Рөстәм ХӘМИТОВ: “Төп йомғаҡ шул: күрһәткестәр тотороҡлана”30.08.2016
Рөстәм ХӘМИТОВ: “Төп йомғаҡ шул:  күрһәткестәр тотороҡлана” Республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе. Ул 2016 йылдың тәүге яртыһындағы социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтарына арналды. Сығыш яһаусылар ғинуар-июнь айҙары һөҙөмтәләренә ниндәй баһа бирҙе, киләсәккә үҫеште нисек күҙалланы?


– Күпселек социаль-иҡтисади күрһәт­кестәрҙең тотороҡланыуы республиканың ярты йыллыҡ эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәһе булып тора, – тип башланы үҙенең сығышын Рөстәм Зәки улы. – Һуңғы ярты йыллыҡта ауыл хужалығы һәм сәнәғәт эшендә ыңғай яҡҡа үҙгәреш күҙәтелә. Сәнәғәттә үҫеш, алдағы йылдың тәүге яртыһы менән сағыш­тырғанда 100,5 процент тәшкил итер тип күҙалланһа, ғәмәлдә ул 101,1 процент булды.
Төбәгебеҙ Башлығы билдә­ләүенсә, хеҙмәт баҙарында хәл бер ни тиклем яҡшырҙы, инфляция кәмей, һөҙөмтәлә халыҡтың һатып алыу һәләте үҫә төштө.
Демография күрһәткестәре лә өмөт­ләндерә. Үлем 6,4 процентҡа кәмегән. Йыл башында уртаса ғүмер оҙайлығы беренсе тапҡыр 70 йәштән ашып китте. “Яҡын киләсәктә уны 72 йәшкә еткереү мөмкинлеге бар тип иҫәпләйем. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы әҙерләгән программа шул маҡ­сатҡа иҫәпләнгән”, – тине Рөстәм Хәмитов.
Уҙған йыл Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө буйынса илдең иң алдынғы биш төбәге иҫәбенә ингәйне: тәүге ярты йылда төҙөл­гән йорттарҙың майҙаны 1 миллион 145 мең квадрат метр тәшкил итте. Быйылғы ғинуар-июнь һөҙөм­тәләре буйынса күрһәткестәр ҡайтышыраҡ, ләкин республика етәксеһе йыл аҙағына саҡлы элекке кимәлде ҡыуып етергә вәғәҙә бирҙе. Илебеҙҙә торлаҡҡа сиратты кәметеү бурысы ҡуйыла. Шуға күрә Башҡортостанда сиратта торған 90 меңгә яҡын ғаиләне тәьмин итеү өсөн йылына әлеге кеүек 2,7 миллион түгел, ә 3 миллион квадрат метрҙан ашыуыраҡ торлаҡ төҙөү талап ителә.
– Әлбиттә, бында баҙар ысын­барлығын, йәғни ихтыяж менән тәҡдимдең нисбәтен дә иҫәпкә алырға кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Зәки улы. – Беҙҙең бурыс – квадрат метрҙың үҙҡиммәтен кәметеү, тар­маҡта дәүләт менән хосуси ойошма­ларҙың хеҙмәттәш­леген үҫтереү, юл һәм инже­нерлыҡ селтәрҙәрен төҙөүгә инвесторҙар йәлеп итеү. Хәҙерге шарттарҙа ағымдағы ихтыяж менән үҫеш зарурлығы ара­һындағы нисбәтте тоторға кәрәк. Һаҡсыл булыу быны белеп эшләүҙе талап итә, ҡулайлаштырыу менән артыҡ мауы­ғырға ярамай, – тине төбәк Башлығы.
Республиканың уйлап баш­ҡарылған социаль-иҡтисади һәм финанс сәйәсәте халыҡ-ара һәм Рәсәй рейтинг агентлыҡ­тарында ыңғай баһалана. Был йүнәлештә республиканың 2030 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеш страте­гияһы маяҡ булып тора. Хөкүмәт, Башҡортостан Фәндәр акаде­мия­һы, йәмәғәт ойошмалары тарафынан әҙерләгән вәкилдәр әле Мәскәүҙәге “Сколково” идара итеү үҙәгендә уҡый.
Рөстәм Зәки улы урындарҙа стратегик фекерләү булырға тейешлеген билдәләне. Был йәһәт­тән Бәләбәй менән Күмертау ҡалаларын миҫал итеп килтерҙе: улар үҙ ваҡытында федераль программаларға инергә өлгөргән һәм етештереү ҡеүәттәрен үҫтереү өсөн быйыл субсидиялар алған да инде.
Киңәйтелгән ултырышта Баш­ҡортостан Хөкүмәте менән Совет власы араһында тәүге милли автономия ойоштороу тураһындағы килешеү төҙөлөүгә 2019 йылда билдәләп үтеләсәк 100 йыллығы темаһы ла урап үтелмәне. Юби­лейҙы лайыҡлы үткәреү тураһында илебеҙ Президенты ҡул ҡуйған Указ да Рәсәй федерализмына нигеҙ һалған был ваҡиғаның мөһимлеген раҫлай. “Башҡортос­тандың 100 йыллығына – 100 яңы объект” тигән күләмле башланғыс хаҡында беҙҙең гәзит хәбәр иткәй­не инде. Әле ошо объекттарҙың исемлеге аныҡлана. Республика Башлығы ҙур предприятиеларҙың етәкселәрен был эштә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы, уларҙың башланғыс­тарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеләсәген әйтте.
– Республиканың консолида­цияланған ҡаҙнаһына йылдың тәүге яртыһында 74 миллиард һумлыҡ һалымдар һәм һалымға ҡарамаған түләүҙәр инде, – тине үҙенең сығышында Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәр­ҙәнов. – Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда ул 12,6 процентҡа күберәк. Шул иҫәптән иң күп һалым түләгән “Башнефть”, “Өфөорг­синтез”, “Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” кеүек предприя­тие­ларҙан һәм башҡа 30 ойошманан 28,9 миллиард һум инде, был да үткән йылдың беренсе ярты йыл­лығынан 23,3 процентҡа артығыраҡ.
Сығыш яһаусы эшһеҙлек һәм башҡа социаль мәсьәләләргә айырым туҡталып үтте. Быйыл 1 июлгә ҡарата республиканың мәшғүллек үҙәктәрендә 24,8 мең кеше теркәлгәйне, был иһә йыл башына ҡарағанда 1 мең 300 эшһеҙгә аҙыраҡ. Халыҡтың йән башына уртаса аҡсалата килеме уҙған йылдың беренсе яртыһы менән сағыштырғанда 3,3 процентҡа артты һәм 24 мең һум тирәһендә тирбәлә. Уртаса айлыҡ эш хаҡы ярты йылда 7,4 процентҡа күтәрелеп, 27 мең һум тәшкил итте.
– Өфө Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы ҡалаһына әүерелергә тейеш, бының өсөн бөтә мөмкин­лектәр ҙә бар, – тине баш ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. – Беҙгә килеүселәр һуңғы бер нисә йылда ыңғай үҙгәреш­тәрҙең күп булыуын билдәләй. Объекттар төҙөү дауам итәсәк. Был эш юл һәм күперҙәргә генә ҡағылмай, беҙҙә мәҙәни мөхит тә иғтибарға мохтаж. Ҡаланың төрлө өлөшөн­дәге төҙөкләндереү кимәле лә бер-береһенән ныҡ айырыла.
Благовар районы хакимиәте башлығы Юрий Коземасловтың сығышы нигеҙҙә агросәнәғәт тармағының үҫешенә арналды. Был төбәктә ҙур ауыл хужалығы проекттары тормошҡа ашырыла. Район Өфөгә яҡын булыуы менән дә ота: ит һәм һөт һатыу баҙарҙары яҡын. Шуға күрә был биләмәлә сусҡа һәм һыйыр ите етештереү буйынса ҙур комплекстар төҙөй башлауҙары ла отошло булмаҡсы. Яҡын киләсәктә благоварҙар мал­сылыҡ продукттары етештереүгә махсуслашыр, моғайын.
– Беҙҙә сәнәғәткә нигеҙләнгән ауыл хужалығы етештереүе арта, ә шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың өлөшө кәмей бара. Был дөрөҫ тә – аҙыҡ-түлектең 60 проценты бер ниндәй техникаһыҙ башҡа­рылыуы һәм хеҙмәт етештереүсәнлегенең түбән шарттарҙа булыуы ауыл иҡтисадын нисек үҫтерһен? – тине Рөстәм Зәки улы, район хакимиәте башлығының сығышын ҡеүәтләп.
Октябрьский ҡалаһынан “Альтернатива” пластмасса әйберҙәр заводының генераль директоры Раил Фәхретдинов үҙ предприя­тиеһы миҫалында сәнәғәттәге бөгөнгө хәл, химия тармағының үҫеш йүнәлештәре хаҡында һөй­ләне. Был коллектив етештергән тауарҙар Рәсәй төбәктәренә генә түгел, Евросоюз илдәренә лә оҙатыла. Әммә етәксе ҙур предприятиеларҙан сеймал һатып алыуҙың ҡыйынлығына, уның сифаты насар булыуына зарланды. Рөстәм Зәки улы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың ҙур предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итеүҙә ҡыйынлыҡтар кисереүе – системалы проблема, тип атаны.
Ярты йыллыҡ эшкә йомғаҡ яһау – республика хужалығы өсөн мөһим ваҡиға. Шуға күрә ултырышта Рәсәй Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы, Башҡорт­остан Хөкүмәте ағзалары, төбәк һәм федераль власть органдары вәкилдәре, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, муниципалитет башлыҡтары, республика ойошмалары һәм предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.




Вернуться назад