Азатлыҡты ғәҙел бүлешеп буламы?06.09.2016
Азатлыҡты ғәҙел бүлешеп буламы? Һуңғы йылдарҙа үҙебеҙҙе азат итеп тойорға, закон биргән хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡларға өйрәндек. Тик... шуның менән бергә рухиәтебеҙ нигеҙенән – үҙ-ара килешеп, татыу йәшәү йолаларынан – һаман нығыраҡ ситләшә барабыҙ. Был шунан киләлер: берәүҙәрҙең законды оҫта файҙаланып иркенлектә көн итеүе арҡаһында бүтәндәрҙең мәнфәғәтенә зыян килә, шунлыҡтан күңелдәрҙе көнсөллөк, ҡомһоҙлоҡ, рәнйеү, нәфрәт, үс алыу теләге биләй. Йәмғиәтебеҙ тарҡала. Киң мәғлүмәт сараларында суд менән бәйле эштәрҙе даими рәүештә асыҡтан-асыҡ күрһәтеү, халыҡтың ҡыҙыҡһыныуын арттырыу өсөн уларға “тоҙ-борос” та өҫтәп ебәреү һөҙөмтәһе булараҡ хәҙер ауылдаштар, күршеләр генә түгел, бер туғандар араһында ла мөнәсәбәттәрен прокуратура, адвокатура аша асыҡлаусылар күбәйҙе.


Дмитрий Медведев Рәсәй Президенты булған саҡта ил етәксеһе ауыҙынан йыш ишетелгән “хоҡуҡи наҙанлыҡ” тигән төшөнсә халыҡ араһында киң таралып киткәйне. Әлбиттә, һөнәре буйынса юрист кеше ватандаштарының ҡану­ниәткә ҡарата ихтирамын арттырырға, уҡымышлы, белемле граждандарға таянып асыҡ, әүҙем, көслө йәмғиәт булдырырға, ысын демократия урынлаш­ты­рырға теләгәндер. Һис шикһеҙ, был маҡсатҡа ниндәйҙер кимәлдә өлгәшелде: кеше хоҡуҡтары хаҡында күберәк ишетелә башланы, власть ябай халыҡҡа йөҙө менән боролғандай булды, бығаса ғәҙеллеккә өмөтө өҙөлөп йөрөгән күптәрҙең “теле асыл­ды”... Тик ошо күтәренкелек шарттарында замандаштарыбыҙ ниндәй ҡапҡанға эләккәнен һиҙмәй ҙә ҡалды һымаҡ.
Абруйлы бер политологтың “Демократия – кешелек тари­хындағы иң бөйөк әкиәт” тигәне хәтерҙә. Эйе, барыһының да мәнфәғәттәре тигеҙ яҡланырлыҡ сәйәси ҡоролош ғәмәлдә һис тә була алмай. Ер йөҙөндә һәр кемгә урын да, ризыҡ та етерлек, тиһәләр ҙә, күңелдәрҙә нәфсе бар бит әле. Хәйер, тиҫтәләрсә йыл дауамында коммунизм төҙөү менән мәшғүл булғандарға был турала һөйләп тороу кәрәкмәҫ тә: социализм шарттарында ла бөтөн кеше тигеҙ йәшәмәне, Рәми Ғари­повтың поэмаһындағыса, ҡаҙа­ныштарҙың “бер осонан – бал, икенсеһенән ҡан тамып” торҙо.
“Ҡулланыусылар фетнәһе” тигән төшөнсә лә ят түгел бөгөнгө йәмғиәтебеҙгә. Эшҡыуарҙар, бигерәк тә ниҙер етештереүселәр, хеҙмәтләндереүселәр өсөн бик ҡаты һынау ул. Ҡулланыу­сы­ларҙың тауар йә эш сифатына дәғүә белдереп судҡа ғариза биреүе, компенсация талап итеүе, түләүҙән баш тартыуы йыш ҡына булдыҡлы йүнселдәрҙе бизнестан китергә, вағыраҡ фирмаларҙы ябылырға мәжбүр итә. Америкала бер ҡарсыҡтың эҫе ҡәһүә өсөн “Макдоналдс”тан шаҡтай күп аҡса ҡайырып алғаны тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр, бәлки. Әгәр ундай хәлгә беҙҙәге ябай кафе тарыған булһа, хужаһы муйындан бурысҡа батыр ине.
Эшҡыуарҙар үҙҙәренең клиенттары менән бәйле ығы-зығы тураһында башҡаларға өндәш­мәүҙе хуп күрә, хатта нисек тә булһа йәшереп ҡалырға тырыша. Шуға ла “суд” тигәнде ишетеү ме­нән күптәре, эште ҙурға ебәр­мәйенсә, дәғүә белдереүсенең талабын үтәргә ашыға. Бер тапҡыр ауыҙы бешкәндәр иһә өрөп ҡаба: һауыт-һаба йыуыуға тәғәйенләнгән шыйыҡлыҡ һауы­тына “эсергә, аҙыҡҡа ҡушырға ярамай” тип яҙыуҙары; үткер әйберҙе һатҡанда “ҡырҡылып ҡуймағыҙ” тигән иҫкәртеү биреүҙәре; һәр магазин, дарыу­хана, хеҙмәтләндереү офисы алдына инвалидтар өсөн пандус ҡуйыуҙары һ.б. – “ҡулланыусылар фетнәһе”нән һаҡланыу саралары ул. Һуңғы осорҙа штатта юрист тотоу һәр урында ҡәҙимге күренешкә әүерелде.
Иң аяныслыһы – ошо күре­нештең мәғариф өлкәһенә бик йылдам үтеп инеүе. Өмөтлө быуын тәрбиәләйем тип тырышыу­сылар балалар, ата-әсәләр менән мөнәсәбәт урынлаштырғанда йыш ҡына ике арала ҡануниәт кәртәләре тороуын тоя. “Ниңә минең балам мәктәптә иҙән йыуырға тейеш? Был турала ҡайһы законда яҙылған?”, “Уҡыусыларҙы экскурсияға алып сығырға рөхсәтте кем бирҙе һеҙгә? Берәйһенә талпан ҡаҙал­һа, йығылып имгәнеп ҡуйһалар...”, “Ни өсөн дәрескә кеҫә телефоны алып инеүҙе тыяһығыҙ? Бәлки, балаға ашығыс эш буйынса өйөнән шылтыратырҙар”... Ошо­ноң һымаҡ һорауҙар көн дә яңғырай белем усағында. Закон менән янауҙар арҡаһында уҡы­тыусының, мәктәптең эшмә­кәр­леге бөтөнләй башҡа юҫыҡҡа боролоп барғандай. Улар, эшҡы­уарҙар һымаҡ, күп ваҡытын үҙен “ҡулланыусылар фетнәһе”нән яҡлауҙы хәстәрләп уҙғарырға мәжбүр. Уҡытыусыларға, табип­тарға, хакимиәт белгестәренә – барыһына ла бөгөн, эш сәғәтенән байтаҡ ваҡыт бүлеп, контроль органдары, судтар бәйләнә алмаҫ­лыҡ итеп тау-тау документ әҙерләргә тура килә.
Ғөмүмән, мина яланы буйлап атлағандай барыбыҙ ҙа. Теләһә ҡайһы яҡтан төрлөсә һөжүм булыуы ихтимал. Яҡшы адвокатың булмаһа, тиктомалдан ғәйепкә ҡалырыңды көт тә тор. Ә хоҡуҡ ойошмалары аҡса һуға... Уларға әлегенән дә ҡулайыраҡ шарттар юҡтыр: ҡануниәтебеҙ һығылмалы, халыҡ әйтмешләй, “ҡайҙа борһаң, шунда алып барып сығара”; кешеләр бер-береһенән көнлә­шеүсән, күптәрҙә “бынау байҙың иманын уҡытайым әле, әллә кем булып йөрөмәһен” тигән үс тойғоһо бар; “мин алдан өлгөр­мәһәм, ул мине судҡа бирәсәк” тип ҡурҡыусылар ҙа осрай; эш өсөн түләмәҫкә йәки тауар хаҡын ҡайтарып алырға күнеккәндәр бар... Адвокатҡа ни, ғәйепләүсе исеменән сығыш яһаһа ла, судҡа тарттырылғанды яҡлаһа ла, барыбер аҡса килә. ЮХХДИ бүлек­сәләре, страховка компаниялары, теркәү палаталары урынлашҡан биналар алдында юристар юҡҡа ғына төркөм-төркөм булып йөрөмәй инде.
Законлылыҡ булырға, кеше хоҡуҡтары һанланырға тейеш, быға һис тә ҡаршы әйтәһем юҡ. Тик ҡануниәтте ураған һайын ҡалҡан итеп тотоу, яман ниәттә файҙаланыу килешмәй. Ул юл беҙҙе һәләкәткә генә илтә – үҙ-ара татыулыҡтың ҡаҡшауы менән янай. Үҙеңде йәмғиәттең бер ағзаһы тип тойоу, киң мәғәнәлә ҡарағанда, шәхси азатлыҡтан яҡшыраҡ барыбер. Мәхшәрҙең тамыры намыҫ, иман булмауҙа, әлбиттә. Әгәр был тормошта барыһы ла ғәҙел эшләнһә, судта ла бер ниндәй яҡлаусы кәрәкмәҫ ине бит.
Бер нисә йыл элек өҫтәмә килем алыу мөмкинлеге тәҡдим иткәйнеләр. Йылы ғына әңгәмә һуңында “Адвокард” проектында ҡатнашырға саҡырҙылар. Сел­тәрле маркетинг инде: билдә­ләнгән хаҡты түләп, исемлектә теркәләһең дә башҡаларҙы ошо төркөмгә йәлеп иткән өсөн аҡса алаһың. “Бер яҡтан, “Адвокард” теләһә ҡайһы мәлдә һинең хоҡуҡтарыңды яҡлап сығырға әҙер булһа, икенсенән, даими килемең бар, – тине өгөтләүсе егет. – Беҙҙең халыҡ үҙ хоҡуҡ­тарын белмәй, шуға аҙым һайын отолоп тик йөрөй. Ә бына һиңә шундай шәп мөмкинлек тәҡдим ителә!..”
Барыбер оҡшап етмәне был нәмә. Күрәһең, ваҡ-төйәк өсөн тауыш сығарып, тартҡылашып йөрөү ҡаныбыҙҙа юҡтыр. Алданыуын-алданабыҙ инде ул, тик күңел тыныслығы ҡиммәтерәк.




Вернуться назад