Сәйетбаба ауылында Башҡорт балы байрамы уҙҙы. Халыҡтар дуҫлығы йортоноң матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, “умартасылыҡ – ата-бабаларыбыҙҙың тарихи тамырҙары меңдәрсә йыл элекке осорға барып тоташҡан боронғо шөғөлө”. Байрамдың маҡсаты башҡорт халыҡ кәсептәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм традицияларын һаҡлау ине.
Йәрминкәлә урындағы фермерҙар үҫтергән йәшелсә һәм еләк-емеш тәҡдим ителде. Ҡунаҡтар һәм район халҡы балдың төрлө төрҙәрен тәмләп баһаланы. Теләгән һәр кем үҙенә оҡшағанын һатып алды.
Сауҙа Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистарының сығышы менән бергә үрелеп барҙы. Бейеүҙәр, мөнәжәттәр, моңло йырҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Байрам уңайынан ауылдың иң әүҙем кешеләренә Халыҡтар дуҫлығы йортоноң, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының, Апитерапия һәм умартасылыҡ үҙәгенең, ауыл биләмәһе хакимиәтенең һәм “Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәгенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.