Мохтаждарға ярҙам йөҙөнән07.09.2016
Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән граждандарҙың айырым категорияларына социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү тәртибе тураһындағы положениеға үҙгәрештәр раҫланды.

Документта шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуға бүленгән аҡсаны файҙаланыу йүнәлештәрен киңәйтергә тәҡдим ителә. Атап әйткәндә, ҡош-ҡорт, ҡуян аҫрау өсөн ҡорамалдар, ситлектәр һатып алыу, мал өсөн ихата ҡаралтылары төҙөү һәм йүнәтеү рөхсәт ителә.
Социаль контрактҡа ярашлы, шәхси ярҙамсы йәки крәҫтиән (фермер) хужалығы алып барыуға, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә бер тапҡыр аҡсалата түләү бирелә. Был ярҙам төрөнән күп балалы, тулы булмаған, тәрбиәгә бала алған, шулай уҡ инвалид балалы ғаиләләр файҙалана ала.


Вернуться назад