Интернетта... балаларға һунар06.09.2016
Интернетта...  балаларға һунар Социаль селтәрҙәр ғаилә фотолары менән тулған. Күптәр балаларының төрлө ерҙә, төрлө ҡиәфәттә төшкән рәсемдәрен таныш-тоноштарына күрһәтеп, “лайк”тар йыя. Эйе, һәр сабый – ата-әсәһе, олатай-өләсәйҙәре өсөн бәхеттең бер өлөшө, улар шатлығын башҡалар менән уртаҡлашырға теләй. Ә хәүеф тураһында уйлап та бирмәйҙәр.


Эксперттар аңлаты­уын­са, “Facebook”, “YouTube” кеүек сайттарға ниндәйҙер фоторә­семде, видеояҙманы ҡуйғанда кеше үҙе лә аңғар­маҫтан ошо сервистар менән тәҡдим ителгән мате­риалдар­ҙы ирекле, шул иҫәптән коммерция маҡсатында файҙа­ланыу тура­һында килешеү төҙөй. Аҙаҡ берәй порталда, хатта матбуғат баҫмаһында балаңдың йөҙөн күреп ҡалдың икән – үҙеңә генә үпкәлә. Ә фотоларҙы төрлө кеше ҡарай: юғары мәҙә­ниәтле, саф күңелле ата-әсәләр ҙә, мут һәм енси яҡтан бәйһеҙ әҙәмдәр ҙә...
Ҡайһы берәүҙәр, шуны аңлап, “күҙ тейә” йәки “сихыр­лауҙары бар” тигән шик-шөбһә менән балаларының һүрәтен ябыҡ альбом­дарға ғына урынлаштыра. Тик был ғына етәме һуң? Юҡ, әлбиттә. Дуҫтары­ғыҙҙың берәйһе әлеге фото­ларға “лайк” ҡуйып, ошо яңылығын бүтәндәр менән уртаҡлаштымы, мәғлүмәт билдәләнгән сиктәрҙән сығып та китә.
Сихырлау мәсьәләһендә туҡталып тормайынса, сайтта табылған һүрәттәрҙең педофилдар, хулигандар өсөн ниндәй табыш икәнлеген самалап ҡарайыҡ. Бер фотоальбом ярҙамында ла бала­ның ҡайҙа уҡығанын, ниндәй түңәрәктә шөғөлләнгәнен, нимә яратҡанын, ата-әсәһе һәм дуҫтары кем булыуын белергә мөмкин бит. Енәйәт­селәргә тыныс мөйөштә һағаларға ғына ҡала. Ҡорбан менән танышыу, уртаҡ тел табыу, нимәгәлер ымһын­дырыу, күңеленә үтеп инеү инде бер ни тормай...
Журналист Дмитрий Токметсис менән дизайнер Юрий Вирман тәжрибә ниәтендә бер сайт асып, илебеҙҙә кескәй­ҙәрҙең фотоларын ҡулланыу мөмкинлеге ниндәй кимәлдә икәнлеген тикшергән. Улар­ҙың интернет-магазины аша 16 евроға үҙеңә оҡшаған теләһә ҡайһы сит баланың фотоһын һауыт-һаба тышына баҫтыртып алырға була. Һүрәттәрҙең барыһын да әлеге проект авторҙары социаль селтәрҙәрҙән йыйған, бер кемдән дә рөхсәт һорарға тура килмәгән.
Францияның Милли поли­цияһы Интернет аша халыҡҡа шундай мәғәнәле мөрәжәғәт таратҡан, ти: “Барыбыҙ ҙа балаларыбыҙ өсөн ҡыуа­нырға, ғорурланырға хоҡуҡлы, әммә абай булығыҙ! Уларҙың фотоларын сайттарға ҡуйыуҙың хәүеф менән янауын иҫтән сығармағыҙ! Бәлиғ булмағандарҙың шәхси тормошон ҡурсалау, имидждарын һаҡлау бик мөһим!” Ысынлап та, имидж тигәндән, үҙҙәренең глобаль селтәрҙә танылыу яулай барыуын әлегә белмәгән, аңламаған сабыйҙар ата-әсәһенең әлеге ҡылығына риза булыр инеме икән? Төрлө ҡиәфәттәге рәсемдәрен тотош ғәләмгә таратҡан өсөн аҙаҡ үпкәләп, күңелдәре кителеп йөрө­мәҫтәрме?
Рәсәй ҡануниәте граждан­дарҙың фотоларға ҡағы­лышлы хоҡуҡтарын яҡлай. Рәсемегеҙҙе Интернетҡа үҙегеҙ ҡуйған хәлдә лә уны нин­дәй­ҙер маҡсатта ҡулланыу өсөн башҡалар һеҙҙән рөхсәт һорарға тейеш. Был талап­тарҙан тайпылыу мөмкинлеге Гражданлыҡ кодексы­ның 152.1-се статьяһында бил­дәләнгән. Атап әйткәндә, әгәр кеше аҡса өсөн фотоға төшкән (журналға, сайтҡа, баннерға һ.б.) йәки йәмәғәт урынында кадрға эләккән икән, был мате­риалды артабан файҙаланыуға унан ризалыҡ алыу мотлаҡ түгел.
Фоторәсемегеҙ Интернетҡа һеҙҙең рөх­сәттән тыш барып ингән булһа, уны ҡул­ланыу­сыларҙы әлеге лә баяғы 152.1-се статья менән ҡур­ҡытып, хәлде көйләргә мөмкин. Бындай талап менән тәүҙә фотоғыҙ урынлашҡан сайттың хакимиәтенә яҙма мөрәжәғәт биреп ҡарағыҙ. Дәғүәгеҙ ҡәнәғәт­ләнде­рел­мәгән осраҡта һис шиклән­мәйенсә судҡа бара ала­һығыҙ.


Вернуться назад