Рухи аҙыҡ һәр беребеҙгә кәрәк02.09.2016
1 сентябрҙә киләһе йылдың тәүге яртыһына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы башланды.

Йыл аҙағына тиклем бөтә почта бүлексәләрендә, шулай уҡ Рәсәй почтаһының podpiska.pochta.ru махсус сайтында онлайн режимында яратҡан баҫмағыҙға яҙылырға мөмкин.
Гәзит-журналдарҙы ташыуға тарифтар үҙгә­решһеҙ ҡала. Шулай уҡ халыҡ өсөн барлыҡ ташламалар һаҡлана. Рәсәй Киң коммуникациялар һәм элемтә министрлығы ҡарама­ғындағы Төбәк баҫма киң мәғлүмәт саралары буйынса эксперт советы тарафынан әҙерлән­гән исемлеккә ингән баҫмаларға ташлама ике тапҡырға (15 проценттан 30 про­центҡа тиклем) арта. Шул уҡ ваҡытта уҙған мат­буғатҡа яҙылыу кампания­һын­да бындай баҫмалар һаны 1940 булһа, әле 2357-гә етте.
– Быйыл дәүләт һәм эксперттар берләш­мәһе халыҡтың төрлө социаль төркөмдәре яратып уҡыған баҫ­маларға адреслы ярҙамды ла икеләтә арттырырға ҡарар итте, – тине Рәсәй почтаһы генераль директоры урын­баҫары Инесса Галактионова. – Әлеге кампания барышында Рәсәй почтаһы ошо маҡсатҡа 700 миллион һум аҡса бүлә. Иң элек Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, I һәм II төркөм инвалидтарына ярҙам күрһәтелә.
Кешегә рухи аҙыҡ бик кәрәк. Милли баҫмаларыбыҙ, шул иҫәптән “Баш­ҡорт­ос­тан” гәзите лә, ошо йүнәлештә бар көсөн һала.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!




Вернуться назад