Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә30.08.2016
Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылы элек-электән бағымсылар төйәге булыуы менән дан тотҡан. Ауылды уратып алған хозур тәбиғәт – Ташкүл, Аҡҡош, Йомортҡалы күлдәре, Зәм-зәм шишмәһе, Буранбай үҙәге, Ҡара Ҡабаҡ буйы быға сәбәпсе түгелме икән? Бағымсы, быуын ултыртыусы Нурия Байгилдинаны районда ғына түгел, республикала ла белделәр, хөрмәт иттеләр. Ҡулдарының име бар, тиҙәр ине уның хаҡында. Шөкөр, данлыҡлы Нурия инәйебеҙҙең изге эшен ҡыҙы Маһира, ейәнсәрҙәре Миңһылыу менән Нәсимә дауам итә.


Ә инде өшкөрөү, күҙ тейеүҙән ярҙам итеү, бетеү яҙып биреү буйынса Мәғүҙә Мостафа ҡыҙы Иҫәнгилдинаға мөрәжәғәт итәләр. “Һүҙҙәре лә йәнгә дауа”, – тип Мәғүҙә инәйгә ҡарата һоҡланыуын, хөрмәт итеүен йәшермәй ауыл халҡы.
Күптән түгел Иҫәнгилде ауылы мәҙәниәт йортонда үткән “Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә” тигән матур кисә Иҫәнгилде ауылы бағым­сыларына арналды ла инде. Был сараға Өфөнән йәш яҙыусы, шағирә, сығышы менән Баймаҡ районының Йәнйегет ауылы ҡыҙы Рәзилә Ырыҫҡужина ла килде. Күптән түгел уның “Изге фатихалар алып” исемле очеркы районыбыҙ гәзитенең өс һанында сыҡҡайны. Әҙибә ижад емешендә Иҫәнгилде ауылы тарихын, хозур тәбиғәтен, изге күңелле халҡын һәм ауылыбыҙҙың данлыҡлы бағымсыларын һүрәтләгәйне. Уҡымлы, һутлы тел менән яҙылған был әҫәр һәр беребеҙҙең өйөндә урын алды.
Сәхнә матур биҙәлгән. “Йөрәк­тән сыҡҡан йөрәккә етә” тигән китап күргәҙмәһе ойошторолған. Йола буйынса, ҡунаҡтарҙы ағинәйҙәр күңелле таҡмаҡтар менән ҡаршы алды. Ҙур алҡыштар менән сәхнә түренә Иҫәнгилде ауылы бағымсыһы Мәғүҙә Иҫәнгилдина саҡырылды. Тыйнаҡ ҡына йылмайып, бер аҙ уңайһыҙланып та инәй сәхнәгә күтәрелде.
“Бала сағымдан дин юлы күңелемә бирелде, доғалар өйрәндем, аяттар ятланым, муллалар фатихаһы менән яйлап өшкөрә башланым. Барыһын да ҡарарға, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам, берәүҙе лә кире бормайым”, – тип һөйләне ул үҙе хаҡында, ихлас йылмайып.
Сәхнә түренә күтәрелгән Рәзилә Ырыҫҡужинаны иҫәнгилделәр алҡыштарға күмеп ҡаршы алды. Йәш яҙыусы үҙе менән таныштырып үтте. Күңелле һәм фәһемле аралашыу килеп сыҡты. Гәзит-журналдарҙан ғына әҫәрҙәрен белгән ижадсыға ауылдашта­рымдың һорауҙары ла күп булды. Ә Рәзилә Иҫәнгилде ауылына нисек тәүге тапҡыр аяҡ баҫыуын, ауылдың бай тарихы менән ҡыҙыҡһыныуын, бағымсылар менән яҡындан аралашҡандан һуң әҫәр яҙыу теләге тыуыуын бәйән итте.
Кисәне Гөлсәсәк Аҡылова менән Зөһрә Йыһаншина йәнле итеп алып барҙы. Артабан ауылыбыҙҙың һандуғасы Гөлфиә Хәләфетдинова башҡарыуында Рәзилә Ырыҫҡужина һүҙҙәренә, Азат Исҡужин көйөнә яҙылған йырҙар яңғыраны. Ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, сәсәниә Сафия Хәләфетдинова мөнәжәт, “Дарман” фольклор коллективы, Гөлсәсәк Аҡылова, Нәсимә Шайморатова йырҙар менән сығыш яһаны. Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Аксана Сынбулатова үҙенең сығышында, яҙыусы Рәзилә Ырыҫҡужинаға рәхмәт әйтеп, ижади уңыштар, яңынан-яңы әҫәрҙәр яҙыуын теләне.
Кисә тамамланғандан һуң тамашасылар таралырға ашыҡманы, күңелле әңгәмә дауам итте. Шағирәне уратып алып ҡыҙыҡ­һынған һорауҙарын бирҙеләр, шиғырҙарының исемен атап, уларҙың яҙылыу тарихын да белештеләр, бергәләшеп фотоға төштөләр.





Вернуться назад