Ирең ҡысҡырһа...30.08.2016
Ирең  ҡысҡырһа... Һиңә ҡыйын була, эйеме? Уның һәр екеренеүе һуғыуға тиң. Ә һуғыу ул – көс ҡулланыу. Был хәлде тик үҙегеҙ генә туҡтата алаһығыҙ. Ә нисек? Үҙегеҙҙә мине мәжбүр итергә, көс ҡулланырға ярамай тигән ныҡлы ышаныс тыуҙырып!
Ир-егет, ғәҙәттә, эстән үҙ-үҙен түбән тойған ҡатын-ҡыҙға ҡысҡырына һәм ярҙамға мохтаж булыуығыҙҙы күҙ уңында тота. Һеҙ ниндәйһегеҙ? Үҙегеҙ тураһында нимә уйлайһығыҙ? Үҙегеҙҙе ни өсөн гелән әрләйһегеҙ? Был осраҡта ирегеҙ күңелегеҙҙә тыуған эске конфликтты сағылдырыусы ғына. Ир менән ҡатын араһында һәр ваҡыт тигеҙлек бар. Хатта ике яҡлы булһа ла. Әгәр ҙә берегеҙ тауыш күтәрә икән, икенсегеҙ мотлаҡ шыма, түҙә, әммә гелән түҙеп йәшәһәгеҙ, теге тауыш күтәргәндең бөтөнләй йыртҡысҡа әйләнеп китеүе бар.
Нимә эшләргә? Үҙ-үҙегеҙҙе кәмһетеп, әрләүҙән башта үҙегеҙ тыйылығыҙ. Һеҙ әрләү-йәберләүҙәргә лайыҡлы түгелһегеҙ. Һәм ирегеҙгә лә уның ҡысҡырыныуын ишетеү ауыр икәнде еткерегеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙың күңеле бөтөн булғанда ғына ир-егет уны рәнйетеп бармай.
Төрлө ҡатын-ҡыҙ янында ир-егет үҙен төрлөсә тота. Юҡ-юҡтан да тауыш күтәргән ир иһә үҙ-үҙен яратҡан һәм күңел торошо бөтөн булған ҡатын-ҡыҙ эргәһендә тауыш күтәреп бармай.
Ҡатын-ҡыҙҙың түҙеп йәшәгәнен күргән ир-егет: “Ҡатыным үҙе шуға юл ҡуя бит, ул үҙ-үҙенә шундай ҡарашта”, – тип уйлай.
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Әгәр һеҙ үҙ-үҙегеҙҙе әрләүҙән туҡтаһағыҙ, үҙ көсөгөҙгә ышанһағыҙ, үҙегеҙҙе йылылыҡҡа һәм мөхәббәткә лайыҡ тип таныһағыҙ, ирегеҙҙең генә түгел, бер кемдең дә һеҙҙе рәнйетергә хаҡы юҡлығын үҙегеҙ аңлаһағыҙ – киләсәктә бәхет йылмайыр.





Вернуться назад