Ризаитдин Фәхретдинов нәсихәттәре06.09.2016
ҺӨНӘР ҺӘМ СӘНҒӘТ ӘҘӘБЕН БЕЛЕГЕҘ

=Эшегеҙҙе ашыҡмайынса, матур һәм тейешенсә, һәр нәмәне үҙ ваҡытында эшләгеҙ. Фекерегеҙҙе тарҡатасаҡ әйберҙәрҙән һаҡланы­ғыҙ һәм саралар күрегеҙ. Бер эште башлағас, матурлап тамамларға ты­рышығыҙ, сөнки эште башлап юлда ҡалдырыуға ҡарағанда, баш­ламай тороу хәйерлерәк.
=Бер сәғәт эсендә бер нисә төрлө эште башламағыҙ, сөнки былай итеү башланған шөғөлдәрҙең һәр береһенән мәхрүм ҡалыуға сә­бәп була. Башлағандарын шатлыҡ һәм ихласлыҡ менән ялыҡмай да­уам итегеҙ.
=Бөгөн бөтәсәк эште иртәгә ҡал­дырмағыҙ, юғиһә иртәгә тағы үҙе­геҙгә кәрәкле эштәр булыр. Бөгөнгө шөғөлдө иртәгә ҡалдырһағыҙ, көнө­гөҙ бушҡа уҙыр, иртәгәһе көндә ике төрлө эш йыйы­лып, ауырлыҡ килтерер. Һәр көн эшегеҙ бөтөп барһа, үҙегеҙгә рәхәт булыр.
=Эшегеҙҙең ҡыҫҡа ваҡытта баш­ҡарылыуына түгел, гүзәл һәм хуш, таҙа һәм тәртипле булыуына иғти­бар итегеҙ. Тәртипле эш ваҡытты бушҡа үткәрмәй һәм үкендермәй. Халыҡ уның ни ҡәҙәр ваҡыт эсендә тамамланыуына түгел, сифатлы булыуына иғтибар итә.
=Эште иғтибар менән башлағыҙ, сөнки башы ипле булған шөғөл аҙа­ғында ла яҡшы булыр. Башы боҙоҡ булған эштәрҙең аҙағы ла матур булмай.
=Кеше күрһен һәм маҡтаһын өсөн түгел, файҙаһы бул­һын өсөн эшләгеҙ. Файҙалы шөғөл бөгөн бул­маһа ла, бер ваҡыт күҙгә күренер һәм аҡыл эйәләре тарафынан баһаланыр.
=Ваҡытығыҙҙы мөмкин ҡәҙәр ғә­мә­легеҙгә бүлегеҙ, көсөгөҙҙән ар­тыҡ эштәргә тотонмағыҙ. Был ауы­рыуға сә­бәп була. Эшегеҙҙән ялыҡ­мағыҙ, шат­ла­нығыҙ. Күңел ҡайтарасаҡ фе­керҙәрҙе башығыҙҙан сығарып ташлағыҙ. Тырышығыҙ һәм файҙа өмөт итегеҙ.
=Эшләгәндә һуңынан киләсәк файҙалар хаҡында фекер йөрө­төгөҙ, сөнки был шатлыҡ килеүгә сәбәп була. Шатлыҡлы шөғөл, ни ҡәҙәр ауыр булһа ла, еңел күренә.
=Һөнәрегеҙҙе көндән-көн арт­тырығыҙ. Көндән-көн түбән ҡалыу­ҙан һаҡланмау – һим­мәтһеҙ кешеләрҙең ғәҙәтелер.

ҺӘР ЭШТӘ
ИҪӘП КӘРӘК


=Ваҡытты ҡуллана белгән кеше малды сарыф итә белә, йәғни бер минутты ла бушҡа үткәрмәгән кеүек, бер тин аҡсаны ла урынһыҙ ергә ебәрмәй. Шуның өсөн ваҡытығыҙҙы һәм ма­лығыҙҙы исраф итмәгеҙ, уйлап эшләгеҙ. Ахмаҡ кешеләр кеүек аҡсағыҙҙы һәм ваҡытығыҙҙы донъяла һәм әхирәттә файҙаһы булмаған нәмәләргә исраф итмәгеҙ.
=Мал ни ҡәҙәр күп булһа ла, ғүмер ни ҡәҙәр оҙон булһа ла, уй­лап эшләмәһәң, яҙғы ҡар кеүек иреп бөтөр, исеме лә, эҙе лә ҡалмаҫ. Тейешле сара күрелһә, аҙ ғына мал да бәрәкәтле, ҡыҫҡа ғына ғүмер ҙә фай­ҙалы булыр. Ошоноң өсөн план­лы донъя көтөгөҙ. План­лы йәшәгеҙ. План менән эш итегеҙ.
=Исраф иң хөрмәтле ғаиләләрҙе лә боҙа, иң бай өйҙәрҙе лә юҡҡа сығара, ин бөйөк урындарҙан түбән төшөрә һәм иң шөһрәтле фами­лияларҙы харап һәм фәҡир итә. Шуның өсөн исраф итеүҙән бик һаҡ­ланығыҙ, һәр эшегеҙҙә иҫәпле булығыҙ.
=Планлы кешенең малы аҙай­маҫ, һаран кеше ас ҡалыр. Исраф итеүсе ауырыр, фәҡир булыр. Шу­ның өсөн аҡса сарыф итеүҙә һаран дәрәжәһенә төшмә­геҙ, ләкин ғәмһеҙ исраф та итмәгеҙ, иҫәпле һәм планлы булығыҙ.
=Фәҡир булған хәлдә бай булып күренмәгеҙ. Бай булған хәлдә фәҡир сүрәтендә йөрөмәгеҙ. Булғанығыҙ кеүек күренегеҙ, күренгә­негеҙ кеүек булығыҙ. Үҙе­геҙҙән ҡаласаҡ ҡатын­да­рығыҙҙың ирҙәре өсөн мал йый­мағыҙ, ошо һүҙҙәр менән ғәмәл ҡылыу тейешле сара булыр.



Вернуться назад