Сертификаттың файҙаһын күрәләр20.03.2012
Башҡортостанда 125 мең ғаилә әсәлек капиталына сертификат алған. 49 мең ғаилә уның ярҙамында торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, тип хәбәр итте Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе матбуғат хеҙмәте. Әле 22 600 кеше әсәлек капиталы аҡсаһын тулыһынса файҙаланған.
Торлаҡ кредитын һәм заемын түләү киң таралған күренеш булып ҡала. 35 меңгә яҡын ғаилә торлаҡ кредитын өлөшләтә йәки тулыһынса ҡаплаған.
Республиканың пенсия ведомствоһында хәбәр итеүҙәренсә, идаралыҡтарға кредит аҡсаһын йәлеп итмәйенсә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға — 14 371, балаларҙы уҡытыуға аҡса бүлеү тураһында 691 ғариза килгән, 14 әсә аҡсаһын буласаҡ пенсияға ҡушырға ҡарар иткән.
Быйылдан башлап әсәлек капиталына эйә булған ғаиләләр аҡсаһын баланы уҡытыуға ғына түгел, мәғариф учреждениеһында уны аҫрауға ла тотона аласаҡ.
— Йыл башынан алып Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе әсәлек капиталына 3660 сертификат биргән, — тип билдәләнеләр ведомствола. — Капиталдың күләме — 387,6 мең һум. Уны түләүгә Рәсәй Пенсия фондының киләһе йылғы бюджетына 162,7 миллиард һум аҡса һалынды.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад