Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!09.09.2016
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктәге барлыҡ мосолман халҡын Ҡорбан байрамы менән ҡотланы. Унда былай тиелә:

“Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһы мосолмандары!
Һеҙҙе изге Ҡорбан байрамы менән ихлас ҡотлайым!
Ошо шатлыҡлы көндә диндарҙар мәсеттәргә йыйылып, Аллаһы Тәғәләгә доға ҡыла, бергәләп фатиха һорай. Бөтә донъя диндәре өсөн изге һаналған ҡиммәттәр тирәләй тәрән берләшеү беҙҙе рухи яҡтан нығыта, сафландыра.
Йөҙҙәрсә йыл дауамында бик күп милләт һәм дин вәкилдәре тыныс һәм татыу йәшәгән Башҡорт­останда Ҡорбан байрамы айырыуса әһәмиәтле. Хаж ҡылыуҙың тамамланыуын сағылдырған был ваҡиға кешеләрҙе туплай, быуындарҙың рухи күсәгилешлелеген нығыта. Республикабыҙҙа дини ерлектә ҡаршылыҡтар бер ҡасан да булманы. Мосолман өммәһе башҡа дин вәкилдәре менән берлектә ғибәҙәтханалар төҙөү, хәйриәлек, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү аша мәҙәни һәм рухи мираҫты байыта.
Төбәгебеҙ мосолмандарына һәр саҡ ҡунаҡсыллыҡ менән изге күңеллелек хас булды. Беҙҙең менән кү­ңел йылылығын һәм шатлыҡ-ҡыуанысты уртаҡ­лашырға әҙер булған яҡын кешеләр, ысын дуҫтар өсөн йорттарыбыҙҙың ишектәре лә, йөрәктәребеҙ ҙә асыҡ.
Һеҙгә һаулыҡ һәм именлек! Байрам һәр ғаиләгә изгелек, татыулыҡ һәм тыныслыҡ килтерһен!”


Вернуться назад