“Беҙҙеке яҡшыраҡ булһын”02.09.2016
Кисә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө буйлап эш сәфәре барышында уҡыусыларҙы Белем көнө менән ҡотланы, ҡала мәктәптәренең уҡыу йылына әҙерлеген тикшерҙе, Өфө нефть эшкәртеү тарихының яңы музейында булды, 31-се урта мәктәптә уҙғарылған тантанала ҡатнашты. Ул Башҡортостан студенттарын һәм уҡыусыларын яңы уҡыу йылы менән ҡотланы.
Республика етәксеһенең ҡотлауында былай тиелә:
“Бөгөн ғәйәт ҙур армия кластарға һәм аудиторияларға юлланды. Беҙҙә ярты миллион самаһы уҡыусы, 200 меңдән ашыу студент иҫәпләнә, тағы ла 200 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ училище-лицей һәм колледждарҙа белем ала. Ҡыҫҡаһы, бөгөн миллионға яҡын кеше парта артына ултыра. Был – иҫтәлекле ваҡиға.
Арағыҙҙан республикабыҙ, илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡларлыҡ яҡшы белгестәр, абруйлы шәхестәр сығыр, тип ышанам.
Беҙ – власть структуралары – һәр саҡ һеҙҙең менән. Маҡсатыбыҙ – мәктәптәребеҙҙе, уҡыу йорттарын иң яҡшылар рәтенә сығарыу, төҙөгөрәк, уңайлыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк итеү”.
Быйыл ял эләкмәне
Башҡортостан парламентында көҙгө сессия башланыр алдынан киләһе осорға бурыстарҙы билдәләгән ултырыш үткәреү йолаһы бар. Был юлы ла депутаттар йылдың аҙаҡҡы дүрт айында башҡарылырға тейешле ҡануни эшмәкәрлектең дөйөм планын ҡабул итте, тиҙ үҙгәрә барған заманға яраҡлашырға кәрәкле саралар теҙмәһен күҙалланы.
– Каникул осоро булһа ла, Дәүләт Йыйылышының эше туҡтап торманы, – тине Рәйес Константин Толкачев, Президиум ағзалары алдында сығыш яһап. – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда күп кенә саралар үткәрелде һәм депутаттарҙың күпселек өлөшөнә уларҙа ҡатнашыу, сығыш яһау форсаты тейҙе.
Ул айырыуса йәш парламентарийҙар менән осрашыуға айырым туҡталып үтте. Өс аҙна самаһы элек республикабыҙ парламентының Йәштәр палатаһы федераль гранттарға лайыҡ булды. Йәштәрҙең бик күп тәҡдимдәр биреүе, ҡайһы бер проекттарҙың хатта Рәсәйҙә тиңе булмауы тураһында беҙ хәбәрҙарбыҙ. Депутаттар район һәм ҡалаларҙа уҡытыусыларҙың август кәңәшмәләрендә лә, башҡа күп сараларҙа ла әүҙем булды.
Быйыл көҙ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа 50-нән ашыу закон проектын әҙерләү һәм ҡабул итеү планлаштырыла. Ләкин, тормош күрһәтеүенсә, ҡануниәт өҫтөндә эшләү был күләм менән генә сикләнмәҫкә лә мөмкин, алдан уйланылмаған күп ашығыс сараларҙы законлаштырыу йәки кире ҡағыу зарурлығы әленән-әле тыуып тора. Бынан тыш социаль йүнәлештә эшләгән һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, халыҡ дружинаһын тергеҙеү, ер пайҙары буйынса парламент тикшереүҙәре үткәреләсәк. Депутаттар Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләүгә әҙерлек сараларында ла ҡатнашмай ҡалмаясаҡ.