Яҙҙың сыуаҡ көндәренең береһендә, март ҡояшы йылмайып ергә баҡҡанда, Сибайҙа ҡыуаныслы ваҡиға булды. Әсәй-атайҙарға һәм кескәйҙәргә яҙҙың тәүге бүләге булып “Сулпылар” исемле башҡорт балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты.
Тантанала Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Эльвира Юнысова, Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү бүлеге начальнигы Рәмилә Ишемғолованың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов әйтеүенсә, һуңғы өс айҙа ғына бында дүртенсе балалар баҡсаһы асыла. Шуларҙың икәүһе 7 һәм 30 урынға иҫәпләнгән шәхси балалар баҡсаһы булһа, Арҡайым ҡасабаһында асылғанына 50 кескәй ҡыҙ һәм малай йөрөй. Әлеге көндә ҡаланың Көнсығыш биҫтәһендә 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Шулай уҡ Алтын ҡасабаһында 80 һәм ҡаланың үҙендә 140 урынға иҫәпләнгән баҡса асыу күҙаллана.
Реконструкция эштәренән һуң заманса һулыш алған, өр-яңы мебель менән йыһазландырылған яҡты һәм сағыу балалар баҡсаһының асылыуы — бәләкәстәр өсөн дә ҙур шатлыҡ. Урын етешмәү сәбәпле, өйҙәрендә йәки өләсәйҙәре янында ҡалған кескәйҙәр артабан ошо нурлы йортҡа көн дә йөрөйәсәгенә, үҙҙәренә яңы дуҫтар табырына, хатта яңы уйынсыҡтары булыуына ихлас һөйөнә. Шулай булмаһа, тәүге көн килеүенә ҡарамаҫтан, бәләкәй Арслан “Өйгә ҡайтмайым, бында ҡалам” тип тартҡылашыр инеме?!
Малайҙың әсәһе Айгөл Хоҙайғолова тәүге сабыйының тап ошо башҡорт балалар баҡсаһына йөрөүенә шат. Баҡсаның нәҡ ҡаланың уртаһында урынлашыуы ла, балаларҙың һынлы сәнғәт мәктәбенән алыҫ булмауы ла уңайлы, сөнки Арслан әле үк һүрәт төшөрөргә ярата, киләсәктә унда ла йөрөтөргә уйы бар әсәнең.
Йәйғор төҫтәре уйнап торған бүлмәләрҙә йөҙҙәре ҡояштай балҡыған бәләкәстәр тарафынан әҙерләнгән сағыу тамаша бөтә ҡунаҡтарҙы, тантанала ҡатнашыусыларҙы бер аҙға ғына булһа ла бала саҡ иленә ҡайтарҙы. Улар ошо кескәйҙәрҙең йөҙөнән йылмайыу, күҙҙәренән шатлыҡ осҡондары китмәүен, “Сулпылар”ҙың оҙон ғүмерле булыуын теләне.
К. ИШБУЛДИНА.
Сибай ҡалаһы.