Ҡаһармандар рухына бағышлап20.03.2012
Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыу ваҡиғаһын илебеҙҙә тантаналы билдәләү тураһында Президенттың Указы донъя күрҙе. Уға ярашлы 2012 йыл Рәсәй тарихы йылы тип иғлан ителде. Был сара Рәсәй Федерацияһы составындағы субъекттар, уларҙа йәшәгән халыҡтар тарихын ентекле өйрәнеү аша милләттәрҙе бер-береһенә яҡынайтыуға, ихтирамлы булырға, толерантлыҡ һаҡларға өйрәтеүгә ярҙам итәсәгенә шик юҡ. Асылда, быларҙы беҙҙең республика өсөн Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип билдәләнгән 2011 йылда башҡарылған эштәрҙең дауамы тип ҡабул итергә кәрәк.
Республикабыҙҙа 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған төрлө саралар үткәрелә башланы. Әйтәйек, күпселек матбуғат баҫмалары, шул иҫәптән “Башҡортостан” гәзите лә, махсус рубрикалар асып, илебеҙҙең үткәнен өйрәнеүгә бағышланған һәм тарих фәненә лайыҡлы өлөш индерерҙәй төрлө яҙмаларға, ғилми мәҡәләләргә конкурстар иғлан итте.
Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәгендә мәғариф һәм мәҙәниәт үҙәгенә әйләнгән БДУ-ның Сибай институтында ла ошо тарихи ваҡиға айҡанлы үткәреләсәк саралар планы ҡабул ителде. Унда төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференциялар, фестивалдәр, әҙәби-музыкаль, фольклор кисәләре, һабантуй, шәжәрә байрамдары үткәреү ҙә, студенттар араһында ғилми, һынлы сәнғәт эштәренә конкурстар ойоштороу ҙа ҡаралған. Ошо көндәрҙә шул эштәрҙең береһе тормошҡа ашырылды ла инде. Асыҡлабыраҡ әйткәндә, институттың Белов урамындағы төп уҡыу корпусында башҡорт яугирҙәренең 1812 йылғы азатлыҡ һуғышында күрһәткән фиҙаҡәрлегенә һәм ҡаһарманлығына арналған монументаль-декоратив композиция асылды. Был хаҡта “Башҡортостан”дың 17 февраль һанында мәҡәләлә баҫылды. Был мөһабәт барельеф Ватан һуғышында халҡыбыҙҙың дәррәү ҡатнашыуы, башҡорт ғәскәрҙәренең данлы яу юлы, һуғыш яландарында күрһәткән ҡаһарманлығы тураһындағы тарихи һәм әҙәби-фольклор сығанаҡтарға нигеҙләнеп ижад ителгән. Институтта 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһармандарына арналған ошондай композиция булдырыу идеяһы уҡыу йортоноң элекке директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор (хәҙер Дәүләт Думаһы депутаты) Зиннур Йәрмөхәмәтовта, үҙе әйтеүенсә, бынан бер нисә йыл элек үк тыуа, һәм былтыр май айында, ижади төркөм менән осрашҡандан һуң, композиция өҫтөндә эште оҙаҡҡа һуҙмайынса башларға кәрәк тигән ҡарарға киленә.
Эстетик зауыҡ аша студенттарҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған институт етәкселеге менән уҡытыусылар коллективы уҡыу йортондағы бындай барельефтар, паннолар, картиналар галереяһы, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең бюстарының йәш быуын өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуына шикләнмәй. “1812 йылғы Ватан һуғышына арналған монументаль-декоратив композиция ла, студенттарыбыҙҙа эстетик зауыҡ уятып ҡына ҡалмайынса, йәш быуындың күңелен ватансылыҡ тойғоһо менән байытыр, илебеҙ, халҡыбыҙҙың тарихына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыр, тип ышанам”, — ти Зиннур Ғөбәйҙулла улы.
Бына шулай, Рәсәй тарихы йылында Президент тарафынан билдәләнгән маҡсат һәм бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға республикабыҙҙа тәүгеләрҙән булып тотоноп, беҙҙең уҡыу йорто халҡыбыҙҙың тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған ваҡиғаларҙы һәм унда ҡатнашҡан ҡаһармандар рухын мәңгеләштереү буйынса тағы бер мөһим һәм ҙур эш башҡарҙы.
Ғәҙилә БҮЛӘКОВА,
БДУ-ның Сибай институтының башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире,
филология фәндәре кандидаты.


Вернуться назад