Һин яратҡан һине яратмай30.08.2016
Бәндәләреңде был донъяға ниңә һөйөп, һөйөлөп йәшәр өсөн генә яратманылар икән?! Һин яратҡан һине яратмай, һин яратмған һине ярата, тиҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр бер бөтөн булып бәхетле, мөхәббәтле йәшәй алмай.
Үҙенең яратҡанына кейәүгә сыға алмағас, ахыр сиктә башҡа кешенең яртыһы менән ҡауышырға, ғүмер кисерергә, балалар үҫтерергә мәжбүр ҡатын-ҡыҙ. Аяныслы хәл, әлбиттә. Мөхәббәткә ҡоролмаған ғаиләлә балалар бәхетле булмай, ти психологтар. Балалар бик һиҙгер, улар ата-әсәһенең мөнәсәбәтен һүҙһеҙ аңлай, үҙҙәренсә ҡайғыра, ә был уларҙың психикаһына насар йоғонто яһай. Табиптарҙың раҫлауынса, балаларҙың 85 проценты стресс хәлендә тыуа.
Мин һеҙгә үҙен яратмаған ир менән бәхетле йәшәгән ике бала әсәһе тураһында бәйән итмәксемен.
Бер ваҡыт шулай ике ҡатын-ҡыҙҙың һөйләшеүенә ирекһеҙҙән шаһит булдым. Уларҙың йәшерәге: “Йә, мин һиңә үҙем тураһында һөйләп бөттөм, хәҙер һине тыңлайым, әйкәйем”, – тигәс, тегеһе шунда уҡ һүҙен башланы:
– Эй, Хоҙайым, ҡарт ҡыҙ булып ултырып ҡалам инде тигәндә бәхет миңә лә йылмайҙы. Беҙҙең трамвай депоһында мастер булып эшләгән Ғаян исемле егет эш буйынса ғына миңә һирәкләп һүҙ ҡушып, күҙ һалғаны бар ине. Ә мин уға беренсе күргәндән үк ғашиҡ булдым, хыял донъяһында йәшәй башланым.
Уйламағанда, бер көн депонан сығып барғанда, ҡыуып етте лә ҡәҙимгесә генә тәҡдим яһаны, мин шатланып риза булдым.
Шулай итеп, бер ай тигәндә өйләнештек, мин уларға күсеп килдем, 84-се йәше менән барған ҡәйнәм бер йылдан үҙенең мәңгелек йортона китте. Ҡыҙыбыҙ тыуҙы, шатлығымдың сиге юҡ. Бер ваҡыт биш айлыҡ ҡыҙым менән һауа алыштырырға урамға сыҡтыҡ. Көтмәгәндә күптәнге танышымды осраттым. Ул икенсе депола эшләй, минең турала ишеткән икән. Күреп торам, ул миңә көнләшеп ҡарай, әйткән һүҙҙәре яһалма. Китер алдынан был нәфрәтле уғын йөрәгемә атты: “Беләһеңме, Ғаяндың яратып йөрөгән ҡыҙы икенсе кешегә кейәүгә сыҡҡан, ә ул үс итеп тиҙ арала, йәнәһе, ул да төшөп ҡалғандарҙан түгел, һиңә өйләнгән, бына ышан ирҙәргә”, – тине. Һәм бер ни булмағандай ары китеп барҙы. Ҡыҙым илап ебәрмәһә, белмәйем күпме ҡатып торған булыр инем. Ҡайтып киске аш әҙерләй башланым, теге уйҙы ҡыуам, иҫемә беренсе төшкән йырҙың һүҙҙәрен мөңрәп йөрөйөм, ҡысҡырып та йырлап ебәрәм. Уйланып йөрөнөм дә үҙемә ныҡлы һүҙ бирҙем, ишеткәнемде иремә һөйләмәйәсәкмен, үҙем дә онотасаҡмын...
Бер нәмәгә ҡарамай тормош дауам итте. Ҡыҙыбыҙ БДУ-ның тарих факультетын тамамлап эшләп йөрөй, улыбыҙ ҙа нефть университетының VI курсында уҡый. Минән дә бәхетлерәк әсә юҡтыр тим. Балаларым тәртипле, тыңлаусан, итәғәтле булып үҫте, ошо бәхетемдән генә айырмаһын, Хоҙайым.
Ғаяндың мине яратмай өйләнеүен оноторға тырыштым, йәш сағында хыянат итеүен белеп тә, уға бер ниндәй ҙә дәғүә белдермәнем, йөҙөмдө боҙоп ҡаршы алманым. Минең һөйөүем шул тиклем көслө ине, тик ташлап ҡына китмәһен, тинем. Ике баламдың киләсәген уйлап, татыу, тулы ғаиләлә тәрбиә алып үҫһендәр тип, бар ихтыяр көсөмдө, түҙемлегемде егеп, һәүәтемсә генә йәшәп ятҡанда, иремдә яман шеш таптылар. Шулай итеп, 58 йәшендә был донъялыҡтан китеп барҙы. Үлер алдынан: “Ҡәҙерлем, ғәфү ит мине, яңынан терелеп йәшәргә насип итһә Хоҙай, фәҡәт һине һайлар инем, түҙемлегең, миңә булған һөйөүең, балаларҙа миңә ихтирам, һөйөү тәрбиәләүең өсөн рәхмәт!” – тип күҙҙәрен йомдо.
“Минең һиңә үпкәм юҡ. Беренсе һәм һуңғы тапҡыр “ҡәҙерлем” тип әйткәнең өсөн мең рәхмәт, йәнең йәннәттә булһын, ғүмерлек берҙән-бер мөхәббәтем минең, тип кенә уйлай алдым”, – тип бер тында үҙенең тормош юлын бәйән итте икенсеһе.
Үҙ сиратымда, мин дә ауыр уйҙарға сумып, юлымды дауам иттем. Һәм күптән бер танышым һөйләгәндәрҙе иҫемә төшөрҙөм. “Мин яратҡан ҡыҙ мине үҙ итмәне. Йәшем уҙып бара, ә күршелә бәләкәйҙән мине һөйгән бер ҡыҙ йәшәй. Яратмаған кеше менән бергә йәшәү ғазабын үҙе кисергән кеше генә аңлайҙыр. Мин шул күрше ҡыҙҙы кәләш итеп алдым. Бер йылдан ашыу йәшәгәс, бер-беребеҙгә яйлап өйрәнеп киттек. Ҡыҙыбыҙ тыуҙы, дүрт йылдан – улыбыҙ. Ситтән ҡарағанда, беҙ – бәхетле ғаилә, өйҙә ғауға-маҙар юҡ. Уның мине яратҡаны, балаларҙың әсәһе булғаны өсөн хөрмәт итәм, ул бит быны белә, яратҡан ҡыҙым барлығын да белә ине бит.
Күҙәтеүҙәремдән сығып шуны әйтә алам: бер-береһен хөрмәт иткәндәр генә татыу йәшәй ала. Ә бер-береһен ысынлап яратҡандар ҡайһы бер осраҡта көнләшеүҙәре арҡаһында айырылышып ҡуйырға мәжбүр була. Ғаилә ныҡлығы ҡатын-ҡыҙҙың түҙемлеге, һәр нәмәгә айыҡ аҡыл менән ҡарауы, балаларының киләсәген ҡайғыртыуы арҡаһында һаҡлана, тарҡалмай”, – тигәйне ул.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?