Халыҡ кәсептәре тергеҙелә31.08.2016
“Башҡортостанда халыҡ кәсептәрен һәм йолаларын тергеҙеү” йәштәр тарихи-мәҙәни проектына ярашлы республикала этнотур уҙғарылды. Уны Халыҡтар дуҫлығы йорто Рәсәй Президенты гранты аҡсаһына ойошторҙо.
Программала “Ҡыҙылъяр” тарихи-мәҙәни үҙәгенең “Кудринки” фольклор коллективы һәм “Рус һүҙе” клубы ағзалары ҡатнашты. Этнотуристар Бәләбәй районындағы Аксаков һәм Цветаева тарихи-мәҙәни үҙәктәрендә булды.
Һөнәрселек йортонда сәнғәт буйынса оҫталыҡ дәрестәре айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Оҫталар Хохлома биҙәген һәм “Желанница” һаҡлаусы ҡурсағын яһаны. Балалар туҡыу станогында ла эшләп ҡараны. Кис барыһы ла самауыр янына йыйылды, коллективтарҙың сығышын ҡараны. Был көндө рус халыҡ йырҙары, таҡмаҡтар яңғыраны.
Иртәгәһенә Усень-Ивановское ауылында Ҡыҙҙар шишмәһе янында иртәнге аш ойошторолдо. Тап ошо ерҙә 1911 йылдың июлендә Марина Цветаева һөйгәне Сергей Эфронға шиғырҙарын уҡыған.