Халыҡты ҡабул итеү02.09.2016
7 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тән республика Башлығының Муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү идаралығы начальнигы Григорий Яковлевич Букреев граждандарҙы ҡабул итә.
Сараға алдан яҙылыу мәсьәләһе буйынса Өфөлә йәшәгәндәргә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең Йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһенә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Республика йорто) мөрәжәғәт итергә. Үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаған документ алыуығыҙ һорала.
Башҡортостандың башҡа райондары, ҡалалары һәм ауылдары халҡы өсөн яҙылыу телефондары: (347) 280-81-06, 280-80-47.
Сентябрҙә
нисек
ял итәбеҙ?
“Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында”ғы республика Законына ярашлы, 2016 йылдың 12 сентябре – Ҡорбан байрамы – байрам көнө тип иғлан ителде. Биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостан Республикаһында 10, 11 һәм 12 сентябрь – ял көндәре.