Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Октябрьскийға эш сәфәре барышында инфраструктура объекттарын, “Һалдат уйҙары” мемориаль комплексын ҡарап сыҡты, урындағы халыҡты ҡаланың 70 йыллығы менән ҡотланы.
Республика етәксеһе шулай уҡ “Спартак” спорт-һауыҡтырыу комплексындағы биатлон үҙәгенең, саңғы-роллер трассаһының эше менән танышты. Комплекс Олимпия резервындағы 3-сө махсус балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең төп күнекмәләр базаһы булып тора. Әле бында 570 бала шөғөлләнә. Икенсе этапты сафҡа индереү менән йәш спортсылар һанын тағы ла 240 кешегә арттырыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Ҡала халҡы өсөн бында скандинав йөрөшө, роллерҙарҙа һәм роликлы конькиҙа, велосипедта йөрөү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Ә яңы спорт майҙансыҡтарында футбол, волейбол, гимнастика менән шөғөлләнеү мөмкинлеге тыуасаҡ.
Еңеү паркындағы “Һалдат уйҙары” мемориаль комплексы эргәһендә тыл эшсәндәренә һәм һуғыш балаларына һәйкәл асылды. Рөстәм Хәмитов халыҡты ошо иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы. Ул шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Алексей Васильевич Купцовҡа Ҡыҙыл Йондоҙ орденын тапшырҙы. 1942—1943 йылдарҙа яугир артиллерия полкында разведчик-күҙәтеүсе булған. Ул хеҙмәт иткән хәрби подразделениеға дошмандың утлы нөктәләренә һөжүм итеү бурысы йөкмәтелә. Алексей Купцов иһә фашистарҙың утлы нөктәләрен асыҡларға тейеш була. 1943 йылдың авгусында хәрби бурысын үтәгәндә ул ҡаты яралана, уң күҙен юғалта. 1945 йылдың 16 майында Алексей Васильевич Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләүгә тәҡдим ителә, әммә награда тапшырылмай ҡала. Әле, ниһайәт, орден хужаһын тапты
Башҡорт виртуозы Мәскәүгә бараБашҡорт дәүләт филармонияһы солисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Мәскәүҙә Халыҡ-ара варган фестивалендә сығыш яһай. Виртуоз ҡумыҙсы бер нисә халыҡ һәм авторлыҡ композицияһын тәҡдим итәсәк.
Варган фестивале Рәсәйҙең баш ҡалаһында 16 – 18 сентябрҙә уҙғарыла. Өс көн дауамында Алтайҙан, Башҡортостандан, Мәскәүҙән, Тыванан, Венгриянан оҫталар һәләтен күрһәтәсәк. Фестивалдең программаһы тураһында ентеклерәк мәғлүмәтте сараның “Бәйләнештә” сайтындағы рәсми сәхифәһенән алырға мөмкин.
“Өлгөр”ҙәр Ҡырымда
еңеү яуланы Мәсетле районындағы Балалар сәнғәт мәктәбенең “Өлгөр” өлгөлө бейеү ансамбле Ҡырым Республикаһында уҙғарылған “Алтын майҙан” халыҡ-ара инклюзив фестиваль-конкурсында ҡатнашты.
Зарифйән Ғарипов етәкселегендәге йәш артистар Башҡортостандың үҙенсәлекле мәҙәниәтен лайыҡлы сағылдырҙы. Улар “Соло”, “Дуэт” һәм “Ансамбль” номинацияларында беренсе урындарҙы яуланы. Черноморскиҙа үткәрелгән “Golden Way” халыҡ-ара этнофестивалендә “Өлгөр” ансамбле I диплом менән бүләкләнде.
Айыҡ “Һуңғы ҡыңғырау” хаҡындаБашҡортостанда депутаттар алкоголь һатыуҙы өҫтәмә рәүештә сикләгән закон проектын ҡараясаҡ.
Был яңылыҡ “Һуңғы ҡыңғырау” көнөндә, шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙа урынлашҡан йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларында (кафе һәм ресторандарҙан тыш) алкоголь һатыуҙы тыйыуға ҡорола. Закон проекты республика Прокуроры тарафынан тәҡдим ителде.
— Әлеге закон проекты алкоголдең балаларға һәм үҫмерҙәргә кире йоғонтоһона бәйле. Быйыл яҙ беҙ Дәүләт Думаһына бәлиғ булмағандарҙы ата-әсәһенең ризалығы менән эскелектән дауалау хоҡуғын биргән инициатива тәҡдим иткәйнек. Бала менән алкоголь, наркотиктар һәм башҡа кире күренештәр араһында эҙмә-эҙлекле кәртә ҡорорға кәрәк. Мәктәп менән хушлашыуға ҡоролған яҡты “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы бокалдар сыңы аҫтында үтергә тейеш түгел, тигән фекер менән барыһы ла килешер, моғайын, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Һайлаусылар иғтибарына!2016 йылдың 8 сентябрендә көндөҙгө сәғәт 3-тән 4-кә тиклем Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Арыҫлан улы Вәлиев 18 сентябрҙәге берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерләнеү һәм уны үткәреү мәсьәләләре буйынса “тура элемтә”
ойоштора.
Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы Үҙәк һайлау комиссияһының күп каналлы 8-800-347 54 54 телефоны аша бирергә мөмкин. Шылтыратыу бушлай.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.