Көн яманы үтер02.09.2016
– Сентябрь етте. Көҙ һулышы йөрәкте өшөтә, күңелдә ауыр тойғолар уята. Ҡулға эш бармай. Ошондай кисерештәрҙән нисек ҡотолорға, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Р. ФӘТҠУЛЛИНА.
Нуриман районы
.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бисмилләһир-рахмә­нир-рахим!
Әҙәм балаһын тәбиғәт­тән айырып ҡарау мөмкин түгел. Бигерәк тә тыуған ерендәге мөхиттән. Әйтә­йек, беҙ, Урал итәгендә ғүмер кисергән кешеләр, тормошобоҙҙо тауһыҙ, йылғаһыҙ, урманһыҙ, иркен яландарһыҙ, сылтырап аҡҡан шишмәләрһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Ҡырыҫ булһа ла, үҙ ҡышыбыҙ, күп осраҡта һуңлаңҡырап килгән яҙыбыҙ, ҡайһы саҡта “илау”ҙан арына алмаған, берсә ҡыҙыулығы менән хәлде алған йәйебеҙ, алтын диңгеҙеләй тулҡынланған көҙөбөҙ – барыһы ла күңелебеҙгә шул ҡәҙәр яҡын, ҡәҙерле. Әгәр ҙә ки тәбиғәтебеҙ гелән бер төрлө булып торһа, мәҫәлән, йыл дауамында көн дә ҡояштың ҡайнар нурҙары аҫтында ғүмер итергә тура килһә, ни эшләр инек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр? Юлдың да бит бормалыһы яҡшы – туп-тура барһа, сәфәргә сыҡҡандың иғтибары юғалыуы, хатта ки йоҡлап китеүе ихтимал.
Аллаһ Тәғәлә белмәй яралтмаған: тәби­ғәттәге һәр үҙгәрештең үҙ хикмәте бар. Йылдың миҙгел­дәргә бүленеүе, фасылдарҙың бер-береһенән айырылып тороуы әҙәм балаһын тулы тормош менән йәшәтә, ғүмерҙе “йоҡлап” үткәрергә ирек бирмәй. Әйтәйек, ауыл кешеһе яҙ сәсә, йәй баҡсалағы, баҫыуҙағы үҫентеләрен тәрбиәләй, көҙ уңышты йыйып ала. Һәр миҙгелдең ваҡыты ҡыҫҡа ғына – эштәрҙе үҙ мәлендә башҡарып өлгөр­мәнең икән, ҡыштың ауырға тура килеүе бар. Шуға ла әҙәм балаһы һис ҡасан ялҡау­ланмаҫҡа, ниндәйҙер сәбәп табып, “ҡулыма эш бармай” тип ултырырға тейеш түгел.
Эйе, көҙ етте, алда, иншаллаһ, оҙон ҡыш тора. Уға тулы әҙерлек, мул уңыш менән аяҡ баҫҡан, тимәк, ваҡытын хеҙмәттә үткәргән кешенең күңелендә һис ниндәй борсолоу булмаҫ. Шул уҡ мәлдә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, көҙ ҙә ҡыҫҡа ғына бит: “күңелем бойоҡ, бер нәмәгә тотона алмайым” тип һылтаулап, ваҡытты әрәм уҙғарыуҙың насар эҙемтәгә килтереүе ихтимал. Мосолман өсөн төшөнкөлөккә бирелеү, шикләнеү – гонаһ. Ул барлыҡ үҙгәрештәрҙән яҡшылыҡ өмөт итергә, һәр күренештән йәм табып йәшәргә, ауырлыҡ алдында ла туҡталып ҡалмаҫҡа тейеш. “Хәрә­кәттә – бәрәкәт”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә. Ошо һүҙҙәрҙе, шулай уҡ Ислам тәрбиәһендәге “Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма” тигән аҡылды ҡағиҙә итеп алһаҡ, тормошобоҙҙа “көҙгө депрессия” тигән төшөнсәгә урын булмаҫ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Көн яманы үтер, әҙәм яманы ҡалыр, ти халҡыбыҙ. Миҙгелдәр уҙа торһон, ә беҙ, хөрмәтле йәмәғәт, һәр көндән йәм табып, дәрт-дарман алып, үҙ-ара татыулыҡҡа ынтылып йәшәйек, балаларыбыҙға күркәм тәрбиә бирәйек, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итә беләйек. Ғүмер – Раббы­быҙҙың бөйөк ниғмәте. Уны матур үткәрһәк, изгелек өләшһәк, ауырлыҡ­тарҙы еңеп, алға барһаҡ, болоҡһоу көндәр ҙә “йылмайып” ебәрер, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Вернуться назад