Донъялағы иң аҡ байрам06.09.2016
Донъялағы иң аҡ байрам Һөт, аҡ... Әҙәм балаһы донъяға ауаз һалғас та иң тәүҙә ошо ғәжәп эсемлек менән ауыҙлана. Һөт уны үҫтерә, уға көс-ҡеүәт бирә. Ғүмер ахырынаса оҙата барған аҡ – табыныбыҙҙың бер йәме, муллыҡ, туҡлыҡ билдәһе лә ул. Шуға быйыл да республика халҡы “Һөт иле-2016” VI Бөтә Рәсәй фестивален көтөп алды. Һуңғы йылдарҙа кәштәләрҙе ситтән килтерелгән продукция урынына үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы аҙыҡ-түлеккә алыштырыу хаҡында һүҙ алып барғанда был бигерәк тә көнүҙәк.
Салауат Юлаев майҙаны иртән үк байрам төҫөн алды. Өлкән йәш­тәгеләр ҙә, ҡулдарына сабыйҙарын етәкләгән йәш ғаиләләр ҙә күп ине. Йәшерен түгел: арабыҙҙа ауылдар­ҙа туғандары булмаған, йорт хайуандары менән яҡындан аралашыу­ҙан мәхрүм, хатта барыбыҙ ҙа яратып эскән шифалы һөттөң, ҡаймаҡ­тың ҡайҙан алыныуын белмәгәндәр бихисап. Шуға ла кескәйҙәр быҙауын “яратып” торған һыйырҙы, әсәһен супылдатып имгән ҡолондо, кескәй генә ояла ла һикергеләп уйнаған кәзә, һарыҡ бәрәстәрен ҡыҙыҡһынып күҙәтте, атай-әсәй­ҙәренә төрлө һорауҙар яуҙырҙы.
Донъялағы иң аҡ байрамТеҙелеп киткән сауҙа рәттәрендә республика предприятиеларында, фермер хужалыҡтарында етеш­терелгән аҙыҡ-түлек урын алған. Байрам үҙаллы эшләргә көс тапҡан ҡыйыуҙарға, тырыштарға көс, дәрт ҡеүәт биреүсе бер сара булараҡ та әһәмиәтле. Тап шуға ла быйыл фестивалгә килгән фермерҙарҙың сафы арта төшкән. Әлшәй, Әб­йәлил, Ауырғазы, Асҡын, Баймаҡ, Дәүләкән, Иглин, Шаран райондары уңғандары, ҡымыҙ етештереүгә әүҙем тотоноп, үҙҙәренең эсемлеген тәҡдим итте.
Һөт етештереүселәрҙең милли берләшмәһе рәйесе Андрей Даниленко бындай мәртәбәле, ҙур байрам донъяла бары Өфө ҡалаһында ғына уҙғарылыуын, Башҡортостан Рәсәйҙә күпләп һөт етештереүсе төбәктәрҙең береһе булыуын билдәләне.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, фестиваль эше менән танышып, ауыл хужалығы продук­цияһы етештереүселәрҙең эшмә­кәр­леге менән ҡыҙыҡһынды, уй-ниәттәрен белдерҙе.
– Башҡортостанда һөт етеш­тереүҙе арттырырға кәрәк, – тине ул. ­– Әлегә беҙҙең предприятиелар тулы ҡеүәтенә эшләмәй.Ҡайһы бер ойошмалар аҡты Татарстандан, Удмурт Республикаһынан, Ырымбур өлкәһенән ташый. Беҙгә көнөнә тиҫтәләгән тонна һөт биреү мөмкинлегенә эйә булған ҙур комплекстарҙы күберәк төҙөргә кәрәк. Бындай форсат бар.
Рөстәм Зәки улы Бүздәк райо­нында 6,5 мең баш малға иҫәп­ләнгән комплекстың көрсөккә бәйле туҡтап ҡалыуын, киләсәктә был проектты дауам итеү өсөн яңы инвесторҙар эҙләү хаҡында, шулай уҡ балаларға тәғәйенләнгән һөттө етештереү йәһәтенән әүҙем эш алып барырға кәрәклеген билдә­ләне.
Һөттән төрлө аҙыҡ әҙерләү йәһәтенән республикала шаҡтай эш алып барыла. Башҡорт дәүләт аграр университетының аҙыҡ технологиялары факультетында “Сыр бешереү” мәктәбе ойошторолоуы –­ шуның бер өлгөһө. Ошо уҡ көндә Республика Башлығы уҡыу йортондағы яңылыҡ менән дә танышты.
Италиянан килтерелгән мини ҡоролма 120 литр һөткә иҫәпләнгән. Унда йомшаҡ һәм башҡа төр ҡаты сыр әҙерләргә лә мөмкин, студенттар аҙыҡты етештереү технологиялары менән таныша. Шулай уҡ бында фермерҙар, һөт предприятиелары етәкселәре, йәнә үҙ эшен асырға теләгәндәр тәжрибә туплай ала.
Рөстәм Хәмитов киләсәктә сырҙы күпләп етештереү өсөн үҙебеҙҙең ҡоролмаларҙы ҡуйыу зарурлығын билдәләне.
Байрам ғәжәп үҙенсәлекле бар­ҙы. Һөт аҙыҡтарын етештереүселәр, ризығын һатып, үҙҙәренең ҡулла­ныусылар баҙарын арттырҙы, бүтәндәр менән аралашты, тәжрибә уртаҡлашты. Йәнә фестивалгә килгән һәр кем күңеленә ятышлы шөғөл тапты. Берәүҙәр һөт косме­тикаһының шифалы булыуын белһә, икенселәр “аҡтан” әҙер­лән­гән ризыҡтарҙы күберәк ҡулланыу кәрәклегенә йәнә бер ҡат инанды. Балалар, йәштәр менән бергә өлкәндәр ҙә ГТО нормаһын тапшырҙы, күңел асты. Һөт эскән кешенең кәйефе шәп, көс-ҡеүәте ташып тора шул.









Вернуться назад