Беҙҙең атай ҡурай уйнаны...02.09.2016
Беҙҙең атай ҡурай уйнаны... Һин китәһең, һәм был донъя­ла һинән бер нәмә лә ҡалмай. Ҡара тупраҡ өйөмө генә... Хәйер, ул да ҡасандыр ер менән тигеҙләнә. Һин башҡарған ғәмәлдәр ваҡыт үтеү менән юйыла, боҙола, емерелә лә иҫкереп юҡҡа сыға. Һинең туралағы хәтирәләрҙе лә ваҡыт ашап бөтөрә. Әгәр ошо иҫтәлектәр балаларыңдың йөҙөнә яҙылмаған булһа... Ә балаларың, был хәтирәләрҙе һаҡлауҙан тыш, һинең исемеңде лә мәңгеләштерһә...

Байып барған ҡояшҡа хәлһеҙ ҡараш­тарын текләп, дауахана тәҙрәһенән урамға аяғын һәлен­дереп, яҡтауға һөйәлеп, бар көс-ҡеүәтен туплап бер уҙаман ҡурай уйнаны. Урал тауҙарының иң осо һаналған был офоҡтар ҡурайҙан һыҙылып сыҡҡан “Азамат”, “Урал”, “Сибай” көйҙәренә иҙрәне. Ә уҙаман үҙенең ҡыҫҡа ғына, ләкин күпте күргән ғүмерен һуңғы көйөнә һалды. Күҙ алдынан бөтә тормошо үтте...
Шәмсинур менән Вәлит Бай­мырҙин­дарҙың ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә атайым. Өләсәйемдең атаһы Шәкир олата­йыбыҙ әүлиә ине, тиҙәр, бик изге кеше булған ул, шуға күрәлер ҙә атайыма ла исемде Рәсүл тип ҡушҡандар. Бәлки, атайымдың ҡыҫҡа ғына ғүмер кисереүенә бәләкәй сағынан ҡалған ауырыуы ла сәбәпсе булғандыр. Бер саҡ ҡыш көнө бәләкәй Рәсүлде, өшө­мәһен тип ҡат-ҡат төрөндөрөп, толопҡа урап, күрше ауылға ат менән ҡунаҡҡа алып баралар. Ҡалын итеп төрөлгән атайым эҫелә үҙ быуына янған, тинеләр. Тиҫтерҙәре булған инәй-бабай­ҙар: “Аҡ ҡына йөҙлө малай күм-күк булып китә, беҙҙең эргәгә уйнарға сығармай торғайнылар, шул ауырып йөрөгәнгәлер инде”, – тип иҫләй.
Заманаһына күрә бик уҡы­мышлы һаналған минең олатай-өләсәйҙәрем. Шул Шәкир олатайым да белемле, бик хәлле лә булған. Граждандар һуғышында аҡтар ҙа, ҡыҙылдар ҙа килеп талаған уны, һөргөнгә лә ебәреп ҡарағандар, ләкин шул әүлиәлеге менәндер инде, барыбер Аралбай ауылында йәшәп ҡалырға яҙған уға. Өс ҡатыны булған, үҙе Стәрлебаш мәҙрәсәһенә йөрөп белем алған. Ҡыҙы Шәмсинур өләсәйемде тәрән белеме өсөн ихтирам иткәндәр. Вәлит олатайымдың яғынан да уҡымышлылар билдәле.
Беҙҙең өйҙә бер рәсем һаҡ­лана, атайымдың бәләкәй сағы, Вәлит олатайымдың әсәһе уны алдына алған, Шәмсинур өләсә­йем дә төшкән. Ошо рәсемде Вәлит олатайыма армияға ебәргәндәр, иҫке төркисә яҙманы ҡулланып олатайымдың әсәһе матур, тигеҙ хәрефтәр менән хат яҙған. Бәләкәй саҡтан шул яҙыу­ҙарға һоҡланып, өләсәйҙәрем шул ваҡытта уҡ матур итеп яҙа белгән, тип ғорурланып үҫтем.
Атайым да бик уҡымышлы булған. Өйҙә шәхси китапхана тотҡан. Унан ауылдаштар ғына түгел, күрше төбәктәрҙән китап һорап килгәндәр. Әҙәби, тарихи китаптар, шиғырҙар йыйынтыҡ­тары, башҡортсанан тыш, русса-татарса баҫмалар ҙа бар ине. Ләкин, үҙе иртә китеү сәбәпле, күп китап кешеләрҙә ҡалды.
Беҙ бәләкәй саҡта ауылда берәй иптә­шебеҙгә уйнарға барһаҡ, уларҙа осратҡан китапты алып ҡараһаҡ, “Баймыр­ҙиндар­ҙың шәхси китапханаһы” тигән яҙыу менән атайымдың ҡултам­ғаһын йыш күрә тор­ғайныҡ. Ауылда атайымды уҡытыусы тип йөрөткәндәр. Ул гел генә аҡ күлдәк кейергә яратҡан. Аҡ төҫтә күлдәк, аҡ костюм-салбар кейер ҙә, бәләкәй ҡыҙҙарын коляскаларына ултыртып, бер ауылдан икен­сеһенә ҡайныһы йортона йәйәү ҡунаҡҡа китер ине, тиҙәр. Уны ситтән күреүселәр, берәй уҡы­тыусы килә тип торһаҡ, үҙебеҙҙең Рәсүл кейәү икән, тигәндәр.
Әсәйемдең һөйләүенсә, берәй ҡайҙа барһа, һуңғы аҡсаһына китап һәм уйынсыҡ алып ҡайтыр булған. Өйҙә ашарға бармы-юҡмы, уныһына иғтибар юҡ, иң мөһиме – китап алған. Ә үҙен әҙ йөрөтмәгәндәр ситкә. Районда мейес сығарыусы, ағас эшкәртеү сәнәғәте, һүрәт төшөрөү буйынса оҫта итеп беләләр уны. Бөрйән леспромхозында эшләгән һәм юнып сувенирҙарҙы оҫта яһаған. Шул сувенирҙары менән уны Башҡортостан исеменән Мәскәүгә күргәҙмәләргә лә йөрөткәндәр. Әле лә унан ҡомартҡы булып һәр балаһына исемен юнып яҙ­ған йәки Мәскәүгә, Өфөгә күргәҙ­мәгә эшләгән исемдәре, йылдары яҙылған төрлө йәнлектәрҙән ағас һындары һаҡлана.
Ҡомартҡы, тигәндәй, атайы­быҙҙан беҙгә, һигеҙ балаһына, холоҡ-фиғеленән тыш, иң ҙур байлығы – китаптары менән тағы шахматы, гармуны, диафильмы һәм “Орион” исемле ике фотоаппараты ҡалған. Эйе, заманында киномеханик та булып эшләй ул. Ауыл халҡына һинд киноларын ҡуйып бер ҡыуандырһа, иң яратҡан шөғөлө фотоға төшөрөү була. Ул ваҡыттағы аҡ-ҡара төҫ­тәге фотоға төшөргәндән һуң, үҙенең махсус аппаратында фотоһүрәттәрҙе төнөн үҙе эш­ләгән. Ә аҙаҡ инде шул кадрҙарҙы мейескә аҡҡа төшөрөп ҙурайтып, бер фильм итеп ғаиләлә кистәрен кино-фотофильм байрамдары ойошторор булған.
Атай вафат булғас, әле мин бәләкәй саҡта, “Кай менән Герда” кеүек әкиәттәр бар ине, беҙ уны күмәкләп ҡышҡы кистәрҙә ҡарай торғайныҡ. Шунан атайымдың ниндәйҙер бер әйтеп аңлатҡыһыҙ йылылығы килә торғайны. Үке­нескә ҡаршы, мин үҙем атайҙы күрмәнем. Ул ауырып түшәккә ятҡас, ғаиләнең артабанғы яҙмы­шы өсөн борсолған әсәйгә үтенес белдереп киткән. Буйындағы һигеҙенсе балаһын, атай үҙе булмаһа ла, үҙенең төҫө, һуңғы бүләге итеп табырға һәм һаҡ­ларға ҡушҡан. Шуғалырмы, атайымды бер ҡасан да күрмәгән булһам да, мин уны һәр саҡ күңелем менән һиҙҙем. Хәйер, әле саҡ һөйләшә башлаған ғына сағымда, өйҙә эленеп торған атайҙың ҙур фотоһына күрһәтеп туғандарым: “Был кем?” – тип һораһа, мин бик ихлас итеп “Бабай” тип йөрөгәнмен-йөрөүгә. Мин, бала, ҡайҙан ғына белһен инде, кешеләрҙең атаһы булырға тейеш икәнен.
Күршелә йәшәгән бала саҡ дуҫымдың атаһы миңә лә атай була икән тип, күрше ағай эштән ҡайтһа, дуҫым менән икәүләп “Атай!” тип ҡаршы йүгерер инек. Ул беҙҙе “улым, ҡыҙым” тип күтәреп, ике яҡ иңенә бер юлы күтәреп ултыртып алыр ине. Беҙ, ике баланың, түбәләре күккә тейер ине шунда, атайыбыҙ эштән ҡайтҡан, тип. Күрше ағайҙы атай тиһәм дә, өйҙә стенабыҙҙа эленеп торған атайҙы һәр саҡ күңел төпкөлөнән үҙем дә әле аңлап етмәгән бер хис менән тәрәндән хөрмәт иттем һәм яраттым. Кис уға ҡарап йоҡлап китә торғайныҡ.
Алдан әйткәнемсә, атайым ҡурайсы ғына түгел, гармунсы ла булған. Йырлаған да, бейегән дә. Әйткәндәй, беҙҙең ғаиләнең үҙенең ансамбле булған. Дүрт апайым бәләкәй саҡта атайым менән әсәйем бейеү һалған һәм апайымдар бейегән, әсәй иһә атайым ҡурайына, гармунына йырлар булған. Әсәйем дә – бе­йеүсе лә, йырсы ла. Беҙҙең ғаилә ансамблен районда концерттарҙа ҡатнаштырыр булғандар. Атай-әсәйҙең һәләтенә ҡараптыр инде, беҙҙә барыһы ла йырлай, бейей, һүрәт төшөрә, ҡул эштәренә оҫта һәм шахмат уйнай, һәр кемебеҙ бәләкәй саҡтан атай гармунын уйнап үҫтек. Ә иң мөһиме – бары­быҙға ла китап ене ҡағылған ине. Башҡорт әҙәбиәте уҡытыу­сыһы дәрестә: “Икенсе дәрестә был роман тураһында тулыраҡ итеп Баймырҙина һөйләп ишет­терә, уларҙа был китап бар һәм уны күптән уҡыған”, – тип әйтер ине.
Кешеләр беҙгә һәр ваҡыт: “Әсәйеңә һәйкәл ҡуйырлыҡ”, – тип әйтә. Беҙҙе яңғыҙы аяҡҡа баҫтырғаны, кеше алдында кәм-хур итмәй үҫтереп кеше иткәне өсөн әсәйгә рәхмәтле булһаҡ, һәр беребеҙгә китаптары аша аңды, рухты һалған атайҙы ла онотмайбыҙ. Эйе, беҙ атайһыҙ үҫтек, әммә китап уҡып, аҡылы­быҙ, аңыбыҙ, был донъяны дөрөҫ танып-белеүебеҙ, тәртип­ле, әҙәп­ле, иманлы булыуыбыҙ йәһәте­нән атайлыларҙан күпкә айырылып торҙоҡ. Кеше булып иртә етештек.
Әсәйебеҙ ғүмер буйы һауынсы булып эшләне. Беҙ йәйләүҙә йәшәнек һәм апайымдар, бәләкәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, әсәйгә һыйыр һауышты, һөт үлсәй торған ергә ун бишәр ҡаҙаҡ биҙрә менән һөт тә ташыны. Ә бесән эшләү, уны ҡышҡылыҡҡа йорт-ҡураға ташып ҡуйыу үҙе бер мәшәҡәт ине. Шулай итеп, ун ике-ун өс йәшлек мине лә бесән сабырға өйрәтеп алдылар. Ҡул менән саптыҡ, үҙебеҙ йыйып кәбәнгә ултырта торғайныҡ. Хәҙер белеүебеҙсә, минең, мәҫәлән, күп кенә тиҫтер ҡыҙҙарым береһе лә бесән эшләп йөрөмәгән, хатта сабырға ла өйрәнмәгән. Атайҙың юҡлығы беҙҙе ҙур эшкә, оҫта­лыҡҡа өйрәтте. Уныһы өсөн һис үкенерлек түгел. Беҙ үҙебеҙ ҙә бәлә һалып, илап йөрөр кешеләр булманыҡ. Атайыбыҙҙың холҡо бөтәбеҙҙә лә – ул шулай шым ғына, һәүетемсә генә, бер кемдән ярҙам һорамай, бер кемгә бәлә һалмай яңғыҙы эшләп тик йөрө­гән, тиҙәр. Уның эштәрен кешеләр әле булһа яҡшылыҡ менән хәтергә ала.
Бер ваҡыт Әтек ауылында ҙур янғын сыға. Бөтә кеше шунда ут һүндерергә ашыға. Ә атайым ул ваҡыт ауырый баш­лаған һәм тома һаңғырау булған. Барыбер өйҙә тик кенә ята алмай, янғын һүндерергә бара алмағас, ауыл пилорамаһына барып, шул Әтектә янған өйҙәр өсөн фронтон, тәҙрә-ишек яңаҡтары эшләй. Бер үҙе, бөтә ауылға етмәле. Әсәйҙең әйтеүенсә, ҡара төнгә тиклем эшләр, барып алмайынса ҡайтмаҫ ине, ти. Аҙаҡ ауылда күп өйҙәргә мейесте лә ул сығара. Нисәмә йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, кешеләр әле лә: “Беҙҙең өйҙө һаман да шул ваҡытта Рәсүл ағай сығарған мейес йылыта”, – тиҙәр.
Һәр эштең рәтен белеп, сифатлы эшләгән, тиҙәр. Буш то­рорға яратмаған атайыбыҙ баҡса ла үҫтерергә әүәҫ булған. Һис бер хужабикә тапмаған сәскә­ләрҙе лә атайым ғына үҫтерер булған. Уның баҡсаһында ҡарбуз-ҡауындарына тиклем үҫкән. Атайым тураһында һөйләй башла­һалар, иҫ китерлек, бер кешелә нисәмә һөнәр! Ҡуяндар ҙа көткән улар, йөнөнән шәл бәйләп, башлыҡтар ҙа теккән, ҡорт көтөп бал да етештергәндәр. Ысынында, ҡыҫҡа ғүмер итерен белеп, матур итеп йәшәп ҡалайым, тигәндер ул.
Ә бит уны әлеге лә баяғы төпкөл районда медицинаның камил булмауы бөтөрә. Ауырый башлағанынан алып туберкулез тип дауалайҙар. Ә уның йөрә­гендә физик кәмселек була. Өфөгә юллама бирергә ҡурҡып йөрөй ул ваҡытта район табиптары, яңылыш дауалағандары өсөн эштән ҡыуылыуҙан ҡурҡа­лар. Бер көн барыбер Өфө дауаханаһына эләккәс, инде операцияға һуң булыуын әйтәләр. Ә унан һуң, барыбер ҙә Белорет дауаханаһына операцияға күнде­реп ебәргәстәре, атайым ҡул һелтәп, үҙе баш тартып ҡайта. Эш үткән, исмаһам, һуңғы көндәремде балаларым янында үткәрәйем тип уйлай ул үҙенсә.
Өйҙән сығып киткәнендә үк, әгәр тиҙ әйләнеп ҡайтмаһам, операцияға ятҡан булырмын, тип иҫкәрткән. Ә дауаханаға барып еткәс, табиптарға күренгәндән һуң, дауахананың ашханаһына төшә, һәм ете балаһы һанына ҡарап ете сынаяҡ сәй һатып ала. Шуларҙы яйлап эсә-эсә ғаилә­һенең яҙмышы хаҡында уйлана, тиҙҙән мин китермен, ә балаларым мәңгелеккә атайһыҙ ҡалыр, тиҙерәк ҡайтайым, әҙ генә ваҡыт булһа ла улар эргәһендә булайым, тип табиптарға күренеп бөтмәй ҡайта ла китә. Шул ҡайтып йығылыуынан тормай. Һуңғы көндәрен Бөрйән район дауаханаһында әсәйемдең ҡара­уы аҫтында үткәрә ул.
Әсәйем береһенән-береһе бәләкәйерәк балаларын ҡарарға ҡайтҡан арала, атайым да табип­тарҙан ҡасып өйгә ҡайтыр булған. Һуңғы көндәре яҡынлашҡанын белгәс әсәйемдән үтенеп үҙе ғүмер буйы балыҡ тотоп йөрөгән Күжә йылғаһы буйына балыҡҡа алып барыуын һораған. Береһенә – ете, икенсеһенә биш йәш булған малайҙарын да алып, ат табып, табиптарҙан рөхсәт һорап әсәйем атайымды Күжә буйҙа­рына алып китә. Атайым, йәнәһе, малайҙа­рын балыҡ ҡармаҡларға өйрәтә. Шәп балыҡсы ауырыуы арҡа­һында һәйбәтләп балыҡ тота алмай. Әммә шул әҙ генә тотҡан балыҡтарын да оло аштай күреп балыҡ һурпаһы бешереп ашай. Тыуып-үҫкән еренә һуңғы сәфәре шул була уның. Арбала ятҡан килеш тирә-яғына йотлоғоп ҡарап барҙы, тип иҫләй әсәй ул сәфәр хаҡында.
Үҙе шул хәтлем тәбиғәтте, әҙәбиәтте яратып, ижади күңелле булһа ла, ваҡытында Өфөгә математика буйынса уҡырға ингән. Тик ул саҡтағы уҡырға инеүҙе хәбәр иткән хаттарҙың оҙаҡ йөрөүе сәбәпле, уға Ҡаҙағстанға сығып китергә тура килә. Унда ул ваҡыттағы Төркөстан өлкә­һе­нең Чимкент ҡалаһында өс йыл газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡый. Унда ла ун һигеҙ йәшендә генә сығып китеүенә ҡарамаҫтан, тиктормаҫ атайым уҡыуҙан бушаған арала ҡаҙаҡ­тарға мал һуйып, кәсеп итеп йө­рөй. Малды һәйбәт һуйыуы тура­һында даны сыҡҡан егетте һәр ваҡыт ололоҡлап үҙҙәренә саҡы­ралар һәм, ҡаҙаҡтарҙың йолаһы буйынса, һәр саҡ һарыҡ башын бирер булғандар. Шулай донъя­ның бар шатлығын һәм ҡайғыһын да үҙ иңендә татый атайым.
Ғаиләлә баш бала булғанғамы, уға иғтибар итеүсе лә, бер ҡалып­та тоторға тырышыусы ла булмай. Үҙ аҡылы, үҙ һә­ләте менән төҙөй ул донъяһын. Ә бит әсәйем­де кәләш итеп алырға күҙ һалып йөрөгәндә лә, әйтерһең, уларҙың яҙмыштары алдан яҙылған була. Атай-әсәйҙәре таныш булған. Әсәйемдең ата-әсәһе ул ваҡыт “Яңы юл” колхозының тауыҡ фермаһында эшләгән. Ә атайым­дың ата-әсәһе, биш йәшлек атайымды эйәртеп, был ауылға ҡу­наҡ­ҡа килгән. Юлда тауыҡ фер­маһына һуғылып, таныш­тары­ның хәлен белергә ингәс, сәңгелдәктә илап ятҡан бер йәшлек кенә әсәйемә юлығалар. Бәләкәй Рәсүлдән: “Бәпәйҙе үҙебеҙгә алып ҡайтайыҡмы?” – тип һо­райҙар, шаяртып. Атайым һис уйлап тормай, әсәйемде шунда уҡ алып ҡайтырға булып китә.
Әсәйемдән ифрат уңа атайым. Үтә сабыр ҡатын эләгә уға. Ә бит атайымды ерләгәндә, ҡорһа­ғын­да ятҡан мин сабыйы өҫтә­үенә, ҡәбер эргәһенә тағы ла береһе­нән-береһе бәләкәйерәк ете балаһын алып баралар. Атайымдың һуңғы васыятына тоғро ҡала әсәйем. Атай үлгәс: “Ул хәтлем бәләкәй баланы нисек аяҡҡа баҫтырырһың? Өлкән­дәрен, исмаһам, балалар йортона бирә­йек”, – тип килгән инәй-ба­байҙарҙы кире бора, беребеҙҙе лә балалар йортона бир­мәй. Беҙ ҙә атайҙың һәм әсәйҙең өмөт­тәрен аҡланыҡ... Инде бөтә туғандарым да ғаиләле, үҙҙәре хәҙер матурҙан-матур, батырҙан-батыр балалар үҫтерә. Беҙҙең өсөн әсәй хаҡы һәм атай рухы бөтә нәмәнән дә юғары булды был тормошта...
Ә бит атай үлгәндә уның тәнен­дәге бөтә ағзалары ла зарарлан­ған, тик мейеһе генә һау ҡалған, тигәндәр. Шунда ла, бөтә булмышы менән ихлас итеп яҡты донъяны яратҡан уҙаман ҡурайҙа оҙон көй уйнарлыҡ көс таба. Был хаҡта дауаханала эшләгән табиптар әле лә тетрәнеп һөйләй.
...Бына, ике ҡатлы район да­уахана­һының бар бүлмәләрен яң­ғыратып, ҡурай тауышы яңғы­раны. Байып барған август ҡояшы һуңғы тапҡыр ишетте бындай моң­ло ла, йөрәк тетрәткес баш­ҡорт халыҡ йыры “Азамат”ты...
Беҙҙе, һигеҙ балаһын, яҙмыш ҡосағына ташлап, бар әрнеүҙә­рен, һағыштарын, йөрәк әсенеү­ҙәрен һалып беҙҙең атай ҡурай уйнаны...
Кеше үҙе үлгәс, уның хаҡында ерҙә бер нәмә лә ҡалмаҫҡа тейеш, тиҙәр. Ҡәбере лә иҫкереп был донъянан юҡҡа сығырға тейеш.
Ул кешенең балаһы уның исемен мәңгеләштерһә? Ғүмер буйы атайһырап үҫкән, үҙе өсөн иң изге булған атай рухына иман, хөрмәт йөҙөнән, берәй балаһы уның исемен алһа? Был тормошта тик уның китаптары менән кеше булған, уның рухы менән аҡыллы, иманлы, әхлаҡлы итеп тәрбиәләнгән балаһы ғорурлыҡ менән үҙенең исеменә ҡушып тағы ла Рәсүл исемен үҙ ҡәлебендә юғары күтәрһә?

.




Вернуться назад