Кисектереп түләргә мөмкин06.09.2016
1 сентябрҙән илдә ҡулға алынған автомобилдәрҙе күсереп йөрөтөүҙең һәм һаҡлауҙың яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә инде. Ошо көндәрҙә был мәсьәләгә ҡағылышлы тарифтарҙы иҫәпләү буйынса методик күрһәтмәләр ҙә барлыҡҡа киләсәк.

Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер урындағы етәкселек ҡулға алынған автотранспортты штраф туҡталҡаһына илтеү һәм һаҡлау шарттарын, шулай уҡ бының өсөн хаҡты башҡарма власть тарафынан ҡабул ителгән талаптарға ҡарап билдәләй ала. Ә ундай ҡағиҙәләр – Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең фарманы менән раҫлан­ған методикала.
Бығаса автоһәүәҫкәрҙәр машина­һын эвакуатор тейәп алып киткән хәлдә иң беренсе түләү мәсьәләһе тирәләй баш вата башлай ине. Яңы ҡануниәт буйынса эвакуация өсөн бурысты, штраф кеүек үк, 60 көн эсен­дә ҡапларға мөмкин. Әгәр ЮХХДИ инспекторы ҡабул иткән ҡарар менән килешһәң, әлбиттә.
Закон сығарыусылар был өлкә­ләге хәлде көйләүгә һис тә тиктомалдан тотонмаған. Юғиһә йыш ҡына автомобилде штраф туҡтал­ҡаһынан сығарыу оло бәләгә әйләнә ине. Кеҫәңдә аҡсаң гел булып тормай, үтескә бирерлек кешене табыуы ла ҡайһы саҡта еңел түгел. Етмәһә, машина ныҡ кәрәк ваҡытта түләүҙе башҡарырлыҡ банктың эшләмәүе ихтимал бит әле. ЮХХДИ тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙы ғәмәлдән сығартҡан осраҡта законһыҙ эвакуация өсөн күсерелгән аҡсаны кире ҡайтарыуы ла ҙур мәшәҡәттәр тыуҙыра торғайны.
Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт ҡулға алынған автотранспортты күсереп йөрөтөү һәм һаҡлау тарифтарын иҫәпләү буйынса өс методика тәҡдим иткән. Төбәк влас­тары үҙҙәренең шарттарын бил­дәләгәндә уларҙың теләһә ҡай­һыһына нигеҙләнә ала.
Тәүге методика ябай ғына, ул тө­бәк­тә транспорт сараларын эва­ку­а­циялауҙың уртаса хаҡын һанап сығарыуҙы ғына талап итә. Ҡалған икәүһе иһә бик ҡатмарлы: яғыу­лыҡҡа, эвакуация эшмәкәрлегендә ҡатнаш­ҡандарға хеҙмәт хаҡы түләүгә, туҡ­талҡаны тәртиптә тотоу­ға, биналарҙы ҡуртымға алыуға, йөк автомобил­дәренең үҙҙәрен һаҡ­лауға, махсус ке­йемдәргә һәм ҡорамалдарға, стра­ховкаға сығым­дарҙы иҫәпләргә кәрәк.
Нисек кенә булмаһын, киләсәктә ҡулға алынған автомобилдәрҙе эвакуациялау буйынса хеҙмәттәр ныҡ ҡына арзанаясаҡ. Ул урындағы ҡаҙнаға файҙа килтереүсе эшмә­кәрлеккә әйләнергә тейеш түгел, ти белгестәр.





Вернуться назад