Ғәмлеләрҙе берләштереп31.08.2016
Өфө художество галереяһында “Беҙ – йәшәү өсөн!” тигән хәйриә күргәҙмәһе эшләй башланы. Унда төрлө техника буйынса яһалған меңдәрсә үҙенсәлекле ижади хеҙмәт емеше менән танышырға була. Авторҙары – Башҡортостан район-ҡалаларында көн итеүсе физик мөмкинлектәре сикләнгән замандаштарыбыҙ.


“Битараф булмағандар, берләшегеҙ!” девизы менән инвалидтарҙы мәҙәни һәм социаль маҡсаттарға туплаусы хәйриә проектына ярашлы ойошторолған сара 8 сентябргә тиклем барасаҡ. Ижади эштәрҙе шәмбе һәм йәкшәмбенән тыш көн дә иртәнге 11-ҙән киске 7-гә тиклем бушлай инеп ҡарарға мөмкин. Проект коммерция менән бәйле түгел, ул ауыр сирле кешеләрҙе үҙ көсөнә ышандырыуҙы, күңелдәрендә ыңғай хис-тойғолар уятыуҙы, һәләттәрен асырға ярҙам итеүҙе генә күҙ уңында тота.






Вернуться назад