Грант юллау ҡатмарлаша07.09.2016
Башҡортостанда ижади проекттарға грант алыу тәртибе ҡатмарлаша.

Республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ошо турала хәбәр итте. Грантҡа дәғүә итеүселәр һаны йылдан-йыл арта. Һуңғы өс йылда ғына улар икеләтә күбәйгән, тине министр.
Хәҙер конкурс дәғүәселәрҙең туранан-тура ҡатнашлығында ике этапта уҙғарыла. Тәүгеһендә Мәҙәниәт министрлығы эксперттары заявкаларҙың тейешле шарттарға ярашлылығын ҡараясаҡ. Икенсе этапта республика комиссияһы дәғүәсе тәҡдим иткән проектты тикшерәсәк. Еңеүсе асыҡтан-асыҡ тауыш биреү юлы менән билдәләнәсәк.
Әле мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге гранттарға ҡаҙнанан 95,4 миллион һум, шул иҫәптән театр коллективы проектына 1,8 миллион һум аҡса бүленә.

Гректар экологик үҙәк төҙөмәксе

Грецияның Милли экологик тикшеренеүҙәр үҙәге вәкилдәре (РАКОЕ) Йәрмәкәй районында эш сәфәрендә булды. Экологик йәһәттән таҙа ауыл хужалығы продукцияһын етештереү өсөн шарттарҙы өйрәнеү маҡсаты менән килгәйне улар.

РАКОЕ президенты профессор Панайотис Христодулакис һәм ойошманың төп ғилми хеҙмәткәре профессор Панайотис Яннакопулос делегация составында булды.
Ҡунаҡтар етештереү тармаҡтарын, инфраструктураны һәм социаль объекттарҙы ҡараны, район активы менән муниципалитет биләмәһендә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Делегация Йәрмәкәй һыу һаҡлағысын, саф тоҡомло аттар үрсетеүҙә дан тотҡан «Родина» агрофирмаһын ҡараны, «Толпар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҡымыҙ етештереү цехы эшмәкәрлеге менән танышты.
Эш сәфәре Казбей биләмәһендә тамамланды. Күпсәнәй йылғаһы буйында урынлашҡан элекке ҡасабала эшҡыуар Юрий Макаров эсәр һыу етештереүсе цех асҡан.
Греция инвесторҙары район менән хеҙмәттәшлек итеүгә ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Һөҙөмтәлә студенттарҙың “Кульчум” һауыҡтырыу лагерында халыҡ-ара экологик үҙәк асыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.





Вернуться назад