Йәнә туғыҙ күпер төҙөлә07.09.2016
Быйыл Башҡортостанда төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге юлдарҙа туғыҙ күпер төҙөлә һәм 42 күпер үткәүеле төҙөкләндерелә.

Иң ҙур объекттар иҫәбенә Ағиҙел йылғаһы аша һәм Ҡариҙел ауылы янында Өфө йылғаһы аша һалынған күперҙәр инә. Ремонт эштәре 26 районда алып барыла.
Башҡортостанда йәмғеһе 1049 күпер иҫәпләнә. Шуларҙың 127-һен 2017 — 2022 йылдарҙа төҙөкләндереү күҙаллана. Эш Башҡортостан Республикаһының Юл фондынан финансланасаҡ.


Вернуться назад