Дәүләт Думаһына граждандарҙы банкрот тип иғлан итеүҙә ҡатнашыусы финанс идарасыларын бер нисә тапҡырға арттырыу мөмкинлеге тыуҙырырлыҡ яңы закон проекты әҙерләп тапшырғандар. Баҡһаң, ундай белгестәргә ихтыяж көндән-көн үҫә бара. Проект авторҙары фекеренсә, банкротҡа төшөрөүселәргә талапты кәметергә кәрәк.Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса физик шәхестәрҙең бурысын түләүгә һәләтһеҙ икәнлеген раҫлауҙа финанс идарасыһының ҡатнашыуы мотлаҡ. Шул уҡ ваҡытта ул белгес үҙаллы көйләнгән ойошма (СРО) ағзаһы булырға тейеш. Тимәк, граждандарҙы банкрот итеү менән шөғөлләнергә әле Рәсәйҙә ни бары 9 мең кеше хоҡуҡлы. Ә бит, эксперттарҙың иҫәпләүенсә, түләрлек мөмкинлеге булмаған бурыслылар 600 меңдән ашып китә...
Проектҡа ярашлы, финанс идарасыһы итеп тәғәйенләнеү өсөн кешегә юғары белем тураһында дипломы булыуы, 600 сәғәт дауамында махсус курс үтеп, имтихан тапшырыуы, үҙҙәренең СРО-һына ағзалыҡҡа ҡабул ителеүе генә шарт. Финанс идарасылары өсөн айырым үҙаллы көйләнгән ойошма төҙөү тап әлеге закон проектында тәҡдим ителгән. “Финпотребсоюз” вәкилдәренең фаразлауынса, ҡануниәтте яңыртыу банкротлыҡ эштәре буйынса кадрҙар етешмәүе проблемаһын өс-биш йылға көн үҙәгенән сығарып торасаҡ.
Әлбиттә, был тәҡдимдәргә ҡаршылар ҙа етерлек. Мәҫәлән, теләһә ниндәй юғары белемле кешене шундай яуаплы вазифаға ҡуйыу хәүеф тыуҙыра, тиҙәр. Финанс идарасыһы булараҡ тәжрибә тупламаған, теоретик курс ҡына үткән уҡытыусы йәки инженерҙың судта юғалып ҡалыуы бик тә ихтимал. Матди йәһәттән ҡатмарлы осор кисереп, психикаһы ҡаҡшаған кешеләрҙең яҙмышы хәл ителә бит.
Әйткәндәй, бурысҡа батҡандарҙың проблемаларына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында Мәскәүҙең үҙәгендә “Сити-банк”тың офисын баҫып алған эшҡыуар Арам Петросян үҙенең алдан әҙерләгән видеомөрәжәғәтендә: “Банкротлыҡ – ул сир”, – тип белдереп, был күренеште холера һәм чума менән сағыштырған. Түләрлек хәле булмағандар өсөн айырым дауаханалар асырға ла тәҡдим иткән ул. Тәүҙә көлкө тыуҙырһа ла, был һүҙҙәр яуапһыҙ ҡалманы: Дөйөм Рәсәй арбитраж идарасылар профсоюзы илдә банкроттарҙы психологик яҡлау буйынса дәүләт программаһы кәрәк тип оран һалды. Ысынлап та, йөҙҙәрсә мең ябай кешенең һәм ойошма хужаларының кредит һаҙлығынан сыға алмауын, күптәренең тап ошо сәбәпле суицидҡа барыуын иҫтә тотҡанда, уйланырға урын бар. Психолог ярҙамы ғына бурыстарҙан арындырмаҫ, шулай ҙа ғүмер менән аҡсаны бер бизмәндә үлсәп булмай бит әле...