Һуңғы ваҡытта кемдәрҙер эш юҡлыҡҡа, икенселәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙың нәфсеһенә зарлана, ләкин эшләгән халыҡ ҡына өндәшмәҫ балыҡ һымаҡ йәшәүен дауам итә. “Сәйәсәт хәҙер аш бүлмәһенә күсте, ә ашарға унда бер ни ҙә юҡ”, – тип яҙғайны бер журналист. Шулайҙыр, сөнки, ашаған белмәй, тураған белә тигәндәй, ҡаҙанға нимә һалыу һәм уны ҡайҙан алыу аш бүлмәһендәге кешегә генә мәғлүм. Улар иһә үҙенә күрә “тешле бизнесменға” әйләнеп бөткән, йәғни аҙыҡ-түлектең ҡайҙа күпме торғанын биш бармағы кеүек белә. Мәҫәлән, 28 һумға кер һабыны алып ҡайтҡанһың, ти. Ҡатының, был бит шул-шул магазинда 19 һум тора, тип әйтеүе ихтимал. Ҡыҫҡаһы, заман һәр кемде йәшәргә өйрәтә, уның “дәрестәр”ен үҙләштерергә теләмәгәндәр ауырлыҡтарға зарланыусан. Тормош нисек кенә булмаһын, йәшәргә, эшләргә, үҙ маҡсаттарыңды бойомға ашырырға һәр саҡ мөмкинлек бирә. Пенсияға сығып та тыныс ҡына “мейес” башында йылынып ятмаған кешеләрҙең нимә менән шөғөлләнеүен миҫал итеп алайыҡ.
– Бына минең пенсиям, – ти Сәрүәр ағай, иретеп йәбештереү аппаратына күрһәтеп. – Тағы ла электр двигателе бар. Шулар ярҙамында аҡса эшләргә тырышам. Көн дә килем килтереп тормаһа ла, ҡайһы берҙә арыу ғына сумма кеҫәгә инеп ята.
Элек нефтсе булып эшләгән бер ағай акцияларға эйә булған, икенсе бер пенсионер һаҡсы булып эшкә урынлашҡан. Ул буш ваҡыттарында пластик тәҙрәләр монтажлау менән дә шөғөлләнергә өлгөрә икән. Заманында юрист һөнәрен үҙләштергән берәү әле лә суд ултырыштарында вәкил булып сығыш яһай. Педагогтар өлкән класс уҡыусыларын БДИ-ға әҙерләй. Ирҙәрҙең һәр береһендә тиерлек водитель танытмаһы бар, өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, күптәре такси хеҙмәтен үтәй. Отставкалағы офицер һарыҡ үрсетеү, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Уның килеме хатта офицерҙарҙың эш хаҡынан артып китә икән...
– Шуны аңларға кәрәк, – ти пенсионер Зәбир Шәрифуллин. – Беҙгә ниндәй генә пособие түләмәһендәр, барыбер еткереп булмаясаҡ. Дәүләт һәр кемде лә “ожмах” менән тәьмин итә алмай, уның төп маҡсаты – “тамуҡ” булдырмау. Һаулығың бар икән, эшләргә, өҫтәмә килем сығанаҡтары эҙләргә кәрәк. Минең, мәҫәлән, пенсияға сыҡҡас, эсем боша башланы. Ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүгә тотонғайным, барыһы ла яйға һалынды. Етеш тормошта кинәнеп йәшәйем. Һәр кешегә йәшерен ижади көс һалынған, шуны файҙаланырға кәрәк. Бының өсөн “комфорт” зонаһынан сығыу мотлаҡ.
Үрҙә телгә алғайныҡ инде, хужабикәләр ҡайһы магазинда хаҡтар осһоҙораҡ икәнен белеп тора. Өфөлә йәшәгән бер апай һатып алған әйберҙәрен һәм хаҡтарын махсус яҙып барған. Аҙаҡ уларҙы ҡарап сыҡҡас, сәстәре үрә тора: алған әйберҙәренең 30 процентынан еңел генә баш тартырға була, йәғни әллә ни кәрәге юҡ. Ә беҙ кәрәкмәгән күпме әйберҙе өйөбөҙгә ташыйбыҙ икән? Хатта уларҙан ҡотолоу юлы менән генә лә күпме аҡсағыҙҙы үҙ янсығығыҙҙа ҡалдыра алаһығыҙ. Бында халҡыбыҙҙың ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ тигән тапҡыр әйтемен иҫтә тотоу урынлы.
Шуны онотмайыҡ: маркетологтар һатып алыусыны “ҡапҡанға” эләктереү өсөн ниндәй генә ысулдар уйлап сығармай. Әйтәйек, ҡайнатылған кофе, ҡурылған тауыҡ еҫе, хаҡтарҙы 999 һум тип яҙыу, хәйләле ташламалар яһау һәм башҡалар. Бер танышым акция буйынса ике әйбер алып, өсөнсөһөн бушлай биреүҙәре тураһында һөйләгәйне. Аҙаҡ икенсе магазинға инеп ҡараһа, ул әйберҙәр акцияһыҙ ҙа алғандарынан 15 процентҡа осһоҙораҡ булып сыҡҡан.
Ғөмүмән, беҙгә кемдәрҙелер тикшереп, ләғнәттәр яуҙырғансы, үҙебеҙгә күҙҙе асыбыраҡ ҡарарға кәрәк. Нимә ҡулыңдан килә, шуға тотон. Буй етмәҫлек “емеш” ымһындыра икән, көсөңдө самала, йәғни аяғыңды юрғаныңа ҡарап һуҙырға өйрән. Тырыш кеше өсөн бикле ишектәр юҡ.