Һунарсы булған ырыуым, һунарсы ата-бабам30.08.2016
Һунарсы булған ырыуым, һунарсы ата-бабам Республикабыҙҙан ситтә ғүмер иткән милләттәштәребеҙҙең тормошо менән танышырға һәр саҡ талпынам. Күптән түгел күршеләргә юл төштө – Һарыҡташ районының Һунарсы ауылына нигеҙ һалыныуға – 430 һәм урындағы урта мәктәпкә 30 йыл тулыуҙы билдәләнеләр.


Алдан уҡ шуны билдәләргә кәрәк: һунарсылар Үҫәргән ырыуына ҡарай. Иң мөһиме – ундағы ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ менән 30 йылға яҡын туғанлыҡ мөнәсә­бәтен һаҡлауҙа Абҙан ауылы аҡһаҡалы Миҙхәт Байназаровтың роле баһалап бөткөһөҙ. Ул заманында үҙе уңышлы етәкләгән Абҙан мәктәбе менән Һунарсы ауылы араһында дуҫлыҡ күперенә нигеҙ һала. Әйткәндәй, Миҙхәт Зиннәт улы сығышы менән ошо ауылдан. Заманының алдынғы ҡарашлы кешеһен – уның атаһы Зиннәт ағайҙы – тәүҙә Ейәнсура райо­нының “Һаҡмар” совхозына, 1935 йылда Абҙанда МТС төҙөлгәс, шунда механик итеп күсерәләр.
Һунарсыларҙың юбилей танта­наһы элекке колхоз идараһы йортонда үтте. Сараны ойоштороусылар иркен сәхнә, уның ҡаршы­һына уңайлы эскәмйәләр, ҡунаҡ­тарҙы һыйлау өсөн бер нисә өҫтәлгә табын әҙерләгән, ҡаҙан аҫҡан, самауыр ҡайнатҡан. “Рәхим итегеҙ, ҡунаҡтар!” лозун­гыһы янында ырыуҙаштарын милли кейемдә ике ҡыҙ сәләмләй. Уларға һүҙ ҡушам.
– Һаумыһығыҙ, һылыуҙар! Баш­ҡорт милли кейеме үҙегеҙгә килешеп кенә тора. Ауылдаш­та­ры­ғыҙҙы шулай ҡәҙерләп ҡаршы алыуығыҙ миндә һеҙгә ҡарата һоҡланыу уятты! – тип үҙҙәре менән таныштырыуҙарын һора­ным.
– Мин Һунарсы мәктәбенең 8-се класын тамамланым, исемем – Линеза!
Был һөйкөмлө ҡыҙҙың фамилияһы – Солтанғужина. Үҙенең ырыу тарихы менән таныштырыуын һорағас, ул: “Беҙ­ҙең нәҫелдә уҡытыусылар күп. Өләсәйем Венера Әбдрә­шитова 48 йыл ауыл мәктәбендә математиканан балаларға белем биргән, ҡартатайым Сәлмән Үтә­баев тарих фәненән уҡытҡан, директор булып эшләгән, 1986 йылда ике ҡатлы яңы мәктәпте ул төҙөткән”, – тип теҙеп алып китте. Афарин, Линеза! Уның тураһында мәктәп директоры Зөлфиә Ҡасҡарова: “Шәп ҡыҙ, һәр яҡлап та уңған!” – тип маҡтап алды. Ысынлап та, Линеза уңған булып сыҡты – башҡортса йырлай ҙа, матур итеп бейей ҙә, мәктәп, район күләмендә үткәрелгән төрлө сараларҙа ла әүҙем.
– Йыл һайын башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиа­даларҙа ҡатнашып торам. Быйыл башҡорт теленән олимпиада Һарыҡташ ҡасабаһында үтте, унда 1-се урынды алдым һәм Ырымбурҙа өлкә олимпиада­һында ҡатнашып, 2-се урынға сыҡтым, – тип Линеза уңыштары менән таныштырҙы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: 9-сы синыфтан олимпиадала ҡатна­шырға уҡыусы булмау сәбәпле, Линеза бара олимпиадаға. Әйткәндәй, йыл да райондың төрлө ауылында үткәрелеп килгән “Һандуғас керҙе күңелгә” фестиваленә лә уны әҙерләйҙәр. Былтыр Ҡолсом ауылында йыр бәйгеһендә 2-се урынға сыҡҡан. Үҫмер хәҙер үҙенең 6 йәшлек ҡустыһы Вилданды башҡортса йырларға, бейергә өйрәтә.
Тантана барышында Һарыҡ­таш районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Анатолий Тарасов Линезаны район хакимиә­тенең маҡ­тау грамотаһы менән бүләк­ләне. Ошондай уҡ грамотаны мәктәп директоры Зөлфиә Байкал ҡыҙына, башҡорт теле уҡы­тыу­сыһы Фәрхәнә Рамаҙан ҡыҙына ла тапшырҙы, педагогия коллективын милли рухты һаҡлауҙа, халыҡ йолаларын таратыуҙа әүҙем эшләүҙәрен билдәләне Анатолий Михайлович.
Ғәҙәттәгесә, юбилей танта­наһы Желтыйҙан (ауыл Советы үҙәге. – Авт.) килгән Вәлиулла хәҙрәттең, урындағы мулла Иҡсан Бикҡу­жиндың аят уҡыу­ҙарынан башланды. Һунарсы­ларҙың байрам шатлығын уртаҡ­лашырға күрше ауыл мәҙәниәт йорттарының, атап әйткәндә, Яңауылдың, Желтыйҙың, Каировканың, әлбиттә, Абҙан ауыл мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары ла килгәйне. Байрамдың башынан аҙағынаса сәхнәнән башҡорт, татар, урыҫ моңдары ағылды, халыҡ, заманса йәштәр бейеүҙәре бер-береһен алмаштырып торҙо. Бигерәк тә Желтый сәнғәт мәктәбенең үҫмерҙәр коллективы бейеүе сәхнәгә йәнлелек өҫтәне, Абҙан һәүәҫкәрҙәре сығышы программаны милли рухта биҙәне, ут күршеләре сығышын тамашасылар алҡыштарға күмде. Салауат Сөләймәнов башҡары­уындағы боронғо башҡорт халыҡ йыры “Уйыл”, Таңсулпан Ҡарабу­ла­тованың заманса бейеүе, Нәйлә Шәрипованың “Тыуған яҡ” йыры, 85 йәшлек Миңнебай Мәһәҙиев башҡа­рыуындағы боронғо башҡорт халыҡ йыры “Буранбай”, ҡурайсы Артур Атнағо­ловтың сығышы барыһының да күңеленә хуш килде.
Ауыл тарихы менән таныш­ты­рыуҙы һорап, мәктәп уҡытыусыһы Данил Ярышевҡа мөрәжәғәт иттем.
– Ауылдың барлыҡҡа килеүенә туҡталғанда, ул былайыраҡ булған. Башҡорт ырыуҙарының Рус дәү­ләтенә ҡушылған йылдарында тирә-йүндән, Туҡ менән Соран йылғалары, Күмертау яҡтарынан һунарға тип килеүселәр күп булған. Ваҡыт үтә бара был һунар­сыларҙың ҡайһы берҙәре төйәк иткән был ерҙәрҙе. Шулай итеп, яҡын-тирәлә уларҙың дүрт ҡышлау урыны хасил булған. Улар – Сәңкем-Биктимер, Һунарсы, Һолтанбай, Рыҫҡол ауылдары. Шуларҙың араһында Һунарсы ауылы иң йәше һәм бәләкәйе иҫәпләнгән. Әммә йылдар үтеү менән, бәлки, быға ауылдың географик биләмәһе лә булышлыҡ иткәндер, тимер юл станцияһына беҙҙән 12 саҡрым, Һунарсы ауылы ҙурая, ул колхоз үҙәгенә әйләнә, – ти Данил Сәйетбаттал улы.
Бөйөк Ватан һуғышына ауылдан Тыуған илен фашист илбаҫарҙа­рынан һаҡларға 61 ир-егет киткән, шуларҙың 29-ы тиңһеҙ һуғыш яланында батырҙарса баштарын һалған. Ауылдан Язары Солтанов – танк ротаһы командиры ярҙам­сыһы, өлкән лейтенант Абдулла Китиков, Сәфәрғәле Тором­бәтов командир булған.
Бөгөн Һунарсы ауылының 110 йортонда 300-ләгән кеше ғүмер кисерә, тағы ла 30 өй буш тора. Күптәр вахта ысулы менән ҡырҙа аҡса эшләй, фермерлыҡ менән шөғөлләнгәндәр ҙә бар.
Уҡыусылар һаны ҡырҡа кәмеү сәбәпле, ауыл мәктәбе урта мәктәптән туғыҙ йыллыҡҡа ҡалған. Унда 35 бала тәрбиә­ләнә, 10 уҡытыусы эшләй. Рыҫҡол ауылынан 5-6 баланы мәктәпкә автобус менән йөрөтәләр. Мәктәпте тамамлаусыларҙың күбеһе Ырымбур ҡалаһы уҡыу йорттарына китә, Башҡортостан вуздарына инеүселәр ҙә бар.
Һәр ауылдың ғорурланырлыҡ шәхес­тәре була. Был төбәктә яҙыусы Йыһат Солтанов, Башҡорт­остандың арҙаҡлы рәссамы Марат Байназаров, Эске эштәр полковнигы Рауил Мусаҡаев, Байконурҙа хеҙмәт иткән отставкалағы майор Сәйфетдин Ҡарсаҡов, уҙған быуаттың 50 – 90-сы йылдарында ауыл мәктәбе директоры булып эшләгән Сәлмән Үтәбаев һәм башҡалар менән ғорурланалар.
Ауыл старостаһы Айҙар Албин байрамға әҙерлек барышы тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Ул сығышы менән беҙҙең райондың Иҙелбәк ауылынан, фермер.
– Тәүге тапҡыр ауылдаштар байрамы Һунарсыла 1993 йылда үткәйне, шунан бирле башҡа саралар булманы. Дөрөҫөн әйткәндә, бер нисә аҙна баш та ҡалҡытмай юбилей тантанаһына әҙерләндек. Төшкә тиклем пилорамда ағас бысам, төштән һуң иһә, ҡараңғы төшкәнсе, байрам үтә торған урынды әҙерләнек. Байрамды үткәреүгә ике һарыҡ бирҙем, шуның береһен – көрәштә еңеүсегә, икенсеһе – ҡунаҡтарҙы һыйлау өсөн. Тағы ла Иршат Һунарсин, Вил Солтан­ғужин, Сабирйән Фәхриев тә берәр һарыҡ бүлде, ә Артур Үтәбаев 10 килограмм һыйыр ите бирҙе.
Желтый ауыл биләмәһе баш­лығы Радик Минкин да һунарсы­ларҙы байрамдары менән тә­брик­ләне, халҡының уңғанлығын, тырышлығын билдәләне. Ул тыл хеҙмәтсәндәрен, һуғыш балаларын бүләкләне, байрамды ойош­тороуҙа әүҙем ҡатнашҡан ауыл старостаһы А. Албинға, мәктәп директоры З. Ҡас­ҡароваға ҡу­наҡҡа килгән М. Байназаров менән М. Мәһә­ҙиевте лә ҡотланы.
Ә һунарсыларҙың юбилей тантанаһы башынан аҙағынаса гөрләп үтте, тимәк, ойоштороу­сыларҙың тырышлығы юҡҡа булмаған.







Вернуться назад