Ауылдағы бер генә сара ла уларһыҙ үтмәй: Ғәрифйән Рәхимйән улы моңло итеп гармунда уйнаһа, ҡатыны Зәлифә Ғәйфулла ҡыҙы уға ҡушылып моңло йыр һуҙа, тыпырҙатып бейеп тә китә. Улар сәнғәт аша кешеләр күңеленә матурлыҡ өләшә. Әйткәндәй, Ҡотлогилдиндар үҙҙәре лә “беҙҙе йыр-моң ҡауыштырҙы” ти. Баймаҡ районының Өмөтбай ауылында йәшәгән музыкаль ғаиләлә ата-әсәләренең юлын дауам итерлек, йыр-бейеүгә һәләтле өс бала үҫә. Ҡыҙҙары Лүзиә менән Гүзәлиә бейергә яратһа, улдары Илһам йыр-моңдо үҙ итә. Кистәрен Ҡотлогилдиндар бергәләшеп төрлө йырҙар башҡара: кемдер синтезаторҙа уйнай, икенсеһе ҡулына гармунын ала, башҡалары уларға ҡушылып матур көй һуҙа йәки рәхәтләнеп бейеп ала.
– Сәнғәткә һәм мәҙәниәткә ғашиҡ булыуыбыҙ нәҫелдән килә, – тип йылмая ауыл “әртистәре”. – Икебеҙ яғынан да йыр-моңға ғашиҡ кешеләр бар. Тормошта йырлап йәшәү күпкә еңелерәк. Ысынлап та, йыр кешегә ҡанат ҡуя, йәшәүгә йәм өҫтәй, күңелгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам бирә. Һағышлының һағыштарын үҙенә тарта, шатлыҡтарҙы, уй-тойғоларҙы йөрәктән йөрәккә еткерә, шуға күрә беҙгә күңелһеҙләнеп, юҡ-барға бошоноп ултырырға ваҡыт ҡалмай. Йорт мәшәҡәттәренән бер аҙ арынғас та, мәҙәни саралар планын уйлай башлайбыҙ, яңы йырҙар өйрәнәбеҙ, яңы бейеү хаҡында кәңәшләшәбеҙ.
Зәлифә Ғәйфулла ҡыҙы мәктәптә балаларға бейеү серҙәрен төшөндөрһә, тормош иптәше уға музыка яғынан ярҙам итә.
– “Йәш бейеүсе” ансамбленә уҡыусыларҙың барыһы ла тип әйтерлек йөрөй. Ике төркөмдә шөғөлләнгән балалар аҙнаһына өс тапҡыр түңәрәктә шөғөлләнә, тәүге төркөмдә – 1 – 4-се класс уҡыусылары, икенсеһендә – 5 – 7-селәр. Һәр уҡыу йылы алдынан һайлап алыу туры үткәрелә, әммә теләге булған бер баланы ла ситкә типмәйбеҙ, һәр кемгә бейеү серен төшөндөрәбеҙ, – ти Зәлифә ханым.
Уның тәрбиәләнеүселәре район буйынса үткән төрлө бейеү конкурстарында призлы урындар яулай. Күптән түгел Йәүҙәт Бикбирҙин исеменә ойошторолған төбәк-ара бейеүселәр конкурсында II дәрәжә дипломға лайыҡ булғандар.
Йыр-моңға ғашиҡ ғаилә ауылдың барлыҡ мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнаша, төрлө конкурстарҙа сығыш яһай. Әбйәлил районында ойошторолған “Башҡорт бейеүе” бәйгеһендә “Музыкаль ғаилә” номинацияһында оло еңеү яулаһалар, зона, район буйынса йәш ғаиләләр араһында барған конкурста Ҡотлогилдиндарға тиңләшеүселәр табылмаған. Ҡасандыр моң аша танышып ҡауышҡан ғаиләнең бөгөн дә йыр-моңдо үҙ итеүе, уға ғашиҡлығы һоҡландыра. Артабан да йырлап-бейеп, матурлыҡҡа ғашиҡ булып, сәнғәтте яратып, мәҙәниәтте үҙ итеп, ауылдаштарығыҙҙы шатландырып йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ!