Диңгеҙ киткән, медуза ҡалған30.08.2016
Салауат менән Стәрлетамаҡ ҡалалары араһындағы күлдәрҙең береһендә ғалимдар сөсө һыуҙа йәшәй торған медузаларға юлыҡҡан. Был турала билдәле орнитолог, Экологик экспертиза һәм биомәғлүмәт технологиялары институты директоры Виктор Валуев белдерҙе.
– Миңә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Биология институты директоры вазифаһын башҡарыусы биология фәндәре докторы Василий Мартыненко шылтыратып, республикалағы күлдәрҙең береһендә медузалар үрсеүе тураһында әйтте. Шунда уҡ Салауатҡа юлландым. Күлдә медузалар, диаметры 1-2 сантиметрлыҡ үтә күренеүсән йән эйәләре, ысынлап бик күп. Был табышты сенсация тип әйтергә була, – тине орнитолог.
Виктор Валуев әйтеүенсә, әле медузаларҙың төрөн асыҡларлыҡ белгестәрҙе эҙләйҙәр, Рәсәйҙәге ғилми-тикшеренеү институттарына хәбәр ителгән. Әммә илебеҙҙә сөсө һыуҙағы медузаларҙы өйрәнгән зоологтарҙың булмауы ла ихтимал.
Диңгеҙ тереклегенең күлгә нисек эләгеүе әлегә сер булып ҡала. Борон был урында океан булып, медузаларҙың шунан ҡалыуы ла бар. Өҫтәүенә әлеге күл шихандарға бик яҡын.