Кем һуң уҡыр был донъяның йыназаһын?
Мостай КӘРИМ. Һаташамдыр, тип үҙемде йыуатһам, ҡәһәр һуҡҡыр өн икән. Телевизорҙы ҡабыҙыуың була, шайтан йәшниген ярырҙай гөрһөлдәү, шартлау, ут-ҡойон бар донъяны солғап ала. Маневрҙар, парадтар, яңы караптар, йондоҙҙарҙы ергә тәкмәстерергә ынтылып осҡан ракеталар... Ҡулға гәзит алһаң, сәйәсмәндәр теленән һибелгән янауҙар, вәғәҙәләр, ниәттәр... Донъя әллә, хәтерен юйып, йәнә һуғышҡа әҙерләнәме? Йә иһә һәммәбеҙ ҙә аҡылға еңеләйә барабыҙмы?!
Урағай-август елдереп үтеп тә китте, сираттағы айға аяҡ баҫтыҡ. Сентябрь. Йәш-елкенсәк, бала-саға, һабаҡ алмаҡҡа, аудиторияларға, кластарға инеп ултырҙы. Һабаҡ, эйе, ифрат кәрәкле ғәмәл. Ләкин, тарихи юғарылыҡҡа баҫып самалағанда, ул һәр кемгә лә уңай тура килмәй икән.
Бына 1939 йылдың 1 сентябре. Икенсе донъя һуғышы ҡупҡан көн. Ул саҡ, шәт, илебеҙ мәктәптәренең һәр береһендә ҡаһарманлыҡ дәрестәре үтер. Был – ғәҙел һәм иманлы сара. Ихаталарҙы, класс бүлмәләрен күтәреп алырҙай булып геүләшеп йөрөгән балаларыбыҙ мөғәллимдәрҙең, ил ағалары һәм ағинәйҙәребеҙҙең һәр һүҙен тын да тартмай тыңлай. Ғәжәпләнәһе лә түгел, сөнки ололар телендә – Ватан, намыҫ, батырлыҡ, тоғролоҡ кеүек изге төшөнсәләр. Изгелек әлегә өҫтөн сыға торғанда иһә илебеҙ ҙә йәшәр һымаҡ...
“Һуғышты хәрбиҙәр башламай. Һуғышты сәйәсмәндәр башлай”. Бар ғүмерен әрме хеҙмәтенә арнап, һуғышта һәм сәйәсәттә еңеүҙәрҙән бигерәк еңелеү иләктәрен үткән Америка генералы Уильям Уэстморленд ысынлап хаҡлымы икән ни? Хәйер, хәҙерге тормошобоҙ ҙа яҙмышыбыҙ булып эйәрә килгән ошо ҡәһәрҙе оноторға форсат бирмәй. Тарих сәхифәләрен ентекләп аҡтармай ғына ғүмер ағышына ҡолаҡ һалғанда ла, Икенсе донъя һуғышы тамамланды тигәс тә, кешелек тормошонда бер ҡасан да һиллек булмаған икән.
Шулай ҙа хәтер ниндәйҙер аңлашылмаған ныҡышмалылыҡ менән ете тиҫтәнән күберәк йыл элек Ер шарын дер һелкеткән донъя һуғышына әйләндерә лә ҡайтара. Ошо замандан һуң нисәмә быуын алмашынып өлгөрөүгә ҡарамаҫтан, ауыр яралар – уңалып, юғалтыуҙар онотолоп бөтмәгән икән, сөнки ХХ быуат уртаһындағы алты йыл эсендә кешелектең тәне өҙгөләнде, йәне йәһәннәмгә олаҡты.
Халыҡ “Ғәйеп онотолор, һабағы онотолмаҫ” тип әйтеп ҡалдырған. Бөйөк Ватан һуғышы һәм, ғөмүмән, Икенсе донъя һуғышы тигән ғәрәсәт тыма төшкәс үк тарихсылар, яҙыусылар, кино эшмәкәрҙәре ошо тиңдәшһеҙ фажиғәнең тамырҙарын юлларға, уны дәртләндереүселәрҙе аныҡларға, ҡайғы-хәсрәт йөгөн самаларға кереште. Ләкин шуныһы: һуғыш мылтығын тоҫҡаған һалдаттан түгел, бәлки, сәйәсмәндәр, дипломаттар кабинеттарынан, штаб карталары өҫтөнә эйелгән генералдарҙың уй-ниәттәренән башлана икән. Икенсе донъя һуғышы тарихына йәнә күҙ һалғанда, уның идеялары, маҡсаттары 1939 йылдың 1 сентябрендә бойомға ашырыла башлаһа ла, агрессия орлоҡтарының 20 – 30-сы йылдарҙа уҡ бураҙнаға һибелгәнлегенә ышанырбыҙ.
Тарихсы һәм публицист Хуан Кобо “Война началась в Испании. Испанские писатели о национально-революционной войне” исемле китабында ошолай тип яҙа: “Һуғыш йәшененең яҡынайыуы көндән-көн көсәйә барып, тынды ҡурғандай. Бөтә ғәм, әйтерһең, фашизм менән буласаҡ ғәйәт ҙур алышты көтә, ошо титаник көрәштә кешелектең яҙмышы хәл ителәсәген һиҙә.
...Икенсе донъя һуғышы башланырға әле өс йыл самаһы ваҡыт бар. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем – дүрт йыл ярым. Әммә фашизм менән ҡораллы бәрелеш башланған да инде. Йәйге ҡояшта ҡыҙған һәм ҡышҡы елдәрҙә туңған Кастилия тауҙарында, Каталония менән Леванттың мәңге йәшел үҙәндәрендә, Андалусия менән Эстремандураның зәйтүн урмандарында һуғыш өйөрмәһе ҡоторона. Испан халҡы, Ауропала беренсе булып, халыҡ-ара фашизмдың баштан-аяҡ ҡоралланған берләшкән көстәренең һөжүмен ҡайтарырға тырыша. Һуғыш Испанияла башланды...”
Халыҡтар, бик күп илдәр береһе артынан икенсеһе гитлерсы Германияның, фашистик Италияның һәм милитаристик Японияның агрессияһы ҡорбанына әүерелә барҙы. Әлеге өс дәүләт Икенсе донъя һуғышын тоҡандырырға ниәтләүен йәшермәй ҙә ине инде. Хәлдең мөшкөллөгөн күрә тороп, Англия, Франция һәм Америка Ҡушма Штаттары һуғышҡа әҙерләнгән дәүләттәрҙе “ризалыҡҡа ҡалдырыу”, агрессияның йүнәлешен нисек тә булһа СССР яғына бороу сәйәсәтен алып барҙы. Был хәҡиҡәт хатта һәр бер мәктәп уҡыусыһына ла мәғлүм. Ошо иманһыҙ һәм хәүефле сәхифәләрҙе тарих китабынан һис кем йыртып ала алмай.
Көнбайыштың оло дәүләттәре етәкселәре ғәмәлгә ашырған сәйәсәттең иң хурлыҡлы кәүҙәләнеше итеп Англия һәм Францияның идара иткән даирәләренең алман фашизмы менән 1938 йылдың сентябрендә ҡул ҡуйышҡан Мюнхен килешеүен атарға кәрәк. Агрессорҙарҙы самаһыҙ әпәүләү, уны яңынан-яңы баш-баштаҡлыҡтарға һөсләү ахырҙа шул ҡотҡосоларҙың үҙҙәренә килтереп һуҡты. Мюнхенда ҡара эш ҡылыуға йыл да үтмәй ҡалды, донъя һуғышының ялҡыны ике илде ялмап алды – Англия менән Франция яуға инде. Фашизм агрессияһы Көнбайыш илдәренә ҡағылмаясаҡ тигән концепция бөтә донъяның күҙе алдында селпәрәмә килде.
Советтар Союзына әйләнеп ҡайтҡанда, ул 30-сы йылдар буйы Ауропала коллектив хәүефһеҙлек системаһын булдырыу өсөн ныҡышып көрәште, агрессорҙарға ауыҙлыҡ кейҙереү һәм һәләкәткә юл асмау өсөн үҙенең көсөн дә, мәртәбәһен дә файҙаланды. Ләкин был маҡсатҡа өлгәшеүҙә илебеҙҙең тырышлығы ғына аҙ ине шул. Англия менән Франция Советтар Союзының эшлекле тәҡдимдәрен кире ҡаға торҙо һәм фашист агрессорҙарын бергәләп тыйырға теләк белдермәне.
1939 йылдың яҙында һәм йәйендә Лондон һәм Париж менән уртаҡ тел табырға тырышып, Совет хөкүмәте нимәгә иҫәп тотҡан һуң? Беренсенән, ул Көнбайыш илдәрендәге йәмәғәтселек фекере, СССР менән хеҙмәттәшлекте талап итеп, үҙ хөкүмәттәренә баҫым яһар, тигән өмөттә булған. Икенсенән, Англия менән Франция – бер яҡтан һәм Германия менән Италия икенсе яҡтан үҙ-ара ҡаршылыҡтарын еңә алмаҫ, тип фаразлаған. Өсөнсөнән, фашизм һәм һуғыш ҡурҡынысы алдында дәүләттәр менән халыҡтарҙың берҙәм фронтын булдырырға бик теләгән. Был осорона күрә дөрөҫ сәйәсәт иҫәпләнә. Ул Совет хөкүмәтенең тырышлыҡтары Көнбайыш илдәрендәге йәмәғәтселек фекере тарафынан етерлек хуплау тапмауы сәбәпле генә уңышлы булманы. Бөйөк Британияның сит ил эштәре министры Галифакс та, Премьер-министр Чемберлен да Советтар Союзы менән ысынлап килешеү төҙөшөүгә ҡәтғи ҡаршы төшә килгән.
Икенсе донъя һуғышы башланыу мәленән күп тиҫтә йылдар үтте. Һәм 70-се йылдарҙа инглиздәрҙең “Гардиан” гәзите бына нимә тип яҙҙы: “Баҫылып сыҡҡан 1939 йыл документтарынан шул мәғлүм: Чемберлен хөкүмәте рустарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалһа, Икенсе донъя һуғышы шул йылда башланмаҫ та ине. Англия, Франция һәм СССР араһындағы союз һуғышҡа кәртә ҡуя ала, сөнки Гитлер ул саҡта бөйөк державалар менән ике фронтта алышҡа инеүгә йөрьәт итмәҫ ине”. Ысынлап та, шундай союз ни сәбәпле ғәмәлгә ашмаған һуң? Гәзит былай тип яуап бирә: “Әгәр Чемберлен менән уның министрҙары ихласлыҡ күрһәтһә, Англия Рәсәй менән союзды үҙе теләгәнсә булдыра ала ине. Рәсәй шул союзға мохтаж булған һәм уны теләгән. Англия ла мохтаж булған, әммә – теләмәгән”. Англияның ике донъя һуғышы араһындағы сәйәсәтенә йомғаҡ яһап, Уинстон Черчилль: “Инглиздәрҙең тәкәббер иҫәрлеге һәм булдыҡһыҙлығы донъя өҫтөнә ябырылған ғәйәт ҙур бәләләргә юл ҡуйыуға ниндәйҙер дәрәжәлә сәбәпсе булды”, – тип яҙҙы.
Ғөмүмән, сәйәси теләктәшлек өҫкә сыға ҡалһа, Англия менән Францияның һәм Советтар Союзының фашист Германияһын ғына тыйырлыҡ рәте булған. Бөйөк Британия Черчиллдән алда ла, ул ил башына килгәс тә, хәрби авиацияны көсәйтеү, Хәрби-диңгеҙ флотын тағы ла ҡеүәтлерәк итеү өсөн аҡсаһын йәлләмәгән. Францияның атаҡлы етәксеһе генерал де Голль, герман милитаризмының бик тиҙ көсәйеүенә хәүефләнеп, флотты, ҡоро ер ғәскәрҙәрен, бронетанк частарын бермә-бер арттырыу хәстәрен күрә. Әгәр Франция Гитлерҙың тәүге ҡыҫымынан уҡ таралып төшкән, Англия утрауҙарында дер ҡалтырап һәләкәт көткән икән, бында француз йәки инглиз халыҡтары түгел, бәлки, хакимдарҙың ике-өс йөҙлө сәйәсәте ғәйепле.
Совет хөкүмәте яҡынлашып килгән агрессияны туҡтатыу хаҡына ихлас сәйәсәт алып барған. Хеҙмәттәшлекте ышаныс нигеҙендә ойоштороу өсөн ул ифрат ҙур асыҡлыҡтарға, хатта ҡайһы бер нәмәләрҙә үҙ мәнфәғәтенә хилафлыҡҡа ла юл ҡуйған. Советтар Союзы Маршалы Георгий Жуков “Воспоминания и размышления” тигән бик популяр мемуарында СССР, Англия һәм Франция хәрби миссияларының 1939 йылдың 15 авгусында үткән ултырышы тураһындағы яҙманан өҙөктәр килтерә. Унда күренеүенсә, Ҡыҙыл Армия Ауропалағы агрессияға ҡаршы СССР-ҙың Ауропа өлөшөндә фронтҡа 120 пехота дивизияһы, 16 кавалерия дивизияһы, 5 мең ауыр орудие, 9-10 мең танк, 5-5,5 мең хәрби самолет ебәрә ала. Һуғыш башлана ҡалһа, Франция менән Англия агрессорға ҡарап әле әйтелгән көстәрҙең 70 процентын хәрәкәткә килтерергә һәм илбаҫарға һуғыш асырға тейеш була.
Бүтәне инде тарих дәреслектәренән дә мәғлүм. Советтар Союзы, Германия менән һөжүм итешмәү тураһында пакт төҙөшөүгә ҡарамаҫтан, Англия, Франция, АҠШ менән бер табандан торорға тырыша. СССР, Мюнхендағы хыянатты фаш итеп, Чехословакияны ҡорал менән ҡурсаларға ла әҙер була. Ул хатта, Англия, Франция менән коалиция мөмкин булһа, ғәскәрҙәрен Ауропаға ебәрергә лә ризалыҡ белдерә. Әммә быға инглиздәр йоғонтоһо аҫтында булған Польша рөхсәт бирмәй. Көнбайыш иһә, үҙен ҡотҡарып ҡалыу өмөтө менән, агрессорҙы Көнсығышҡа һөсләүен дауам итә.
Фашистик Германия менән Италия ошонан оҫта файҙалана. 1939 йылдың 1 сентябрендә Германия Польшаға бәреп инә. Немец танк дивизиялары ике аҙна эсендә илде ҡыйрата. Франция иһә союздашының һәләкәтен “Мажино нығытмалары” артынан ғафиллыҡ менән күҙәтеп тора. Германия менән йәнә килешеүгә өлгәшә алмағас, Бөйөк Британия менән Франция 3 сентябрҙә уға һуғыш иғлан итергә мәжбүр була. Шулай, капиталистик дәүләттәр араһында уларҙың йырып сыҡҡыһыҙ ҡаршылыҡтары сәбәпсе булған ҡораллы бәрелеш – Икенсе донъя һуғышы башлана. 1941 йылдың июненә ҡәҙәр һуғыш үҙ ҡорона миллиардтан күберәк кеше йәшәгән утыҙға яҡын дәүләтте тартып, йөҙҙәрсә мең ғүмерҙе өҙөп өлгөргән. Фашист Германияһы Польша, Дания, Нидерланд, Норвегия, Бельгия, Люксембург, Югославия, Греция һәм Францияның байтаҡ өлөшөн баҫып алған.
Франция баш һалғас, Бөйөк Британияның да хәле бик мөшкөлләнә. Ил биләмәһенең бөтөнлөгө һәм бойондороҡһоҙлоҡ көн тәртибенә килеп баҫа. Бөйөк Британияның Черчилль етәкселегендәге хөкүмәте килеп тыуған шарттарҙа ситтән – АҠШ менән СССР-ҙан – ярҙамһыҙ Англияның еңеүгә иҫәп тота алмауын аңлай. Нацист Германияһына ҡаршы тора алырлыҡ берҙән-бер дәүләттең – Советтар Союзының – сәйәсәте һәм хәрәкәте хәл иткес факторға әйләнгән.
...Миллион ҡорбан, мең ғазап менән илебеҙ фашист Германияһын да, уның ҡуштандарын да теҙ сүктерҙе. Атай-әсәйҙәребеҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙ үлемдең үҙен үлтерҙе. Халҡымдың даны кемдеңдер күҙен сағылдыра, ҡаһарманлығы тынын ҡыҫа икән, был беҙҙең сир түгел.
“Хәйләкәрлеккә ҡарағанда, һаҡ булыу хәйерле. Ихласлыҡ һәр кемгә оҡшай. Ҡарамаҡҡа – ябай бул, ләкин һине ауыш тимәһендәр, зирәк бул, әммә мутлашма. Кешеләр һине уйлап эшләүең өсөн хөрмәт итһен, тик ике йөҙлөлөгөңдән шикләнмәһен”. Испан әҙибе һәм фәйләсүфе Бальтасар Грасиандың әйткәне һәр заманда, теләһә ҡайһы шарттарҙа ла урынлы булып ҡалалыр.