Һәр hорау урынлы30.11.2011
«Ижтимағи электрон гәзит» сайты аша Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеhе Илшат Тажетдинов менән үткәрелгән онлайн-конференцияла дәүләт заказдары, федераль контракт системаhы, республиканың Көньяҡ Урал төбәген комплекслы үҫтереү программаhы hәм башҡа мәсьәләләр хаҡында hүҙ барҙы.
Дыуан районында йәшәүсе, үҙен Сергей Михайлович тип таныштырыусы кеше юл мәсьәләhен күтәрҙе. «Соҡор-саҡырлы юлдар – илдең мәңгелек проблемаларының береhе, – тине ул. – Яңыраҡ ҡына hалынған, әммә тиҙ арала туҙған асфальтты төҙөүселәр гарантия буйынса йүнәтеп бирергә тейеш түгелме hуң?» Илшат Тажетдинов уның менән килеште, сифатhыҙ эшкә ҡарата ниндәй сара күрергә мөмкин икәнлеген аңлатты: «Дәүләт контракттарында төҙөүселәрҙең бурыстарын аныҡ билдәләү мөhим. Ул саҡта тендерҙа еңгән ойошма юлды проектлау hәм hалыу менән генә сикләнмәйәсәк, байтаҡ йыл дауамында ошо объекттың именлеге өсөн дә яуап бирәсәк».
«Беҙҙәге мәктәп-интернат бинаhы иҫкергән hәм бик насар хәлдә, әммә балаларыбыҙ унда уҡырға мәжбүр», – тине Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан бер вәкил. Илшат Тажетдинов ул мәктәпте барып күреүе, мәсьәләне хәл итеү Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың шәхси контролендә булыуы тураһында белдерҙе.
Көньяҡ Урал урмандарының яҙмышы хаҡында ла hөйләшеү булды. «Ылыҫлы ағасты hайлап алып ҡырҡалар, ҡайын менән уҫаҡ ҡына ултырып ҡала. Урманды уйламай киҫеү арҡаhында шишмәләр ҙә ҡорой. Тағы 50 йылдан тәбиғәт ниндәй хәлгә ҡалыр икән?» – тип әсенде гәзит уҡыусыларҙың береhе. Уға яуап итеп Премьер-министр урынбаҫары төбәкте үҫтереү программаhына урманды рөхсәтhеҙ ҡырҡыуға ҡаршы көрәшкә бәйле етди бүлек индерелеүен әйтте.
Баймаҡ ҡалаhының 75 йыллығы нисек билдәләнәсәге тураhында hорашыусыға яуап итеп Илшат Тажетдинов Башҡортостан Президенты Указына ярашлы ойоштороласаҡ юбилей сараларын атап үтте. «Социаль-мәҙәни объекттар, юлдар hалынасаҡ, әйләнә-тирә төҙөкләндереләсәк, бер быуатлыҡ тарихҡа эйә булған Баймаҡ машиналар эшләү заводына ла иғтибар артасаҡ», – тине ул.
Д. УСМАНОВ.


Вернуться назад