Халыҡта йыш ҡына “Ҡайҙа тәгәрәй икән илебеҙ?” тигән һорау ишетелә. Өҫтәүенә үҙҙәренең тормош аһ-зары теҙелеп китә. Ғөмүмән, Ер шары ғына аяҡ аҫтында тәгәрәй, ә илде кеше үҙ иңендә алып бара. Донъя мәшәҡәте, ығы-зығыһы һәм әрәмтамаҡтар өйөлгән йөгө менән йәки уларһыҙ. Ләкин гел генә Бабич “Ҡыуан аңлап, әй, Ватан, беҙ аңланыҡ хәлеңде, һине һалып ҡулбашҡа, беҙ йөкләнек ғәмеңде” тигәнсә килеп сыҡмай. Ә һорау әле булһа яуабын эҙләгәндәй...
Аптырарлыҡ осраҡтар ҙа юҡ түгел шул. Һыңар аяҡлы күршең генә йыл һайын инвалидлығын оҙайтырға “дүкәминттәр” юллап йөрөһөн әле!.. Әйтерһең дә, уның шул аяғы үҫеп сығасаҡ. Етмәһә, күпмелер ваҡытҡа берҙе дауаханала ятып сығырға тейеш. Юғиһә пенсияһыҙ тороп ҡалыуы ихтимал. Формаль йәһәттән был аңлашылалыр ҙа, ләкин кеше башына һыймаҫлыҡ күренеш.
Шулай уҡ ҡайһы бер ололар үҙенә тейешле бушлай дарыуын ала алмай йонсой. “Әле берҙе лә биргәндәре булманы, “юҡ” тиҙәр ҙә ҡуялар, ә пенсиям ғына уны һатып алырға етмәй”, – ти улар. Ни генә тиһәң дә, һигеҙ мең һумды коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә, ашауға, кейемгә лә еткерергә кәрәк.
Кемде генә алма, һәммәһе лә аҡса мәсьәләһен күтәрә. Был йәһәттән бигерәк тә йәштәрҙе эшһеҙлек, фатирһыҙлыҡ мәсьәләһе борсой. Быларына иһә эскелек, наркомания эйәреп килә. Психологтар ошо проблемаларҙың үҙ-ара бәйле булыуын белдерә. Ә дүрт йыл бакалавриатта, ике йыл магистратурала уҡып, юғары белем алған йәш белгестәр кибеттә һатыу итергә, урам һеперергә юллана бирә. Һөнәр буйынса тәжрибә булмағас, ни ҡылаһың инде?! Бына быйыл ғына юғары уҡыу йортон тамамлаған өс таныш егет тә Яңы Уренгойға юлланды. Интернет селтәренә элгән фотоларына ҡарағанда, төҙөлөш фронтында хеҙмәт итәләр.
Беҙ белә-белгәндән кешеләр тәүҙә ут тәңреһенәме, ҡояшҡа йәки башҡаһынамы табынып йәшәгән. Ил башында торған кешеләрҙең дә үҙен “Алла” тип белдергәне табылған. Һуңғараҡ ул ярым Аллаға, унан урынбаҫарына “әүерелгән”. Халыҡ иһә таш ташыған, пирамида төҙөгән. Ләкин кешелек үҫә килә ҡурҡып табынған, буйһонған батшаларының да ябай кеше икәнлегенә төшөнә башлаған. Шунда ла халыҡтың кемгәлер мохтаж булыуы, уға хеҙмәт итеүе дауам иткән. Бары крәҫтиәндәрҙе генә егә биргәндәр, буйһондорғандар. Ә бер ваҡыт был хәлдең, йәнәһе, шулай тейешлеген белдереп, крепостнойлыҡ хоҡуғы булдырыла. Ул да халыҡ аңлағансыға тиклем дауам итә. Тик инде ваҡиғалар алмашыныуы тиҙәйә төшә, һәм күҙ асып йомған арала ошо хоҡуҡ та, унан батша үҙе лә түңкәрелә. Бар ғәм коммунизм төҙөргә керешә. “Байҙар”ҙың малдарынан хөкүмәт милке йыйыла. Колхоздар, артелдәр барлыҡҡа килә. Әммә шунда ла табыныу дауам итә. Рәми Ғарипов уны үҙенең “Табыныу” (“1937”) поэмаһында асыҡ итеп күрһәтә.
Яйлап хөкүмәт медицина, мәғариф өлкәләрендә ярҙамын күрһәтә, балалар баҡсаларын төҙөй. Бер заман Хрущев, биш ҡатлы йорттар һалып, күптәрҙе фатирлы итә. Йәш ғаиләләргә, белгестәргә яңы юлдар асыла. Ҡулына диплом алған ҡыҙ һәм егеттәргә эшкә йүнәлтмә, йәшәргә бүлмә бирелә. Тик быға яуап итеп кеше идеяға хеҙмәт итергә тейеш була. Идеяға тоғро ҡалыусыларға мөмкинлектәр икеләтә киңәйә.
Туҡһанынсы йылдар ғына яңы һулыш өрөп ҡуя. Кеше үҙе үк кемгәлер булған бәйлелеген өҙөргә теләй төҫлө. Тик бәғзеләр юғалып ҡала. Бөтә ауыл халҡы тиерлек хеҙмәт иткән колхоздар бөтә. Хатта берләштергән идея ҡыйралғас, кешеләр үҙҙәренең тарҡау икәнлеген аңлағандай була, миңә ҡалһа.
Йәш быуын ошо шарттарға яраҡлашырға тырыша ла инде, ҡулай тип тапҡан мөмкинлектәрен барлай улар. Сағыштырып ҡарағанда иһә кешенең үҙаллы эшләүҙе хуп күреүе асығыраҡ сағыла башлай. Ҡалай ҙа халыҡ үҙе ошоға килә.
Уйлаһаң, бирелгән һорауға яуап та табылғандай. Йәғни хәҙер кеше үҙен үҙе ҡарай башлаһа, уның кемгәлер йәки нимәгәлер мохтажлығы ла кәмейәсәк. Тимәк, илебеҙ ҙә кешенең үҙаллылығына ҡарай атлай, тиер инем.
Ана, ауылдарҙа быны раҫлаған миҫалдар ҙа арта бара. Бюджет урындары ҡыҫҡартылып, кешегә эш кәмегәс, берәү фермер булып китә, икенсеһе диләнкәлә ағас ҡырҡып көн күрә. Бәғзеләр иһә уларға яллана йәки сит тарафтарға юллана. Кем нимәгә һәләтле, шуның менән мәшғүл. Байҙар байый, фәҡирҙәр фәҡирләнеүен дауам итә. Бер шәхестең шундай һүҙҙәре бар: “Әгәр оҙаҡ итеп упҡынға ҡарап торһаң, ул һине йотасаҡ”.
Йәнә урамдарҙағы тут ҡуна башлаған һыу колонкалары тураһында ла әйтеп китергә мөмкин. Ни генә тиһәң дә, күптәр йорт ихатаһында ҡоҙоғо булыуын хуп күрә. Үҙеңдеке булғанда, башҡала мохтажлығың кәмей бит. Бына, ҡояштан ғына энергия ала башлағанда, яҡтылыҡ менән яғыулыҡҡа ла түләүҙең ихтыяжы ҡалмаҫ, моғайын.
Республика Башлығы ла халыҡта эшҡыуарлыҡ һәләттәренең етмәүен белдергәйне. Йәштәрҙең ҡыймылдамауына әсенеп, аныҡ тәҡдимдәр ҙә индерҙе. Минең иҫтә ҡалғандарҙың береһе – балды сит илгә һатыуға сығарыу тураһындағы фекере. Хәҙер инде был тармаҡта әүҙем эш бара. Һуңғы арала шулай уҡ сифатлы ҡымыҙ етештереп, бизнес ҡорған, туризм өлкәһендә эшҡыуарлыҡ башлаған йәштәр ҙә күренә.
Ә быйыл үткән “Клязьмалағы маҡсаттар биләмәһе” Бөтә Рәсәй форумында Премьер-министр Дмитрий Медведев, уҡытыусылар менән социаль хеҙмәткәрҙәр, төп һөнәрҙәренә тәғәйен эш хаҡы етмәһә, башҡа өҫтәмә шөғөлдө үҙләштерә ала, тигән фекерен еткерҙе. Йәнә лә һүҙ бизнес тураһында ине. Аҡсаның әҙ түләнеүенә килгәндә, был һөнәрҙәрҙе ул күңел талабы тип билдәләне. Ләкин бер көн килеп мәктәптәр хосусилаштырыла башлаһа, аптырайһы түгел. Сөнки өйөнә эйәреп ҡайтҡан ҡағыҙҙар өйөмөнән ҡотола алмаған кеше тағы ниндәй өҫтәмә эш тураһында уйлай алһын? Ә донъя көтөргә кәрәк. Был осраҡта тулыһынса башҡа шөғөлгә күсеү йәки, күңел талабы тигәндә, уҡытыу эшен бизнесҡа ҡороу ғына ҡулай күренә. Тик улайға китһә, ҡайһы бер һорауҙар борсоуға һала... Мәҫәлән, кем балаһына башҡорт телен уҡытыр өсөн аҡса түләргә әҙер булыр? Кем уны йәшәү, эшләү, аралашыу өсөн кәрәкле табыр? Ғәмәлдә туған тел һәм әҙәбиәт буйынса берәүҙең дә репетитор булып эшләгәнен күрергә тура килмәне. Бер мәл хатта баш ҡаланың китап магазиндарында йөрөп, бер әлифба ла таба алманым.
Хаҡлы ялға сыҡҡандарға килгәндә, һуңғы йылдарҙа дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтары булдырылыуы мәғлүм. Тәүҙә улар бихисап ине, үҙҙәре өйҙән-өйгә йөрөп хеҙмәттәрен тәҡдим итте. Йәнәһе, кемдең нисә йыл һәм ҡайҙа эшләүенә ҡарап түләнәсәк. Әгәр һүҙҙәре ысын була ҡалһа, пенсияһы шулай уҡ һәр кешенең үҙенән торасаҡ.
Һүҙемде йомғаҡлап, бер хәҙисте иҫкә алам: Мөхәммәт пәйғәмбәргә берәү килгән дә ярлылығына зарлана икән. Ләкин пәйғәмбәр оҙаҡ уйлап тормаған, бынан бишмәтен систереп, халыҡтан: “Бына, ошо кейемде кем ала?” – тип һораған. Шунда уның өсөн бер дирхам биреүсе табылған. Пәйғәмбәр иһә ярлыға ошо аҡсаны тоттороп, баҙарға балта алырға ебәргән. Тегеһе әйләнеп ҡайтҡас, балтаһын һаплаған. Өҫтәп: “Хәҙер урманға барып ағас йыҡ, һуңынан уны баҙарға сығарып һатырһың”, – тигән.