Йәйге мәктәп серҙәре07.09.2016
Республика инженер лицей-интернатында (элекке Республика башҡорт ли­цей-интернаты) икенсе йыл рәттән “Орбита” йәйге мәктәбе ойошторолдо.


Миңә унда ҡатнашыусылар менән осрашып һөйләшергә насип булды. Лицей билә­мәһенә барып ингәндә ятаҡ алды тулы бала-саға йүгерешеп, туп тибеп уйнайҙыр тип уй­лаһам, яңылыш­тым. Улар туп тибәһе урынға бе­лем­дәрен артты­рыуҙы өҫтөнөрәк ҡуйған.
“Орбита” йәйге мәктәбе ике йыл эсендә өсөнсө тапҡыр ғына асылыуға ҡарамаҫтан, даны алыҫҡа таралған. Быйылғы смена­ларҙа Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән дә килеүселәр булыуы – быға көслө дәлил. Беренсе заезда бөтәһе 150 бала ҡатнашһа, икенсеһенә 113 бала килгән. Шулай уҡ йәйге мәктәптә икенсе йә өсөнсө тапҡыр шөғөлләнеүселәр ҙә күп.
Дөйөм алғанда, йәйге мәктәп ул лагерь кеүек. Тик лагерҙа балалар ял ғына итһә, бында иһә ялды уҡыу менән берләш­терәләр. Шуға ла ял күңелле лә, ғилемле лә килеп сыға. Быйыл “Орбита”ла өс йүнәлеш буйынса эш алып барылды: инглиз теле, LegoMindstorms ярҙамында робототехника һәм Arduino — микроэлектроника, менталь арифметика. Әгәр ҙә менталь арифметика яңы йүнәлеш булһа, инглиз теле һәм робототехника Республика башҡорт лицей-интернаты өсөн асыш түгел. Лицей уҡыусылары күптән Башҡорт­ос­танда ғына түгел, бөтә Рәсәй кимәлендә ошо йүнәлештәр буйынса уҙғарылған ярыштарҙа ҡатнашып, күп кенә призлы урындар яулай.
“Орбита” йәйге мәктәбендә иртән уҡыу булһа, төштән һуң мауыҡтырғыс күңел асыу саралары үтте. Мәҫәлән, кинотеатрға йөрөү, пикникка сығыу, Өфө ҡалаһы буйлап экскурсия, аквапаркка барыу һ.б. Йәйге мәктәптең һуңғы көндәренең береһендә инглиз телен өйрәнеүселәр өсөн проект­тарҙы яҡлау конкурсы ла ойошторолдо. Һәр ҡатнашыусы инглиз телендә TED конференцияһы рәүешендә биш минут эсендә үҙенең проекты тураһында инглиз телендә һөйләне, шунан жюри ағзалары биргән һорауҙарға яуап бирҙе. Ә робототехника йүнәлешендә ҡатна­шыу­сылар Lego конструкторы ярҙамын­да йыйылған роботтар ярышының “Сумо” төрөндә ҡатнашты.
“Орбита” йәйге мәктәп проекты – Баш­ҡорт­останда уникаль күренеш. Ял менән уҡыу­ҙы аралаштырыу еңел түгел, тик Республика башҡорт лицей-интернаты коллективы бынан бер ҙә ҡурҡып тормай. Улар өсөн балалар күңелендә белемгә ынтылыу, яңы зиһен тупларға һөйөү уятыу – иң мөһим маҡсат.






Вернуться назад