Рәшәткәһеҙ төрмә06.09.2016
Рәсәйҙең Юстиция министрлығы холоҡ төҙәтеү урындарының яңы төрөнә – хөкөмгә тарттырылғандарҙы мәжбүри эшләтеүсе үҙәктәргә – ҡағылышлы закон проекттары әҙерләгән, тип хәбәр итә “Российская газета”. Совет осороноң иркенән мәхрүм ителгәндәрҙе халыҡ хужалығы объекттарын төҙөүгә оҙатыу тәжрибәһен хәтерләткән бындай яза киләһе йылдан ҡулланыла башлаясаҡ.


Проектҡа ярашлы, “дөйөм йорт”ҡа эләккәндәр дәүләт тарафынан тәғәйенләнгән ойошмаларға барып, уларҙың етәкселәре ни ҡушһа, шуны башҡарырға бурыслы. Тик яза башҡарыу хеҙмәткәрҙәре ирке­нән мәхрүм ителгәндәргә эште бүлгәндә ирҙәрҙе – ҡатындарҙан, йәштәрҙе – өлкәндәрҙән, һау-сәлә­мәттәрҙе сырхауҙарҙан айырып ҡарарға тейеш. Холоҡ төҙәтеү үҙәгендә даими теркәлеп торһалар, ҡайһы берәүҙәргә үҙен эшләткән предприятиеның махсус (яңы закон талаптары буйынса) йыһазлан­дырылған ятағында йәшәргә лә рөхсәт бирелә. Бынан тыш, суд ҡарары буйынса билдәләнгән ваҡыттың өстән бер өлөшө үткәндән һуң тотҡондар яза башҡарыу ойошмаһы урынлашҡан ҡалала шәхси йәки ҡуртымға алынған фатирҙа ғаиләһе менән тороуға өмөт итә ала. Йәнә шул уҡ шарт менән – үҙәк менән бәйләнеште өҙмәҫкә кәрәк. Эште еңеләйтеү өсөн әле электрон беләҙектәр ҡулланыу тәжрибәһе өйрәнелә, ти.
Холоҡ төҙәтеү үҙәктәрендә шарттар колониялағыға ҡарағанда йомшағыраҡ буласаҡ. Әлбиттә, бөтөнләй иркен йәшәйәсәктәр, тип аңларға ярамай. Тәртип шунда­йыраҡ: иртәнге сәғәт 6-ла барыһы ла йоҡонан тора, 15 минут зарядка яһайҙар, йыуынып, кейенеп, ашап алғандан һуң 15 минуттан 8 тула тигәндә эшкә сығып китәләр, киске 6-ла ғына бушайҙар, бер аҙ шәхси ваҡытын файҙаланғас, теүәл 10-да ятырға тейештәр.
Шуныһына иғтибар итмәйенсә булмай: заманса төрмәлә тотҡон­дарға өҫ һәм аяҡ кейемен, аҙыҡ-түлекте үҙҙәренә хәстәрләргә тура киләсәк. Коммуналь түләүҙәр ҙә уларҙың хеҙмәт хаҡынан алып ҡалына. Бик аҙ аҡсалыларға ғына дәүләт иҫәбенә туҡланыу, кейенеү мөмкинлеге биреүҙәре ихтимал.
Холоҡ төҙәтеү саралары мәжбүри эш менән генә сикләнмәй, әлбиттә. Мәҫәлән, эске тәртипте боҙғандарға ҡаты шелтә алыу, 15 тәүлеккә тиклем бикле ултырыу янай. Фатирҙа йә предприятие ятағында йәшәргә рөхсәт алып та, ышанысты аҡла­мағандар кире казармаға ҡайтары­ласаҡ. Кемгә – яза, кемгә хуплау тейеш икәнлеген махсус дисциплина комиссияһы асыҡлай.
Рәсәйҙең Енәйәт кодексында язаның хеҙмәт менән бәйле өс төрө хаҡында әйтелгән. Үҙ-ара оҡшаш булғанға күрә уларҙы йыш ҡына бутайҙар. Беренсеһе – холоҡ төҙәтеү эштәре: кеше ҡәҙимгесә йәшәй, тик ай һайын уның хеҙмәт хаҡының ниндәйҙер өлөшө дәүләт файҙаһына тотоп ҡалына. Икенсеһе – мотлаҡ эштәр: ғәйебен юйыу өсөн кеше буш ваҡытында урындағы власть ҡушыуы буйынса ҡойма буяй, урам һеперә һ.б. Өсөнсө сара тураһында иһә бығаса оҙаҡ ҡына бәхәс барҙы, уны ғәмәлгә индереү ваҡыты бер нисә мәртәбә кисектерелде. Юстиция министрлығы белгестәре инаныуынса, хәҙер инде ҡануниәт нигеҙҙәре әҙер һәм 2017 йылдың 1 ғинуарынан мәжбүри эшләтеү ҡулланыла башлаясаҡ.





Вернуться назад