Мөлдөрәмә тулы мыстар, йыйылды яҡын дуҫтар30.08.2016
Мөлдөрәмә тулы мыстар, йыйылды яҡын дуҫтар Нимә ул “мыстар?” Был һүҙ ҡайҙан алынған? Нимәне аңлата? Шундай ҡыҙыҡһыныу менән баймаҡтар был көндө Сала­уат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркына йыйылды. “Маҡсат” төбәк-ара йәштәр йәмәғәтселеге Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы һәм район хакимиәте ярҙамы менән “Мыстар” республика ҡымыҙ байрамын уҙғарҙы. Башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, һаҡлау һәм киләсәк быуынға тапшырыу маҡсатында ойошторолған сара юғары кимәлдә үтте.

Йыр, бейеү менән һуғарылған байрамда һәр кем төрлө уйындарҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, приздар отто. Матур итеп биҙәлгән сағыу өҫтәлдәрҙә ҡымыҙ бешеү оҫталары үҙҙәре етештергән продукцияны тәҡдим итте. Уларҙың ниндәйе генә юҡ! Бынан тыш халыҡ йылҡы итенән конкурсанттар әҙерләгән затлы ризыҡтарҙы ла тәмләп ҡараны. Кем бешкән ҡымыҙ иң тәмлеһе булды һәм кем еңеү яуланы, тип уйлайһы­ғыҙ? Һәр эсемлекте тәмләп баһа биргән халыҡ та, баһалама ағзалары ла бер тауыштан бөтәһен дә еңеүсе тип билдәләне.
Мөлдөрәмә тулы мыстар, йыйылды яҡын дуҫтарОшонда уҡ ҡала һәм районыбыҙ­ҙың оҫта ҡуллы апай-инәйҙәре үҙҙәренең ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторҙо. “Баймаҡ” халыҡ кәсеп­тәре үҙәге ҡуйған тирмәнән дә ҡунаҡ­тар өҙөлмәне. Улар төрлөсә тегелгән башҡорт милли кейемдәрен кейеп һоҡланды. Балалар өсөн төрлө конкурстар, ярыштар ойошторолдо. Кемдер яҫтыҡтар менән алышып, үҙенең көсөн барланы, кемдер һүрәт төшөрөп, оҫталығын күрһәтте. Дәртле музыка, йыр-моң байрам­дың айырылғыһыҙ өлөшө булды.
Сараны халыҡ ижады үҙәге артистары башлап ебәрҙе. Уларҙы артабан “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, “Евразия” поп-рок төркөмө, йырсы Екатерина Ямщикова, Zainetdin алмаштырҙы. Байрамды ойоштороу­сылар халыҡҡа милли рух менән һуғарылған юғары кимәлдәге байрам тәҡдим итте.
Сараның тағы ла бер мауыҡ­тырғыс өлөшө лотерея уйнатыу ине. Иғлан иткән конкурстарҙа ҡат­нашҡан һәр кем ҡулдарына лотерея билеттары алып, түҙемһеҙлек менән киске сәғәт 7-не көттө. Тап ошо мәлдә приздар уйнатылды. Ә улар шәп ине: мультиварка, үтек, селфи-таяҡ, кеҫә телефоны... Күңелле байрам кискә тиклем дауам итте.
Иртәгәһенә лә баймаҡтарҙы парк йырлы-моңло байрамға саҡырҙы. Өфө ҡалаһының “Мираҫ” фольклор ансамбле халыҡты дәртле бейеү­ҙә­ре, моңло йырҙары менән һөйөндөрҙө.
Ә “мыстар” нимәме? Ул – ҡымыҙ һаҡланған һауыттың боронғо атама­һы. “Мыстар” конкурсы беренсе тап­ҡыр “Арғымаҡ” этно-рок төр­көмө һәм “Маҡсат” йәштәр ойош­маһы тарафы­нан Стәрлетамаҡ районындағы Йө­рәк­тау итәгендә 2012 йылда ойошторола. Һүҙҙең икенсе мәғәнәһе инглиз теленән “минең йондоҙом” ти­гән­де аңлата. Икеһе лә дөрөҫ. Ниндәй байрам ҡымыҙһыҙ һәм йыр-моңһоҙ булһын?!








Вернуться назад