Йорт ихатаһы матур булһын31.08.2016
Йорт ихатаһы матур булһын Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ҡала һәм ауылдарҙа йорт ихаталарын йәшелләндереүҙе контролгә алды. Сәбәбе – ихаталарҙа йәшеллектең булмауына бәйле граждандарҙан ялыуҙарҙың күпләп килеүе.

Ғәмәлдәге ҡануниәт йорт эргәһендәге биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙе аныҡ билдәләй, әммә ғәмәлдә ҡағиҙәләр һәм нормалар тейешенсә үтәлмәй. Эксперттар был мәсьәләгә контролде муниципаль берәмектәргә йөкмәтергә тәҡдим итә.
Әле төҙөүсе йорт эргәһендәге ихатаны төҙөкләндерергә, билдәләнгән нормаларға ярашлы йәшелләндерергә тейеш. Үҫентеләр күләме, төрө йортто проектлағанда уҡ күҙаллана. Муниципаль власть органы тарафынан ойошторолған махсус комиссия был эште ҡабул итә.
Үҫентеләрҙе һаҡлау өсөн идарасы компаниялар йәки торлаҡ милекселәре ширҡәте яуап бирә. Йорт янында сәскә, ҡыуаҡлыҡтар үҫтерергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта урындағы власть менән килешмәйенсә ағас ултыртырға йәки киҫергә ярамай, сөнки улар биләмә хакимиәтенең контролендә тотола. Йәшеллектең майҙаны квартал майҙанының кәмендә 25 процентын тәшкил итергә тейеш. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты эксперттары билдәләүенсә, байтаҡ райондарҙа ихаталарҙы йәшелләндереүгә ҡағылышлы талаптар үтәлмәй.
– Идарасы компанияларға һәм торлаҡ милекселәре ширҡәтенә үҫентеләрҙе һаҡлау, ҡарау йәһәтенән ҙур бурыс йөкмәтелә, әммә ул һәр саҡ тейешенсә үтәлә, тип әйтеп булмай, – тине Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабы рәйестәше, адвокат Надежда Крылова. – Норматив акттарҙың үтәлешенә лә контроль юҡ. Шуға күрә урындағы үҙидара органдарына үҙҙәренең норматив базаһын ҡайтанан ҡарарға һәм уны ихаталарҙы йәшелләндереү тураһындағы яңы положениелар менән тулыландырырға кәрәк.
Надежда Крылова әйтеүенсә, Өфөләге урмандарҙы һаҡлау, тулыландырыу һәм йәшел үҫентеләрҙе ҡарау ҡағиҙәләрендә йорт янындағы биләмәләрҙе йәшеллеккә күмеү мәсьәләһе регламентланмай. Ә бит баш ҡалабыҙҙа башҡа биләмәләр менән сағыштырғанда урмандар, скверҙар, парктар бик күп.
2017 йыл Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан Экология йылы тип иғлан ителде. Шуға күрә дөйөм бурысыбыҙ – һәр ихатаны йәшелләндереү, халыҡ өсөн уңайлыраҡ итеү.









Вернуться назад