Һайлай бел06.09.2016
– Ремонт яһай башларға ине. Хәҙер штукатурка өсөн төрлө ҡушылмалар сығарыла – йәнең теләгәнен һайла, ләкин аныҡ ҡына ҡайһыһын алырға белмәйем…
Сабира Н.
Өфө ҡалаһы.
– Ысынлап та, төҙөлөш материалдары һатылған ергә барһаң, иҙмә өсөн бик күп ҡушылмалар тәҡдим ителә – башың әйләнер. Өйҙө ремонтлау тураһында һүҙ барғас, иң тәүҙә экологик яҡтан таҙа материал кәрәк. Мәҫәлән, гипс ташынан – тәбиғи минералдан яһалғаны. Нәҡ шундайҙарҙы мәктәп, балалар баҡсаһы, дауаханаларҙың стенаһын тигеҙләгәндә файҙаланалар. Ундай иҙмәне туранан-тура кирбескә, бетон пенополистиролға һәм башҡа материалға һылайҙар. Һөҙөмтәлә шул тиклем тигеҙ килеп сыға, өҫтәмә эш талап ителмәй. Иң мөһиме – “элекке” цемент ҡом ҡушылмаһына ҡарағанда ике-өс тапҡырға осһоҙораҡҡа төшә. Эшләү өсөн дә еңел – һығылмалы, йәбешеп тора. Бындай иҙмә менән тәжрибәле оҫта ла, тәжрибәһеҙ ҙә берҙәй эшләй ала.
Ләкин яҡшы, сифатлы ҡушылма алам тип, ялғанына юлыҡмағыҙ. Ысынында өс дәрәжә һаҡлау күрһәткесе була. Тәүгеһе “голограмма” тип атала. Ул тоҡтоң йөҙ яғына “һуғыла”. Был һатып алыусыға тауарҙы тикшерергә уңайлы булһын өсөн эшләнә. Мәҫәлән, “Ротбанд” ҡушылмаһын алайыҡ. “Немецкий стандарт” тигән яҙыу эргәһендәге ярым түңәрәкте ҡул менән ышҡыһаң, ул ялтырап китә. Ҡырҙаныраҡ ҡараһаң, зәңгәрһыу төҫө йәшелләнә.
Икенсе дәрәжә – тоҡ ҡағыҙының текстураһы. Алда телгә алынған ҡушылманыҡы тик ошо компания һәм Рәсәй баҙары өсөн генә етештерелә.
Өсөнсө һаҡлау дәрәжәһе – тоҡтарҙы маркалау. Унда материалдың етештереү ваҡыты секундына тиклем күрһәтелгән: ике тоҡто сағыштырһаң, бер-береһенә тура килмәҫкә тейеш.
Бына шулай, һәр нәмәнең сере бар. Ошоларҙы аса алһағыҙ, яңылышмаҫһығыҙ, эшегеҙ ҙә уң булыр.