Арзан да, киң дә06.09.2016
Дәүләт ярҙамы менән эшләгән торлаҡ-төҙөлөш кооперативтарына 1 сентябрҙән яңы йорттар һалғанда фатирҙарҙы киң майҙанлы итергә лә рөхсәт бирелде. Бығаса уларҙың тәҡдимдәре “эконом-класс” менән генә сикләнә ине.

“Льготалы” торлаҡ-төҙөлөш кооперативтарына ҡағылышлы программа Рәсәйҙә 2011 йылда тормошҡа ашырыла башлағайны. Тәүҙә уның менән Торлаҡ төҙөлөшө үҫешенә булышлыҡ итеү фонды шөғөлләнде, артабан эстафетаны Торлаҡ өлкәһендә үҫештең берҙәм институты алды. Торлаҡ-төҙөлөш кооперативтарына дәүләт ойошҡан саҡта ярҙам итә, аҙаҡ йорт һалыу өсөн ерҙе бушлай бүлә. Шунлыҡтан уларҙың биналарының үҙҡиммәте баҙарҙағынан 30 процентҡа түбәнерәк килеп сыға. Йәнә бер өҫтөнлөгө бар: кооператив ағзалары йыйылған аҡсаның нисек тотонолоуын контролләргә, проект ойошмаларын һайларға, пайсылар реестрын үҙҙәре алып барырға хоҡуҡлы. Дәүләт тә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай, был иһә “алданған өлөшсөләр” проблемаһынан ҡурҡмаҫҡа мөмкинлек бирә.
Әле илдең 55 төбәгендә 147 торлаҡ-төҙөлөш кооперативы ойошоу өҫтөндә. Уларға инергә теләгән кешеләрҙең һаны 12 меңдән ашып китә. Тимәк, фатирлы булыуҙың был юлы үҙен аҡлай һәм уға ихтыяж ҙур ғына. Эксперттар фекеренсә, бөгөнгә торлаҡ-төҙөлөш кооперативтарының мөмкинлеге файҙаланылып бөтмәй, шуға ла программаға бәйле талаптарҙы заманға яраҡлаштырыу кәрәк.

Аҫраусыларға ла биреләсәк

Хәүефле объекттағы һәләкәттән зыян күргән кешеләргә компенсацияны арттыралар. Бөгөндән ғәмәлгә ингән был яңылыҡ ҡазаланғандарға ла, милкенән мәхрүм ҡалғандарға ла, яҡын кешеһен юғалтҡандарға ла ҡағыла.

Бығаса закон тарафынан билдәләнгән хәүефле объекттар иҫәбенә лифттар, инвалидтар өсөн күтәрткес платформалар, эскалаторҙар (метрополитендағынан тыш), автомобилдәргә яғыулыҡ ҡойоу станциялары, гидротехник ҡоролмалар, етештереү линиялары инә ине. Хәҙер пассажир конвейерҙары, йәғни траволаторҙар ҙа өҫтәлгән. Шулай уҡ “хәүефле объектта һәләкәт” төшөнсәһенең мәғәнәһе киңәйтелгән, ул ағыулы газдың һәм шыйыҡлыҡтарҙың ситкә сығып таралыуын, тау тоҡомдарының ишелеүен дә үҙ эсенә ала. Тимәк, законды үҙгәртеү ер ҡуйынындағы бәлә-ҡазала зыян күргән шахтерҙарға ла страховка түләүе алырға мөмкинлек тыуҙыра. Юғиһә “Ростехнадзор” ундай аварияларҙы хәүефле объекттағы һәләкәт тип танымай ине, ти белгестәр.
Компенсацияға килгәндә, элек һәләк бул­ғандар өсөн 2 миллион һумды алырға уларҙың иҫәбенә йәшәгәндәр генә хоҡуҡлы ине. Яңы ҡағиҙәләр буйынса был түләүгә авария ҡорбанын аҫрап торған яҡын кешеләре лә (ире, ҡатыны, ата-әсәһе, балалары һ.б.) дәғүә итә ала. Баҡһаң, статистика асыҡ­лауынса, һә­ләкәт ҡорбандарының яртыһынан да аҙы­рағы кемделер үҙ аҡсаһына ҡарап тора икән.
Ҡыҫҡаһы, бөгөндән хәүефле объектта эшләүсе һәләк булған осраҡта уның туған­дарына 3 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелә: мотлаҡ социаль страховка буйынса – 1 миллион, хәүефле объекттар хужаларының гражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау йүнәлешенән – 2 миллион һум. Элек был түләүҙәрҙең береһен генә алыу мөмкин ине. Милек юғалтҡандарға килгәндә, ундай граждандарға компенсация 500 мең һумғаса арттырылды (элек – 360 мең һум), юридик берәмектәргә – 750 мең һумға тиклем (бығаса – 500 мең һум).

Урыны
йомшаҡ та ул...


4 сентябрҙән инвалидтарға һәм оло йәштәгеләргә тәғәйенләнгән дөйөм йәшәү урындарында ике яруслы, йыйып-ҡоролмалы карауаттарҙы ҡулланыу тыйылды. Был – “Роспотребнадзор”ҙың социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларындағы эште көйләү буйынса яңы санитар-эпидемиологик сараларында билдәләнгән нормаларҙың береһе генә.

Йәшәү урындарын уңайлы итергә тырышһалар ҙа, социаль стационарҙарға аҙыҡ-түлекте дөйөм туҡланыу урындарынан ташыуға рөхсәт биргәндәр. Әлбиттә, хәүеф­һеҙлек талаптарын үтәү шарты ҡаты ҡуйыла. “Роспотребнадзор” белгестәре аңлатыуынса, барлыҡ гигиена һәм эпидемиология ҡағиҙә­ләренә ярашлы эшләгән хәлдә ҡурҡыныс янамай.
Инвалидтар һәм оло йәштәгеләр тәрбиә­ләнәсәк йорттарҙы хәҙер ҡала-ауылдарҙағы ҡәҙимге өйҙәр араһында ла төҙөргә мөмкин. Айырым ишеге булған хәлдә ниндәйҙер бинаның бер өлөшө лә файҙаланыла ала. Бынан тыш, хәҙер ике һәм унан күберәк ҡатлы приюттарҙың лифттарын аҡылы теүәл булмағандар, аяҡ-ҡулы зәғифләнгәндәр генә түгел, барыһы ла ҡулланасаҡ.

Табылдыҡ
һинеке түгел!


Боронғо әйберҙәр менән сауҙа итеүселәр өсөн 2013 йылдың авгусында башланған амнистия тамам. Тарихи-археологик ҡиммәткә эйә булған табылдыҡтарҙы һатыуға, нимәгәлер алмаштырыуға һәм бүләк итеүгә бынан ары рөхсәт юҡ.

Был өлкәләге мародерҙар өсөн Рәсәйҙә закон ҡаты – енәйәт яуаплылығы ҡаралған. “Ҡара археолог”тарға, айырыуса ҙур мәҙәни байлыҡ тип һаналырлыҡ артефакттарҙы дәүләткә тапшырыуҙан баш тартһалар, 6 йыл­ға иркенән мәхрүм ителеү янай. Археологик ҡиммәттәрҙе юҡҡа сығарыусыларҙан һәм боҙоусыларҙан 7 миллион һум күләмендә штраф түләтеүҙәре ихтимал.





Вернуться назад