ОСАГО-ға сират бөтәсәк06.09.2016
ОСАГО-ға сират бөтәсәк Киләһе аҙнанан ОСАГО полистарын тапшырыу буйынса “берҙәм страховка агенты” системаһы эшен яйға һаласаҡ. Страховка компаниялары вәкилдәре әйтеүенсә, полис алыуға сират сентябрҙең икенсе декадаһына бөтөнләй юҡҡа сығасаҡ.

Системаны ғәмәлгә индереү барышы Башҡортостан Хөкүмәтендә лә тикшерелде. Кәңәшмәлә республиканың страховка баҙарындағы төп компаниялар, көйләүсе ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.
Яңы система буйынса полистар 30 августа бирелә башлағайны. 1 сентябргә был эште Өфө, Күмертау, Белорет ҡалаларындағы дүрт страховка компанияһы башҡарҙы. Ошо көндәрҙә тағы ла алты ойошма ошо системаға ҡушылды. Страховка компаниялары хеҙмәткәрҙәре тейешле белем алып, “Берҙәм страховка агенты” системаһында эшләү хоҡуғын ала.
Ошо арала Рәсәй автостраховкалаусылар союзы сайтында ОСАГО килешеүе төҙөлгән һатыу нөктәләренең адрестары биреләсәк. Республикабыҙ үҙ сиратында күп функциялы үҙәктәр аша ОСАГО полистарын тапшырыуҙы ойоштороу йәһәтенән страховка компанияларына ярҙам күрһәтергә әҙер.




Вернуться назад