Байҙар күбәйгән20.03.2012
Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәтенең статистик мәғлүмәттәренән күренеүенсә, быйыл, былтырғы менән сағыштырғанда, юғары килем алыусылар артҡан.
416 кеше 1 миллиард, 27 кеше 10 миллиард һумдан ашыу килем алыуы тураһында һалым декларацияһы тултырған. Шулай ҙа был күрһәткес 2008 – 2009 йылдарҙағынан ҡалыша. 2008 йылда 1 миллиард һумдан ашыу килем алыуы тураһында 588, 2009-ҙа – 455, 2010 йылда 385 кеше белдергән.10 миллиард һумдан ашыу килем алыу тураһында 2008-ҙә – 67, 2009-ҙа – 38, 2010 йылда 29 кеше декларация тултырған.