Тәҡдимдәр кәрәк06.09.2016
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы территориаль һайлау комиссияһының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзаһы вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылыуға бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһындағы 6-сы пунктҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә яңы ағзаны тәғәйенләү өсөн кандидатура буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.

Документтар ошо белдереү баҫылып сыҡҡандан алып өс көн эсендә түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (эш көндәрендә).
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: 250-66-22.


Ойоштороусылар ҡанунды беләме?

Яңауыл районында һайлауҙы ойоштороусылар һайлау ҡануниәтен белеү йәһәтенән тест үтте. Территориаль комиссия һайлау комиссиялары рәйестәре һәм ағзалары өсөн семинар-уҡыуҙар ойошторҙо.

Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Римма Ғәфиәтуллина Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға әҙерлек тураһында һөйләне. Участкаларҙа мәғлүмәт стендын, комиссияларҙы технологик йәһәттән йыһазландырыу буйынса аңлатма бирелде.
Комиссия ағзалары тест һорауҙарына уңышлы яуап бирҙе. Рәйестәргә иһә һайлау тураһындағы закондар яҙылған флеш-карталар, эш блокноттары, финанс документтары, һайлау, кандидаттар хаҡында мәғлүмәти материалдар таратылды.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.



Вернуться назад