Мәктәптәр бала тауышынан гөрләп торһон!02.09.2016
Мәктәптәр бала тауышынан гөрләп торһон! Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Федоровка һәм Стәрлебаш райондарында булды. Ул социаль һәм инфраструктура объекттарын ҡарап сыҡты, агросәнәғәт комплексы предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты.

Федоровка районы үҙә­гендә 1-се урта мәктәптең яңы бинаһы асылды. Объект тиҙ арала – ни бары туғыҙ ай эсендә һалынды. Уның хаҡы – 250 миллион һум. Аҡса Адреслы республика инвестиция програм­маһына ярашлы бүленде.
Әлегә тиклем балалар 1936 һәм 1960 йылдарҙа төҙөлгән ике корпуста уҡый ине. Рөстәм Хәмитов эш сәфәрҙәренең береһендә, ауылда яңы мәктәп төҙөү зарурлығын билдәләп, төбәк Хөкүмәтенә финанслау сығанаҡтарын асыҡ­ларға ҡушҡайны.
Республика Башлығы ауыл халҡын яңы мәктәп асылыу айҡанлы ҡотланы, уҡытыусылар менән аралашты, бина­лағы шарт­тарҙы ҡарап сыҡты. Информатика кабинетында ул Интернет тиҙлеге менән ҡыҙыҡһынды.
– Беҙҙә күптәр арттырып һөйләргә ярата. Интернет­тың эше ҡәнәғәтлә­нерлек түгел икән, дөрөҫөн әйтегеҙ. Мәсьәләне хәл итеү сара­һын күрәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы. – Килә­сәктә мәктәптәр төҙөү федераль һәм республика власы өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш буласаҡ. 2025 йылға беҙ бер сменала уҡытыуға күсергә тейешбеҙ.
Федоровка районында төбәк етәксеһе тағы ла бер бурыстың үтәлешен – Аш­ҡаҙар йылғаһы аша Яңы Михайловка ауылына һалынған юлдың сифатын тикшерҙе. Ул шулай уҡ район етәкселеге менән билә­мәләрҙе үҫтереү мөмкин­лектәрен асыҡланы.
“Башҡорт ҡаҙы” яуап­лылығы сик­лән­гән йәмғиәте – ҡош-ҡорт үҫтереү һәм үрсетеү буйынса республи­калағы төп агропредприя­тие­ларҙың береһе. 2014 йылдан ул “Ҡаҙ үрсетеү буйынса интеграция” тигән үҙенсәлекле программала ҡатнаша. Рөстәм Хәмитов шәхси ярҙамсы хужалыҡ­тарҙың бере­һендә ошо программаны тор­мошҡа ашырыу барышы менән танышты. Ошонда уҡ ул “Башҡорт ҡаҙы” йәм­ғиәте ойошторған ҡошсолоҡ продук­цияһы күргәҙмәһен ҡарап сыҡты.
Федоровка районының Бала-Сытырман ауылында республика Башлығы “Ба­лыҡ” хужалығында булды. Ул хужалыҡтың үҫеш мөм­кин­лектәре менән ҡыҙыҡ­һынды. Директор Фәнис Зөбәйеров әйтеүенсә, яҡын арала бында бәләкәй ҡат­наш аҙыҡ заводы асыу, быуаларҙы, балыҡ инку­бацияһын киңәйтеү күҙал­лана.
Стәрлебаш районының Баҡый ауылында Рөстәм Хәмитов “500 ферма” айырым маҡсатлы республика программаһында ҡатнаш­ҡан “Правда” агрофирма­һы­ның һөтсөлөк ферма­һында булды. Ул шулай уҡ иген һаҡлағысты ҡарап сыҡты.
Стәрлебаш ауылында республика етәксеһе икмәк-ҡалас ризыҡтары етештер­гән “Нива” ҡулланыусылар йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән танышты.



Вернуться назад