Сентябрҙә бал ҡорттары ҡышҡа тамам әҙер була. Йәйге осорҙа йыйылған аҙыҡ запасын кәметмәү маҡсатында уларҙың осоуы ҡырҡа һирәгәйә. Кейәлә һаҡсы ҡорттар һаны арта, һәм улар үҙ эшенә көнөн дә, төнөн дә иғтибарҙы кәметмәй.
Инә ҡорт бала һалыуҙан туҡтай. Шарттарҙың үҙгәреүенә ҡарап, был осор айҙың төрлө ваҡытына тура килеүе ихтимал. Быйылғы йәш инәләр, ҡарттары менән сағыштырғанда, аҙна-ун көнгә йомортҡаны оҙағыраҡ һала. Әгәр умарталыҡ тирәһендә бер аҙ һут бүлеүсе һуңғы сәскәләр булһа, инә ҡорттоң йомортҡа һалыуы, ә эшсе ҡорттарҙың бала тәрбиәләүе оҙағыраҡ (уртаса айҙың беренсе яртыһында) дауам итә. Июлдә тыуып, ҡышлауға ҡалған оло бал ҡорттары яҙға саҡлы йәшәмәй, көҙгө һәм ҡышҡы осорҙа үлә.
Август һәм сентябрҙә тыуған үрсем генә яҡшы ҡышлай. Ҡышҡылыҡҡа ҡалған күс йәйгеһенән ныҡ айырыла. Әгәр йәйге осорҙа эшсе ҡорт 30-40 көн йәшәһә, ҡышҡа ҡалғаны 250-300 көн йәшәй. Уларҙың былай оҙаҡ йәшәүе бала тәрбиәләүҙә, аҙыҡ әҙерләүҙә һәм башҡа эштә ҡатнашмауҙары менән аңлатыла. Ҡышҡа ҡалған ҡорттар, йәйгеләре менән сағыштырғанда, кәүҙәгә ҙурыраҡ, эске ағзаларында май тупланыу сәбәпле, һимеҙерәк була. Ҡышлаусы ҡорттарҙың тәнендә һыу ҙа аҙыраҡ була.
Быны аңлаған умартасылар күберәк йәш үрсем алыу маҡсатында бал ҡорто ғаиләләрен емләүҙе был айҙа ла дауам итә. Шуны ла оноторға ярамай: быйыл тыуған үрсем кәмендә бер тапҡыр осош яһарға тейеш. Ҡыш иртә килеп, һуң тыуған бал ҡорттары осош яһай алмаһа, улар ҡышлап сыға алмай, үлә. Башҡортостан шарттарында бал ҡорттарының һуңғы осошо уртаса 15 октябргә тура килә. Шуның өсөн инә ҡорттоң 10-15 сентябрҙә бала һалыуҙан туҡтауын тәбиғи хәл тип ҡарарға кәрәк.
Ҡайһы бер умарталыҡтарҙа аҙыҡ запасын шәкәр шәрбәте иҫәбенә тулыландырырға тура килһә, был эште 10 сентябрҙән дә һуңламай башҡарырға кәрәк, сөнки ул бал ҡорто ғаиләһенең тормошона тығыҙ бәйләнгән.
Был айҙа эшсе ҡорттар ояның уртаһында, кәрәҙҙәрҙең аҫҡы өлөшөн балдан таҙартып, ҡышҡылыҡҡа күс өйөрөнә урын әҙерләй. Умартаға ел, һалҡын һауа инмәҫлек итеп, кейәне һәм ояның тирә-яғын елем менән һылай. Тыныс һәм ҡояшлы көндөң икенсе яртыһында йәш ҡорттарҙың тирә-яҡ менән танышыу һәм үҙләштерелмәгән аҙыҡ ҡалдыҡтарынан таҙарыныу маҡсатында умарта тирәһендә күпләп осоуын күҙәтергә мөмкин. Был саҡта умартасылар һәр күсте ентекләп ҡарап сыға.
Ҡайһы бер умартала, йәш үрсем сығып бөткәс, буш кәрәҙҙәрҙе баллылары менән алмаштырырға һәм, күстең көсөнә ҡарап, рамдар һанын кәметергә тура килә. Ҡорт елеме һәм балауыҙ менән ныҡ ҡапланған киндер япмаларҙы таҙаларына алмаштыралар, умартаға сысҡан инмәһен өсөн кейәләргә селтәрле тимер япма ҡуялар. Бал ҡорто ғаиләләрен ҡышҡылыҡҡа әҙерләп бөткәс, буш умарталарҙы, кәрәҙҙәрҙе ҡышҡа һаҡлау урындарына урынлаштыралар.
Тәүҙә һәр рам бал ҡорто елеменән, һуңынан балауыҙ һәм ҡорт тиҙәге эҙҙәренән ентекләп таҙартыла. Шунан һуң кәрәҙле рамдар төркөмдәргә бүленә: тулы һәм аҙ баллы рамдар, төп бал йыйыу осоронда ҡулланылған, быйыл төҙөлгән сифатлы кәрәҙ һәм иретеп балауыҙ алырға тәғәйенләнгән сифатһыҙ кәрәҙҙәр үҙ урындарына айырып ҡуйыла. Кәрәҙҙәр һандыҡтарҙа йәки умартала яҡшы һаҡлана.
Балауыҙ көйәһе булған умарталыҡтарҙа һаҡлауға ҡуйылған кәрәҙҙәрҙе, бер-береһенә тейҙермәйенсә, ара ҡалдырып урынлаштырыу яҡшы. Был осраҡта балауыҙ көйәһе ҡарышлауыҡтары зарарланған кәрәҙҙән зарарланмағанына тиҙ генә күсә алмай. Балауыҙ ҡарышлауыҡтарын үлтереү маҡсатында бал ҡорто баҙҙарында, кәрәҙ һаҡланған келәттәрҙә һәр кубометрға 120-150 грамм иҫәбенән көкөрт яндырыла. Уны яндырғанда газы умартасының сәләмәтлегенә зыянлы булыуын һәм янғын сығып китеү ихтималлығын да иҫтән сығарырға ярамай.
Кәрәҙле рамдарҙы таҙартып, төркөмдәргә бүлеп, балауыҙ күбәләгенән, сысҡандарҙан һаҡлауҙы ойоштороу – бик мәшәҡәтле һәм кисектергеһеҙ эш. Ун ике рамды таҙартып һаҡлауға ҡуйырға ярты сәғәт самаһы ваҡыт китһә, йөҙ күсе булған умарталыҡта был эшкә аҙна-ун көн ваҡыт үтә.
Һаҡлауға ҡуйылған кәрәҙҙәрҙең корпустарына, ҡайҙа ниндәй рамдар һаҡланыуын күрһәтеп аҡбур менән яҙып сыҡһаң, яҙғы һәм йәйге осорҙа кәрәкле рамдарҙы алып файҙаланыу умартасының эшен тиҙләтәсәк.
И. ШАФИҠОВТЫҢ
“Бал ҡортоноң наҙы бар” китабынан.