Башҡортостан спортсылары — күсмә халыҡтар уйынында06.09.2016
Башҡортостан спортсылары —  күсмә халыҡтар уйынында Ҡырғыҙстандың Чолпон-Ата ҡалаһында, Ысыҡкүл ярында II Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйыны башланды. Сараның маҡсаты — күсмә халыҡтарҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫын тергеҙеү һәм һаҡлап ҡалыу. Уйындарҙа Башҡортостан командаһы ла ҡатнаша.

Бәйгеләрҙә донъяның 53 иленән йыйылған 1 мең спортсы көс һынаша. Ярыш 23 йүнәлеш буйынса уҙғарыла. Ете спорт төрөндә: билбаулы, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан, төрөк көрәштәрендә, шулай уҡ милли ат ярышы — ылаҡта республикабыҙҙан 30 егет ҡатнаша. “Любизар” беренсе башҡорт атлы полкы” хәрби-тарихи клубының өс вәкиле иһә уҡ атыуҙа оҫталығын күрһәтәсәк.
Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйыны тәүге тапҡыр 2014 йылда уҙғарылды. Унда ҡатнашыусылар туғыҙ милли спорт төрө һәм милли уйын (аламан бәйге, жорго салыш, ҡонан сабыш, көк-бөрү, ҡырғыҙ көрәш, алыш, ордо, тогуз коргоол, эр энишю) буйынса ярышты. Ете спортсы ингән Башҡортостандың йыйылма командаһы иһә ете ауырлыҡ категорияһында ҡырғыҙ көрәшендә, алты ауырлыҡ категорияһында алышта ҡатнашты. Ҡырғыҙ көрәшендә Илфаҡ Ибәтуллин — көмөш, ә Фәрит Морсалов бронза призер булды.





Вернуться назад