Беҙҙә барыһы ла боронғолоҡ менән һуғарылған02.09.2016
Беҙҙә барыһы ла боронғолоҡ менән һуғарылған Башҡортостандың экологик йәһәттән камил булыуы – беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Урындағы халыҡтың һаулығы, рухиәте өсөн республика тәбиғәтенең әһәмиәте ҙур булһа, туризм йәһәтенән дә бик отошло ул. Әле беҙҙә туризм ныҡлап үҫешмәгән саҡтарҙа уҡ Рәсәй кешеләре башҡорт еренә ҡымыҙ менән дауаланырға килгән. Һәр хәлдә, Толстой, Даль, Чехов, Цветаеваларҙың ҡымыҙҙың шифаһын тойоуы билдәле. Бөгөн ата-бабаларыбыҙҙан мираҫ булып ҡалған был шөғөл ныҡлап үҫешә тиһәк, хаталанмаҫбыҙ. Республикала йыл һайын “Ҡымыҙ семинары” ойошторолоуы – быға асыҡ миҫал. Был юҫыҡта ҡымыҙлы Башҡортостан туризмды үҙенсәлекле итеүгә ҙур өлөш индерә лә инде.

Элгәре ҡымыҙҙы ауылдарҙа һәр хужалыҡ етештерһә, хәҙер уны башлыса эшҡыуарҙарҙа ғына осратырға мөмкин. Шуға күрә лә бөгөн уға ихтыяж ҙур. Мәҫәлән, республиканың туғыҙ төбәге ҡымыҙ етештереү буйынса алдынғылар рәтендә. Улар араһында иң күп сәйәхәт­селәрҙе йәлеп иткән Шүлгәнташ менән Бөрйән районында ситтән килгәндәрҙе ҡымыҙ менән тәьмин итеү киң йәйел­дерелгән.
Быйыл районда туғыҙ хужалыҡ ҡымыҙ йүнәлешендә эшләп, 218 центнер шифалы эсемлек етештергән. Урындағы халыҡ та ҡымыҙға ныҡлап әүәҫләнеп алды. Онотола барған милли кәсептең яңынан тергеҙе­леүенә республика Башлығының айырым иғтибар бүлеүе лә ҙур этәргес көс булды.
Сит ил сәйәхәтселәрен республикабыҙ данлыҡлы башҡорт балы менән дә йәлеп итә. Бынан ун йыл самаһы элек балды беҙ ҡайҙа ҡуйырға белмәһәк, хәҙер уны етештереп өлгөртөп булмай, тигәндәрен ишеткәнем бар. Сит ил ҡунаҡтарын, әлбиттә, иң шаҡ ҡатырғаны – ҡырағай бал ҡортоноң балы. Әйткәндәй, бындай ҡорттар планетала шул Бөрйән районында ғына ҡалған, тиҙәр. Шуға ла ошо төбәк урмандарын, кеше аяғы баҫмаған тәбиғи урындарын икеләтә һаҡлау зарур.
Ҡасандыр Американан килгән абруйлы ҡунаҡтарҙың береһе Рәсәй буйлап йөрөп, Мәскәүҙе, Санкт-Петербургты, бигерәк тә Ҡыҙыл майҙанды, Эрмитажды, Третьяков галереяһын күргәндән һуң, Бөрйәнгә килгәс, Рәсәйҙә иң иҫтә ҡалғаны солоҡ балын етештергәнде күреү һәм тәмләп ҡарау, тигән.
Бөгөн Башҡорт балы Рәсәйҙә генә түгел, Ҡаҙағстан, Монголия, Америка, Франция, Япония, Кувейт, Сәғүд Ғәрәб­станы, Ҡытай илдәренең көнкүреш баҙар­ҙарына сығарылған. Тимәк, республи­ка­быҙ­ҙа туризм донъяуи аренала алдын­ғылар рәтендә һәм нигеҙе ныҡлы, сөнки еребеҙ нигеҙҙә – бер ҡасан да үҙ бәҫен юғалтмаған, боронғолоғоҡ менән һуға­рылған ҡомартҡылар бишеге. Бөгөнгө яҙмы­шыбыҙҙы бынан бер нисә быуат элгәре үк атай-олатайҙарыбыҙ хәстәр­ләгән.
Баш ҡалабыҙ Өфөнөң үҙендә генә лә сәйәхәтселәр өсөн киң мөмкинлектәр булдырылған. Бында милли һыҙаттар менән эшләнгән иҫтәлекле мәҙәни урындарҙың күплеге, биш-дүрт йондоҙло отелдәрҙең барлығы, ҡаланың таҙа булыуы һәм йәшеллеккә күмелеп ултырыуы бер сәйәхәтсене лә битараф ҡалдырма­ғандыр. Ә инде ҡырағай тәбиғәттә ата-бабаларҙың рухы һаҡлана, ул күңелдә көс һәм ҡеүәт уята, ти йыш ҡына сәйә­хәтселәр. Был турала Швейцариянан килгән француз егете Гийом Дарлес та: “Башҡортостандың тәбиғәтен икенсе Швейцария тиһәләр ҙә, ундағы матурлыҡ кеше ҡулы менән яһалған, ә һеҙҙә – тәбиғи гүзәллек, шуға ул күпкә матур”, – тигәйне. Беҙҙә әле өйрәнелеп етмәгән тәбиғи ҡомартҡылар бихисап. Бына нисә йылдар инде донъя ғалимдарының күҙ уңында булған Шүлгәнташта ла йыл һайын тиҫтәләп яңынан-яңы бүлмәләр асылып тора. Шүлгәнташтан тыш бөгөн кескәй Ватаныбыҙҙа тағы ла эреле-ваҡлы өс йөҙгә яҡын мәмерйә барлығы билдәле. Ағиҙел йылғаһынан башҡа алты йөҙләп бәләкәй йылға, 800 күл, Европа эсендә иң боронғо һаналған Урал тауы һырттары, өс дәүләт ҡурсаулығы һәм “Башҡортостан” тәбиғи паркы менән дә данлыҡлы республикабыҙ.
Беҙҙең эраға тиклемге III һәм I бы­уаттарҙа барлыҡҡа килгән алты йөҙләп һәйкәл, Әй, Ағиҙел, Дим, Ыҡ, Кама, Урал бассейндары ла лайыҡлы билдәләй бөгөн Башҡортостандың йөҙөн. Ә инде рес­публиканың төрлө ҡатмарлыҡтағы тау-ялан, һыу, урмандар аша һалынған, юлдарынан атта һәм велосипедта, саңғыла, теплоходта, автомобилдә, квадроцикл­дарҙа йә йәйәүле сәйәхәттәр, йылғалар буйлап ағыуҙар, велотректар, ҡаяларға үрмәләү спорты һәр яҡлап та үҫешкән.
Бөгөн республикала 31 шифахана эшләй, һәр береһе үҙенә генә хас шифалы ҡойоһо, ҡымыҙы менән дауалай, иппотерапия йүнәлешен үҫтерә. Тау саңғыһы курорттары менән дан алған Абҙаҡ һәм Яҡтыкүлдән дә сәйәхәтселәр өҙөлмәй. Шулай уҡ төрлө милләт сәйәхәтселәре өсөн дә Башҡортостанда ял итеү мөмкинлектәре ҙур. Мәҫәлән, мәсеттәрҙән тыш бында православие ғибәҙәтханалары, монастырь, сиркәүҙәр ҙә урын алған.
Был йәһәттән республикала турист агентлыҡтарының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостан биләмәһендә конкуренцияға һәләтле турист-рекреацион комплексы булдырыу һәм үҫтереү, турист индустрияһына инвестициялар йәлеп итеү, Республика Хөкүмәтенең “2012 – 2016 йылдарҙа төбәктә эске һәм визалы туризмды үҫтереү” программаһы сиктәрендә милли турпродукцияны күтәреү – мөһим бурысыбыҙ. Туристарҙы мәғлүмәт менән тәьмин итеү буйынса “Bashkiria.travel” интернет-порталы ла киң ҡолас менән эшләй. Был йәһәттән “Виртуаль Башҡортостан” исемле пилотһыҙ вертолеттарҙа сферик технология менән төшөрөп алынған видеороликтар айырыуса иғтибарға лайыҡ.
Йыл һайын Хәйриә хаж фонды һәм “Урал-Хаж” туроператорҙары республика мосолмандарына Сәғүд Ғәрәбстанына хажға барыуҙы ла ойоштора. Урындар бөтә ил буйынса 3200 кешегә бүленһә, шуның 370-е Башҡортостан мосолмандарына тура килә. Төбәктәге социаль туризмдың да уңышлы эшләп килеүен билдәләү зарур. “Башҡортостан Респуб­лика­һында социаль туризмды үҫтереү” проектына ярашлы 28 мең пенсионер, мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе һәм балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙе ял үҙәктәренә ебәреү мөмкинлеге бар.
Бөгөн Башҡортостанда туризмдың үҫешен билдәләгән ете кластер эшләй. Өс район, “Урал” турист-рекреацион зонаһын берләштереп, халыҡ-ара комплекс кимәленә күтәрелгән. Бында ҡышҡы ял һәм спорт төрҙәрен махсуслаштырыу һәм йыл әйләнәһенә 1,5 миллион сәйәхәтсене ҡабул итеү ҡаралған.








Вернуться назад