Ҡоймаҡ ҡына ҡойһаңсы06.09.2016
– Ай, бынау ауыр нәмәләр... ялҡытты... – тип шым һуҡранды гардеробсы ҡатын.
Сираттағы тунды эйәһенә һәлмәк кенә илткән ыңғайы, мөйөштә гәзит ҡараштырып ултырған хеҙмәттәшенә, шулай уҡ оло йәштәрҙәге ханымға, ҡарап алды – әйткәненә хуплау көттө булыр.
Уныһы ҡушылып әрләшеп алып китмәне. Бер килкенән:
– Шула-а-а-й... – тип һуҙып ҡына ҡуйҙы. Әллә әхирәтен йәлләне, әллә гәзиттәге берәй фекер менән килеште.

Ә кейем элеүсегә тегеләй-былай тапаныу, әлеге иртәнге мәлдә, һүҙ юҡ, мул ғына тейә: поликлиникаға күпселектә өлкәндәр килә, әллә ни һыуыҡ булмаһа ла, ҡалын ғына ураналар. Тормошто күргән кешеләр бит, йылының һөйәк һындырмағанын яҡшы беләләр. Улай тиһәң, гардеробсы ла, ана, донъяға яңы тыумаған инде, әсе-сөсөнө татымаған түгелдер, ә шулай ҙа ризаһыҙ һөйләнеп ҡуйҙы бит әле. Ярай, быны ябай мыжыу тип кенә төшөнәйек. Етмәһә, төп һүҙ был түгел.
Яңынан үткәнендә апай хеҙмәттәшенә төбәп йәнә өндәште. Тауышы был юлы әҙ генә күңеллерәк сыҡты. Йөҙө лә баяғыса уҡ йонсоу тойолманы.
Былай тине ул:
– Яңы йылға шәп салат эшләргә булдым. Ундайҙы бер кемдә лә күргәнем юҡ.
Һаман гәзит ҡыштырлатҡан иптәше аңламаны:
– Күрмәгәс, нисек эшләмәксе булаһың һуң?
– Ә мин Интернетта уҡыным.
Яуап үткәндәр менән бөгөнгөнө нисектер тоташтырғандай иттесе: әбей (шулай тигәнгә үҙе үпкәләмәһен) һәм Интернет...
Ләкин сама кәрәктер инде бында ла – тормошта ныҡ боронғо гел шәп булмаған кеүек, артыҡ замансалыҡ та арыу булмай ҙа ҡуя. Халыҡта: “Уның бер яғы әйләнеп китһә, яман ул...” – тиелгәнен дә ишеткәнебеҙ бар. Әйткәндәй, апайҙың бер яғы бигүк әйләнмәне – тундарҙың ауырлығына оҙаҡ һөйләнмәне.
Ул хәтлем үк Интернетҡа ғына ла ҡарап ҡалынмаһын ине. Юғиһә тун хужалары ла, ана, табип бүлмәһенән ҡапыл шәбәйеп китерҙәй булып, барыпмы, бәрепме инә лә ул, уныһы клавиатурала шаҡылдап тик ултыра бит әле. Нишләһен, шулай күп яҙырға ҡушылған уға. Шунһыҙ вазифаһы бурыстарын еткерә үтәмәй, тип баһалана.
Гардеробсыны ла ниндәйҙер сит атамалы, шикле ашанты яһаған итеп түгел, яп-ябай ҡоймаҡ ҡойған итеп күрге килде ошо саҡ...





Вернуться назад