Юл ҡағиҙәләрен үтәмәү һәләкәткә килтерә20.03.2012
Ял көндәрендә республика юлдарында 16 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Өс кеше һәләк булған, 18 кеше төрлө тән йәрәхәте алған.
Баш ҡаланың Калинин районындағы Шакша юлында “Дэу Нексия” автомашинаһы ҡаршыға килеп сыҡҡан “Тойота Авенсис” автомобиленә бәрелгән. Һөҙөмтәлә юл ҡағиҙәһен боҙмаған “Дэу Нексия” водителе һәләк булған, ике пассажир дауаханаға оҙатылған.
Һамар – Өфө – Силәбе юлында “ЗАЗ” автомашинаһына идара итеүсе ир, алда барған машиналарҙы уҙырға теләп, ҡаршы юлға сыҡҡанда, “МАЗ” йөк машинаһына бәрелә. Еңел автомашина хужаһы авария урынында уҡ һәләк була.
Дүшәмбе Бөрө – Өфө трассаһында “Опель Зафира” менән пассажир “ГАЗел”е юлды бүлешә алмай. Ҡалтасы – Өфө маршруты буйынса килгән “ГАЗель” иномарка менән йөҙгә-йөҙ бәрелешкән. “Опель” водителе шунда уҡ йән биргән, дүрт кеше төрлө тән йәрәхәте менән Бөрө ҡалаһының дауаханаһына оҙатылған. Әле авария сәбәптәре асыҡлана.