодар, Красноярск, Мәскәү, Нижневартовск, Пермь, Петропавловск-Камчатский, Һамар, Санкт-Петербург, Сорғот ҡалаларында үткәрелә. Уның барышында табиптар өсөн лекциялар, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторола. Диагностика көндәре тураһында ентеклерәк мәғлүмәтте 8-800-505-89-47 телефоны аша (шылтыратыу бушлай) йәки www.днидиаг­нос­тики.рф сайтында алырға мөмкин.
Йыл һайын Рәсәйҙә баштағы һәм муйындағы яман шештән 15 меңдән ашыу кеше вафат була. Үлемдең төп сәбәбе — диагностиканы һуң үткәреү. Баштағы һәм муйындағы шеш, нигеҙҙә, ауыҙ, танау ҡыуышлығында, йотҡолоҡта, тамаҡта урынлаша. Бындай шештәрҙең 60 процентын отоларинголог, стоматолог, терапевт тиҙ асыҡлай.




Вернуться назад